1940 йылғы йәйге Олимпия уйындары
XII йәйге Олимпия уйындары | |
---|---|
![]() | |
Ойоштороусы ҡала |
Токио, Япон империяһы (до 1938) |
Асыу тантанаһы | Булмай |
Ябыу тантанаһы | булмай |
Олимпия уты | Юҡ |
Стадион |
Мэйдзи Дзингу Гайен стадионы (1938 йылға тиклем)
|
Алдағы Киләһе | |
![]() |
XII йәйге Олимпия уйындары 1940 йылдың 21 сентябренән 6 октябренә тиклем Токиола үтергә тейеш була[1]. 1938 йылда Халыҡ-ара олимпия комитеты уйындарҙы Хельсинкиға күсерерә, унда 1940 йылдың 20 июленән 4 авгусына тиклем үтергә тейеш була. 1939 йылда Икенсе донъя һуғышы башланғандан һуң, 1940 йылдың 2 майында Байе-Латурҙың Халыҡ-ара олимпия комитетының бөтә ағзаларына яҙған хаты менән уйындар тулыһынса туҡтатыла[2].
Токио уйындары сиктәрендә тарихта беренсе тапҡыр олимпия программаһына планеризм буйынса ярыштар индереү планлаштырыла, ул 1936 йылда Берлинда спорттың күрһәтмә төрө сифатында тәҡдим ителә. Һуғыштан һуң да планеризм олимпия программаһына инмәй.
Токио йәйге уйындарҙы 1964 йылда һәм 2020 йылда ҡабул итә (COVID-19 пандемияһы арҡаһында 2021 йылға күсерелә), ә Хельсинки — 1952 йылда.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Maurice Roche. Megaevents and Modernity: Olympics, Expos amd the Growth of Global Culture Архивная копия от 7 апрель 2022 на Wayback Machine. Taylor & Francis US, 2000. p. 121.
- ↑ Garth Paton, Robert K. Barney. Adolf Hitler, Carl Diem, Werner Klingeberg, and the Thousand Year Reich: Nazi Germany and Its Envisioned Post-War Olympic World Архивная копия от 26 апрель 2013 на Wayback Machine // Sixth International Symposium for Olympic Research, p. 93-104.
Башҡа тел бүлегендә тулыраҡ мәҡәлә бар:
Olympische Sommerspiele 1940
(нем.) |
Был тамамланмаған мәҡәлә Олимпия уйындары тураһында. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |