2016 йылғы йәйге Олимпия уйындары

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
XXXI Олимпия уйындары
2016 йылғы йәйге Олимпия уйындары эмблемаһы
2016 йылғы йәйге Олимпия уйындары эмблемаһы
Ойоштороусы ҡала Бразилия Рио-де-Жанейро (Бразилия)
Ҡатнашыусы илдәр 206
Спортсылар һаны 12 500[1]
Уйнатылған миҙалдар 28 спорт төрөндә 306 миҙал тупланмаһы
Асыу тантанаһы 5 август
Аса Мишел Темер
Ябыу тантанаһы 21 август
Олимпия уты Вандерлей ди Лима
Олимпия анты Роберт Шейдт (спортсылар)
Мартинью Нобре (судья)
Адриана Сантус (тренер)
Стадион Маракана
Сайт olympic.org/rio-2016
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

2016 йылғы йәйге Олимпия уйындары (ингл. 2016 Summer Olympics, франц. Jeux Olympiques d'été de 2016, порт. Jogos Olímpicos de Verão de 2016, Олимпиада-2016, Рио-2016, рәсми атамаһы — XXXI Олимпиада) — 31-се йәйге Олимпия уйындары. 5 августан 21 авгусҡа тиклем Бразилияның Рио-де-Жанейро ҡалаһында үтә.

Олимпия футбол турниры асыу тантанаһына тиклем ике көн алда, башҡа бөтә ярыштарҙан алда башлана, һәм илдең башҡа ҡалаларында — Белу-Оризонти, Бразилиа, Манаусе, Салвадоре и Сан-Паулуҙа үткәрелә.

Был Көньяҡ Америкала үткән тәүге Олимпия уйындары. Олимпиадала рекордлы миҙал йыйылмаһы (306) уйнатыла һәм рекордлы ил (206) ҡатнаша, шул иҫәптән Косово һәм Көньяҡ Судан тәүге тапҡыр.

Үткәреү урынын һайлау

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғариза биреү процесы 2007 йылдың 16 майында башлана һәм 2007 йылдың 13 сентябрендә тамамлана. Уйындар үткәреүгә Баҡы (Әзербайжан), Доха (Катар), Мадрид (Испания), Прага (Чехия), Рио-де-Жанейро (Бразилия), Токио (Япония), Чикаго (АҠШ), шулай уҡ Санкт-Петербург (Рәсәй) ғариза бирә. Рәсәй 2014 йылда Сочиҙа ҡышҡы уйындар үткәреү хоҡуғы алғанға күрә, Санкт-Петербург үҙенең ғаризаһын кире ала[2]. 2008 йылдың 4 июнендә дәғүәсе ҡалаларҙан дүрт ҡала һайлана: Мадрид, Рио-де-Жанейро, Токио һәм Чикаго.

Үткәреү урынын һайлау буйынса һуңғы тауыш биреү 2009 йылдың 2 октябрендә Халыҡ-ара олимпия комитетының 121-се сессияһында Данияның Копенгаген ҡалаһында үтә. Тауыш биреү өс турҙа үтә. Беренсе турҙан һуң Мадрид алда була, әммә һуңынан Рио-де-Жанейро быға тиклем Чикаго һәм Токио өсөн бирелгән бөтә тауыштарҙың барыһын да тиерлек ала.

Тауыш биреү һөҙөмтәләре
Кандидаттар Ил 1-се раунд 2-се раунд 3-сө раунд
Рио-де-Жанейро Бразилия Бразилия 26 46 66
Мадрид Испания Испания 28 29 32
Токио Япония Япония 22 20
Чикаго Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 18

Быға тиклем Рио-де-Жанейро 1936, 1940, 2004 һәм 2012 йылғы йәйге Олимпия уйындарын үткәреүгә ғариза бирә, әммә бер тапҡыр ҙа финал тауыш биреүҙә ҡатнашҡан ҡалалар иҫәбенә инмәй.

Ҡатнашыусы илдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2016 йылғы йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыусы илдәр
Зәңгәр = Беренсе тапҡыр ҡатнашалар
Йәшел = Беренсе тапҡыр ҡатнашмағандар
Һоро = Ҡатнашмайҙар
Һары = Рио-де-Жанейро

Рио-де-Жанейролағы Йәйге Олимпия уйындарында 206 ил ҡатнаша. Косово һәм Көньяҡ Судан ҡушыла. Күвейт вәкилдәре Олимпия флагы аҫтында бойондороҡһоҙ олимпия спортсылары сифатында сығыш яһай, ә олимпия чемпионы олимпия гимны аҫтында бүләкләнә[3], сөнки 2015 йылдың 27 октябрендә Халыҡ-ара олимпия комитеты, дәүләттең Күвейт Олимпия комитетының эшенә ҡыҫылыуы арҡаһында, эшмәкәрлеген туҡтатып тора[4]. 2016 йылдың мартында Халыҡ-ара олимпия комитеты уйындарҙың 207-се ҡатнашыусыһы ҡасаҡтар командаһы буласағын рәсми раҫлай, уның спортсылары Олимпия флагы аҫтында көс һынашасаҡ[5].

Миҙал иҫәбе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалын тамға үҙ категорияларында миҙалдарҙың иң күп булыуын күрһәтә; ҡабул итеүсе ил дә билдәләнгән.

Olympic rings with transparent rims.svg Миҙалдарҙың дөйөм иҫәбе Бөтәһе
Урын Ил Алтын Көмөш Бронза
1 АҠШ 2016 йылғы йәйге Олимпия уйындарында АҠШ 46 37 38 121
2 Бөйөк Британия 2016 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Бөйөк Британия 27 23 17 67
3 Ҡытай 2016 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Ҡытай 26 18 26 70
4 Рәсәй 2016 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Рәсәй 19 17 19 55
5 Германия 2016 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Германия 17 10 15 42
6 Япония 2016 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Япония 12 8 21 41
7 Франция 2016 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Франция 10 18 14 42
8 Көньяҡ Корея 2016 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Көньяҡ Корея 9 3 9 21
9 Италия 2016 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Италия 8 12 8 28
10 Австралия 2016 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Австралия 8 11 10 29
Бөтәһе 307 307 360 974

Таблицала алтын миҙалдар һаны буйынса тәүге ун ил күрһәтелгән. Алтын миҙалдар тигеҙ булған осраҡта, урындар көмөш миҙалдар һанына ҡарап бүленә.

Иҫкәрмәләр
Төшөрмәләр
  1. Olympic Athletes. Rio 2016. Дата обращения: 31 август 2016. Архивировано из оригинала 21 август 2016 года.
  2. Спортивные бальные танцы дебютируют на Олимпиаде-2016 в Бразилии. Дата обращения: 11 май 2014. Архивировано 4 март 2016 года.
  3. Here's why a Kuwaiti athlete’s gold medal ceremony was set to the Olympic anthem and not Kuwait’s, SB Nation (10 август 2016). 11 август 2016 тикшерелгән. (инг.)
  4. Suspension of the Kuwait Olympic Committee, МОК (27 октябрь 2015). 11 август 2016 тикшерелгән. (инг.)
  5. В Олимпийских играх в Рио примет участие сборная беженцев. Дата обращения: 28 июль 2016. Архивировано 1 июль 2016 года.