2008 йылғы йәйге Олимпия уйындары
XXIX йәйге Олимпия уйындары | |
---|---|
Эмблема летних Олимпийских игр 2008 Эмблема летних Олимпийских игр 2008 | |
Ойоштороусы ҡала |
![]() |
Ҡатнашыусы илдәр | 204 |
Спортсылар һаны | 11 099 |
Уйнатылған миҙалдар | 28 спорт төрөндә 302 миҙал тупланмаһы |
Асыу тантанаһы | 8 август |
Аса | Ху Цзиньтао |
Ябыу тантанаһы | 24 август |
Олимпия уты | Ли Нин |
Олимпия анты | Чжан Инин |
Стадион | Милли стадион (Пекин) |
Сайт | olympic.org/beijing-2008 |
![]() |
XXIX йәйге Олимпия уйындары (рәсми атамаһы — XXIX Олимпиада уйындары; ингл. 2008 Summer Olympics, франц. Jeux Olympiques d'été de 2008, ҡыт. 2008年夏季奥林匹克运动会,) 2008 йылдың 8 авгусынан 24 авгусына тиклем Ҡытай Халыҡ Республикаһының баш ҡалаһы Пекинда үтә. Ҡайһы бер ярыштар шулай уҡ Гонконг, Тяньцзинь, Циндао, Циньхуандао, Шанхай һәм Шэньян ҡалаларында үтә.
Олимпиада баш ҡалаһын һайлау
Пекин 2001 йылдың 13 июлендә Мәскәүҙә Халыҡ-ара олимпия комитетының 112-се сессияһында XXIX Олимпиаданың баш ҡалаһы итеп һайлана, тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса ул Торонто, Париж, Истанбул һәм Осаканы уҙып китә.
XXIX йәйге Олимпия уйындары баш ҡалаһын һайлау | |||
---|---|---|---|
Кандидат | Ил | 1-се тур | 2-се тур |
Пекин |
| ||
Торонто |
| ||
Париж |
| ||
Стамбул |
| ||
Осака |
|
Асыу тантанаһы
Уйындарҙы асыу тантанаһы 2008 йылдың 8 авгусында Пекин милли стадионында үтә. Урындағы ваҡыт менән киске 8-ҙә башлана (UTC+8)[1][2] (8 һаны Ҡытайҙа бәхетле тип һанала[3][4]). Асыу тантанаһын кинорежиссёр Чжан Йимоу һәм балетмейстер Чжан Цзянь ойоштора[5]. Шоуҙа 15 мең кеше ҡатнаша[2][6]. Асыу тантанаһында 2008 йылғы Олимпиада гимнын инглиз йырсыһы Сара Брайтман һәм Ҡытай йырсыһы Лю Хуан башҡара[7].
Пекин милли стадионында асыу тантанаһында 80 дәүләт һәм хөкүмәт башлығы (саҡырылған 100-ҙән) ҡатнаша.[8]. Церемония дүрт сәғәттән ашыу дауам итә[9][10].
Ҡатнашыусы илдәр
Уйындарҙа асыу тантанаһында булған 205 илдең 204-е ҡатнаша[10]. Августа Халыҡ-ара олимпия комитеты Бруней йыйылма командаһын Олимпиаданан сығара, сөнки Брунейҙың милли олимпия комитеты ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн үҙенең спортсыларын теркәмәгән була[11]. Ҡатнашыусы спортсыларҙың дөйөм һаны — 11 02[12]. Ҡытай йыйылма командаһы 639 кеше була[13]. Ҡайһы бер илдәр олимпиадаға бер генә спортсы ебәрә.
Ярышта Маршалл Утрауҙары, Черногория һәм Тувалу йыйылма командалары тәүге тапҡыр ҡатнаша. 2006 йылдың февралендә Халыҡ-ара олимпия комитеты Маршалл утрауҙарының Халыҡ-ара олимпия комитетына ағза булыуын рәсми рәүештә раҫлай[14]. 2007 йылдың 6 июлендә Тувалу, шулай уҡ Черногория ҡабул ителә.[15].
Төньяҡ һәм Көньяҡ Корея хөкүмәттәре берләшкән команда булдырыу мөмкинлеген тикшерә, әммә командалар составына бәйле бәхәстәр арҡаһында (Көньяҡ Корея спортсыларҙы процент нисбәтендә һайлап алырға тәҡдим итә, ә Төньяҡ ике илдән дә спортсыларҙың тигеҙ һанын талап итә) ике яҡ та килешеүгә ирешә алмай[16].
2008 йылдың 24 июлендә, Халыҡ-ара олимпия комитеты ил властарының милли олимпия комитеты эшенә ҡыҫылыуы сәбәпле, Ираҡ йыйылма командаһына Олимпиадала ҡатнашыу тыйылыуы тураһында иғлан итә[17]. Әммә 29 июлдә дүрт спортсының[18], уйындарҙан һуң яңы Олимпия комитеты ойошторолһа, ҡатнашыуы мөмкин тигән ҡарар ителә[19].
Ватикан был уйындарҙа ҡатнашмай.
Ябыу тантанаһы
XXIX йәйге Олимпия уйындарын ябыу тантанаһы Пекиндың төп стадионында үтә, унда 100 000 кеше ҡатнаша. Халыҡ-ара олимпия комитеты президенты Жак Рогге Олимпиада-2008 ябыҡ тип иғлан итә, шунан һуң стадионда йыйылма ҡатнашыусыларҙың тантаналы парады башлана, беренсе булып Греция спортсылары сыға. Парад тамамланғандан һуң, стадионда олимпия флагы төшөрөлә. Артабан флаг киләһе йәйге Олимпия уйындары үтәсәк ҡала вәкиле булараҡ Лондон мэры Борис Джонсонға тапшырыла.
Миҙалдар иҫәбе
Түбәндә ун беренсе команданың һөҙөмтәләре күрһәтелгән (үҙ категорияларында иң күп миҙалдар ҡалын менән бирелгән)[20]:
Ҡалын менән үҙ категорияһында иң күп миҙал һәм ойоштороусы ил билдәләнгән.
![]() |
Миҙалдарҙың дөйөм иҫәбе | Бөтәһе | |||
---|---|---|---|---|---|
Урын | Ил | Алтын | Көмөш | Бронза | |
1 | ![]() |
48 | 22 | 30 | 100 |
2 | ![]() |
36 | 39 | 37 | 112 |
3 | ![]() |
24 | 13 | 23 | 60 |
4 | ![]() |
19 | 13 | 19 | 51 |
5 | ![]() |
16 | 11 | 14 | 41 |
6 | ![]() |
14 | 15 | 17 | 46 |
7 | ![]() |
13 | 11 | 8 | 32 |
8 | ![]() |
9 | 8 | 8 | 25 |
9 | ![]() |
8 | 9 | 10 | 27 |
10 | ![]() |
7 | 16 | 20 | 43 |
Иҫкәрмәләр
- ↑ Tickets Information — The official ticketing website of the BEIJING 2008 Olympic Games (ингл.). Дата обращения: 14 август 2008. Архивировано из оригинала 7 октябрь 2007 года.
- ↑ 1 2 Церемония открытия Олимпиады-2008 началась в Пекине . РИА «Новости» (8 август 2008). Дата обращения: 14 август 2008. Архивировано из оригинала 10 сентябрь 2008 года.
- ↑ Олимпиада принесёт удачу . Спорт-ревю № 30-31(423). Еженедельник 2000 (24 июль 2008). Дата обращения: 14 август 2008. Архивировано из оригинала 20 ноябрь 2008 года.
- ↑ The Number Eight And The Chinese (ингл.) (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 14 август 2008. Архивировано 24 август 2011 года.
- ↑ Zhang Yimou and his five creative generals (ингл.) (недоступная ссылка — история). The Official Website of the Beijing 2008 Olympic Games (23 август 2008). Дата обращения: 14 август 2008. Архивировано 24 август 2011 года.
- ↑ Olympics opening ceremony to have 15,000 performers (ингл.). The Live Feed (21 июль 2008). Дата обращения: 14 август 2008. Архивировано 15 август 2008 года.
- ↑ XXIX летние Олимпийские игры объявлены открытыми . NEWSru (8 август 2008). Дата обращения: 14 август 2008. Архивировано 28 октябрь 2011 года.
- ↑ 20 приглашённых глав государств не приедут в Пекин . Русская служба Би-би-си (7 август 2008). Дата обращения: 14 август 2008. Архивировано 2 ноябрь 2011 года.
- ↑ В Пекине открылась Олимпиада-2008 . Спорт Обоз (8 август 2008). Дата обращения: 14 август 2008. Архивировано из оригинала 10 август 2008 года.
- ↑ 1 2 Игры открыты . Интерфакс (8 август 2008). Дата обращения: 14 август 2008. Архивировано из оригинала 17 август 2008 года.
- ↑ Количество участников Олимпиады-2008 сократилось на одну страну . РИА «Новости» (8 август 2008). Дата обращения: 15 август 2008. Архивировано 24 август 2011 года.
- ↑ МОК (1 августа 2008). NOC entry forms received. Пресс-релиз. Архивировано из первоисточника 8 август 2008. Проверено 8 августа 2008. “…confirmed the qualification of 11,028 athletes, including 363 supplement athletes holding a P card.” (инг.)
- ↑ Host China announces biggest-ever Olympic team of 639 athletes . Xinhua (25 июль 2008). Дата обращения: 16 август 2008. Архивировано 24 август 2011 года.
- ↑ В пекинской Олимпиаде возможно будут участвовать спортсмены наибольшего в истории числа стран и районов мира (9 август 2006). Дата обращения: 16 август 2008. Архивировано 24 август 2011 года.
- ↑ Two new National Olympic Committees on board! (ингл.) (9 июль 2008). Дата обращения: 16 август 2008. Архивировано 10 август 2011 года.
- ↑ Олимпийцы Северной и Южной Кореи на церемонии открытия Игр-2008 пойдут отдельно . Лента.ру (7 август 2008). Дата обращения: 16 август 2008. Архивировано 25 апрель 2013 года.
- ↑ Сборной Ирака запретили участвовать в Олимпиаде . Лента.ру (24 июль 2008). Дата обращения: 16 август 2008. Архивировано 10 февраль 2012 года.
- ↑ Олимпийская делегация Ирака прибыла в Пекин . Газета «Жэньминь жибао» (5 август 2008). Дата обращения: 16 август 2008. Архивировано 24 август 2011 года.
- ↑ МОК разрешил Ираку участвовать в Олимпиаде-2008 . Лента.ру (30 июль 2008). Дата обращения: 16 август 2008. Архивировано 10 февраль 2012 года.
- ↑ Официальный медальный зачёт (ингл.) (недоступная ссылка — история). Архивировано 5 август 2009 года.
Һылтанмалар
- Страница Олимпиады (ингл.). Официальный сайт МОК.