1916 йылғы йәйге Олимпия уйындары

VI йәйге Олимпия уйындарын, Халыҡ-ара олимпия комитетының 1912 йылдың 27 майында ҡабул ителгән ҡарарына ярашлы, Берлинда 1916 йылда үткәрергә планлаштырыла. Германия империяһының (Икенсе рейх) баш ҡалаһы уйындарҙы үткәреү хоҡуғына Мысырҙың Александрия ҡалаһын, Нидерландтың баш ҡалаһы Амстердамды, Бельгияның баш ҡалаһы Брюсселде, Австро-Венгрия империяһының икенсе баш ҡалаһы Будапештты һәм АҠШ-тың сәнәғәт ҡалаһы Кливлендты артта ҡалдырып эйә була[1]. Беренсе донъя һуғышы башланғас, уйындар туҡтатыла. Был осорға Берлинда яңы стадион әҙер була. VI Олимпия үткәрелмәһә лә, 1920 йылдағы уйындарға 7 һаны бирелә.

Иҫкәрмәләр

  1. Past Olympic host city election results. GamesBids. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2011. Архивировано 17 март 2011 года.