2002 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары

XIX ҡышҡы Олимпия уйындары 2002 йылдың 8 февраленән 24 февраленә тиклем АҠШ-тың Юта штаты Солт-Лейк-Сити ҡалаһында үтә.

Уйындар программаһына тау саңғыһы, биатлон, бобслей, кёрлинг, саңғы ярыштары, фигуралы шыуыу, фристайл, төньяҡ комбинация, сана спорты, конькиҙа йүгереү спорты, шорт-трек, скелетон, трамплиндан саңғыла һикереү, шайбалы хоккей, сноубординг индерелә.

Уйындарҙа 77 илдән 2399 спортсы (886 ҡатын-ҡыҙ һәм 1513 ир-егет) ҡатнаша. 18 йыйылма команда алтын миҙалға эйә була, шул иҫәптән Ҡытай һәм Австралия ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыу тарихында тәүге алтын миҙалдарын яулай. 13 алтын, 5 көмөш һәм 7 бронза миҙал яулаған Норвегия йыйылма командаһы команда иҫәбендә беренсе урынжы ала.

undefined

Уйындар баш ҡалаһын һайлау

Солт-Лейк-Сити Халыҡ-ара олимпия комитетының Будапешт ҡалаһында үткән 104-се сессияһында XIX ҡышҡы Олимпия уйындарының баш ҡалаһы итеп һайлана. Шулай уҡ уйындар үткәреүгә Остерсунд (Швеция), Квебек (Канада) һәм Сьон (Швейцария) дәғүә итә. Әммә Солт-Лейк-Сити тауыш биреүҙең беренсе этабында уҡ һайлана.

XIX ҡышҡы Олимпия уйындарының баш ҡалаһын һайлау
Кандидат Ил 1-се этап
Солт-Лейк-Сити Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 54
Эстерсунд Швеция Швеция 14
Сьон Швейцария Швейцария 14
Квебек Канада Канада 7

Спорт төрҙәре

2002 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары программаһына 15 дисциплинаға бүленгән ете спорт төрө буйынса ярыштар индерелә. Бөтәһе 86 миҙал комплекты уйнатыла:

1. Биатлон Биатлон (тулыраҡ)
2. Бобслей

3. Кёрлинг Кёрлинг (тулыраҡ)
4. Коньки спорты төрҙәре

5. Саңғы спорты төрҙәре

6. Санный спорт Сана спорты (тулыраҡ)
7. Хоккей Шайбалы хоккей (тулыраҡ)

Ғауғалар

Солт-Лейк-Сити уйындарҙың баш ҡалаһы итеп һайланғандан һуң, Халыҡ-ара олимпия комитетының ҡайһы бер ағзаларының урынһыҙ бүләктәр һәм башҡа өҫтөнлөктәр алыуы менән бәйле ғауға ҡуба. Мәҫәлән, Конгонан Жан-Клод Ганга үҙенең ҡәйнәһен бушлай Солт-Лейк-Ситиҙа дауалаған, Бәшир Аттарабулсиҙың (Ливия) улы урындағы университетта уҡыуға грант алған, ә Ким Йонгтың (Көньяҡ Корея) улы ҡалала йәшәүгә рөхсәт алыу өсөн эшкә урынлашҡан. 1999 йылда ошо һәм башҡа ағзалар Халыҡ-ара олимпия комитетынан сығарыла.

Уйындарҙа спортсыларҙың допинг ҡулланыуына бик күп ғауғалар ҡуба. Уларҙың ҡайһы берҙәре тыйылған препараттар ҡулланған өсөн яуланған олимпия миҙалдарынан (шул иҫәптән алтын миҙалдарынан да) мәхрүм ителә. Фигуралы шыуыуҙа енәйәтсел авторитет Алимжан Тохтахунов («Тайваньчик») Рәсәй фигуралы шыуыусылары файҙаһына судьяларға ришүәт биреүҙә ғәйепләнә[1].

Рәсми булмаған команда иҫәбе

Миҙалдарҙың дөйөм һаны Olympic rings.svg
Ил Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе
1 Норвегия флагы Норвегия 13 5 7 25
2 Германия флагы Германия 12 16 8 36
3 АҠШ флагы АҠШ 10 13 11 34
4 Канада флагы Канада 7 3 7 17
5 Рәсәй флагы Рәсәй 5 4 4 13
6 Франция флагы Франция 4 5 2 11
7 Италия флагы Италия 4 4 5 13
8 Flag of Finland.svg Финляндия 4 2 1 7
9 Нидерландтар Нидерланд 3 5 0 8
10 Австрия Австрия 3 4 10 17
11 Флаг Швейцарии Швейцария 3 2 6 11
12 Хорватия Хорватия 3 1 0 4
13 Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы Ҡытай 2 2 4 8
14 Корея Республикаһы флагы Ҡөньяҡ Корея 2 2 0 4
15 Флаг Австралии Австралия 2 0 0 2
16 Чехия Чехия 1 2 0 3
17 Эстония флагы Эстония 1 1 1 3
18 Бөйөк Британия флагы Бөйөк Британия 1 0 1 2
19 Швеция флагы Швеция 0 2 5 7
20 Флаг Болгарии Болгария 0 1 2 3
21 Япония флагы Япония 0 1 1 2
22 Польша Польша 0 1 1 2
23 Флаг Белоруссии (1995-2012) Белоруссия 0 0 1 1
24 Флаг Словении Словения 0 0 1 1
Бөтәһе 80 76 78 234

Ҡатнашыусылар

Уйындарҙа 78 ил ҡатнаша.

Олимпия уйындары призерҙары

Филателияла

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар