Юта

Юта (ингл. Utah) — АҠШ штаты. Таулы штаттарға ҡарай, Ҡаялы тауҙар төбәгендә урынлашҡан. Вайоминг, Колорадо, Аризона, Невада һәм Айдахо менән сиктәш. Баш ҡалаһы — Солт-Лейк-Сити. Огден һәм Прово — ҙур ҡалалар. «Юта» атамаһы халыҡ исеменән килеп сыҡҡан, юттар телендә «тау кешеләре» тигәнде аңлата. Штаттың тәртип номеры — 13. 1896 йылдың 4 ғинуарында төҙөлгән. Элек Юта территорияһы исеме менән йөрөгән. Штаттың ҡушаматы — Умарта-штат.

2011 йылғы мәғлүмәт буйынса Юта штатында 2 817 222 кеше йәшәй, халыҡ тығыҙлығы бер квадрат км-ға 12,81 кеше. АҠШ штаттары араһында халыҡ һаны буйынса урыны — 34.

Майҙаны 219 887 кв.км, шуның 3,25 % һыу майҙаны.

Юта транспорт үҙәге булып тора, бында информацион технологиялар һәм ғилми тикшеренеүҙәр, тау мәғдәндәре сығарыу, дәүләт хеҙмәттәре, туризм үҫешкән.

Климат

Иҡтисад

Тағы ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар