Солт-Лейк-Сити
Солт-Лейк-Си́ти[2][3] (ингл. Salt Lake City, тәржемәһе — ингл. — «Тоҙло күл янындағы ҡала» ) — Юта штатының (АҠШ) баш ҡалаһы, халыҡ иң күп йәшәгән һәм майҙаны буйынса иң ҙур ҡалаһы. Атамаһы йыш ҡына Солт-Лейк тип ҡыҫҡара (Salt Lake) йәки SLC (Эс-Эл-Си). Тәүҙә Great Salt Lake City ( тәржемәһе — ингл. — «Ҙур Тоҙло күл ҡалаһы» ) тип атала.
Халҡы — 200 567 кеше (2019), ҡала яны менән — 1,3 миллион (унда Ютаның 60 % халҡы йәшәй).
Штаттың төньяғындағы Ҙур Тоҙло күл янында, Уосатч һәм Окуирр тауҙары менән уратып алынған үҙәндә урынлашҡан; бейеклеге — яҡынса 1300 метр. Штаттың иң ҙур ҡалаһы; Оло Бассейн районының сәнәғәт, сауҙа һәм финанс үҙәге. Халыҡ-ара аэропорты бар. Солт-Лейк-Ситиҙа ҡалаға нигеҙ һалыусы һуңғы көндәрҙәге Изгеләрҙең Ғайса Мәсих сиркәүенең халыҡ-ара штаб-фатиры урынлашҡан, халҡының яҡынса 50 проценты — мормондар; ҡаланың ҡушаматтарының береһе — «Изгеләрҙең изге ҡалаһы».
Тарихы
1847 йылдың 24 июлендә Бригам Янг етәкселегендәге мормондар Ҙур Тоҙло күл районында тораҡ булдыра, һуңынан ул ҡалаға әйләнә.
1840—1850 йылдарҙа Калифорнияға күсеп барыусылар өсөн аралаш пункт була. 1860—1870 йылдарҙа Тау сеймалын табыу тармағы үҫешеү һәм тимер юлдар төҙөлгәс, Солт-Лейк-Сити Көнбайыштың эре сауҙа үҙәгенә әүерелә. 1856 йылда Юта территорияһының, 1896 йылдан алып штаттың баш ҡалаһына әйләнә. 2002 йылда бында ҡышҡы Олимпия уйындарын үткәрелә.
Тоҙло күл үҙәнендә мормондар торамалары барлыҡҡа килгәнгә тиклем, меңәр йылдар дауамында был ерҙәрҙә индеецтарҙың шошон, юттар һәм пайют ҡәбиләләре йәшәгән. Солт-Лейк-Сити ҡалаһына нигеҙ һалынған мәлдә үҙән төньяҡ-көнбайыш шошондар ҡәбиләһе территорияһы була[4]. Америка Ҡушма Штаттары ерҙе дәүләт милке тип һанай; дәүләт бер ҡасан да шошон ҡәбиләһенең уға милек хоҡуғын танымай, шулай уҡ рәсми килешеү менән уларҙы юҡҡа сығармаған[5].
Америка армияһы офицеры Джон Фримонт 1843 һәм 1845 йылдарҙа Great salt Lake күлен һәм Salt Lake Valley үҙәнен тикшерә[6].
Иҡтисады
Солт-Лейк-Ситиҙың хәҙерге иҡтисады башлыса хеҙмәтләндереү секторына йүнәлтелгән. Әгәр элек яҡын-тирәләге ҡорос ҡойоу, тау-мәғдән, тимер юл һәм нефть эшкәртеү предприятиелары төп килем сығанаҡтары булһа, хәҙерге ваҡытта улар — дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр, сауҙа һәм транспорт предприятиелары, шулай уҡ профессиональ һәм эшлекле хеҙмәттәр күрһәтеүсе компаниялар. Ҡала АҠШ-тың көнбайыш өлөшөнөң үҙәгендә урынлашҡанлыҡтан, ул «Көнбайыш саты» исемен ала. Көндөҙгө сәғәттәрҙә, туристарҙы һәм студенттарҙы иҫәпкә алмағанда, Солт-Лейк-Сити халҡы 315 000-дән ашыу кешегә арта[7].
Бында бер нисә ҙур компанияның штаб-фатиры урынлашҡан[8][9].
Бынан тыш, ҡалала туризм өлкәһе үҫешкән, бизнес-конференциялар һәм эшлекле осрашыуҙар үткәреүгә махсуслашҡан компаниялар, округ буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүсе эре мәғлүмәт-белешмә хеҙмәттәре эшләй. 2002 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарын үткәндән һуң туристар һаны арта. Ошо ваҡиға айҡанлы ҡалала бик күп отелдәр һәм ресторандар төҙөлә.
Спорт һәм ял
Солт-Лейк-Ситиҙан көнсығышҡа табан урынлашҡан Уосатч тауҙарында саңғыла шыуыу һәм сноуборд кеүек ҡышҡы спорт төрҙәре бик популяр. Ҡаланан 80 км алыҫлыҡта 8 тау саңғыһы курорты урынлашҡан. 2002 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарынан һуң тау саңғыһы курорттарының популярлығы 29 процентҡа тиерлек артҡан[10]. Йәйгеһен таулы райондарҙа йәйәүле туризм, туристик походтар, альпинизм, тау велосипедында йөрөү һәм башҡа спорт төрҙәре ойошторола. Уосатч тауында урынлашҡан ҙур булмаған һыу ятҡылыҡтары һәм йылғалар — кәмәлә йөрөргә, балыҡ тоторға һәм башҡа һыу спорт төрҙәрен яратыусылар өсөн популяр урындар.
Халҡы
2010 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ҡалала аҡ тәнле халыҡтың 75,1 проценты, афроамерикандар (2,7 процент), Америка һәм Алясканың ерле халҡы (1,2 процент), азиаттар (4,4 процент), Гавай утрауҙарында һәм Тымыҡ океандың башҡа утрауҙарында тыуғандар (2,0 процент), башҡа раса вәкилдәре — 10,7 процент һәм ҡатнаш раса вәкилдәре (3,7 процент) йәшәй. Дөйөм халыҡтың 22,3 процентын испандар йәки латиноамерикандар тәшкил итә[11]. Тарихи яҡтан Солт-Лейк-Ситиҙа аҡ тәнле халыҡ өҫтөнлөк итә[12].1860 йылдан 1950 йылға тиклемге осорҙа- 99 процент була[12].
Транспорт
Һауа транспорты
Солт-Лейк-Сити (аэропорт) халыҡ-ара аэропорты ҡала үҙәгенән көнбайышҡа табан 6 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Аэропорт территорияһында Delta Air Lines авиакомпанияһының транзит узелы урынлашҡан, ул АҠШ, Мексика, Канадаға, шулай уҡ Париж һәм Токиоға туранан-тура 100 рейс яһай[13]. Аэропорт йөкләнеш буйынса Америка Ҡушма Штаттарында 21-се урында тора, һәм самолеттарҙың килеү һәм осоу графигын үтәү буйынса ил буйынса даими беренсе, кисектерелгән рейстар һаны буйынса икенсе урынды биләй[14].
Туғандаш ҡалалары
Фотогалерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ Area code data (ингл.). US Zip Code Database. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 август 2018. Архивировано 31 август 2018 года.
- ↑ Соединенные Штаты Америки // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 168—169. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 342.
- ↑ Page 6, The Shoshoni Frontier and the Bear River Massacre, Brigham D. Madsen, forward by Charles S. Peterson, University of Utah Press (1985, paperback 1995), trade paperback, 286 pages, ISBN 0-87480-494-9.
- ↑ NORTHWESTERN BANDS OF SHOSHONE INDIANS v. UNITED STATES. Архивная копия от 25 июль 2009 на Wayback Machine United States Supreme Court, April 9, 1945 89 L.Ed. 985; 65 S.Ct. 690; 324 U.S. 335.
- ↑ Alexander, Thomas G. Utah History to Go — Fremont's Exploration. Utah State Historical Society. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2006. Архивировано 5 ғинуар 2013 года.
- ↑ Salt Lake City 2011 Mayor’s recomended budget. Page A-11 Архивная копия от 13 май 2012 на Wayback Machine. Accessed 2/11/2012.
- ↑ Fortune 500, Fortune (4 май 2009). 16 июнь 2010 тикшерелгән.
- ↑ Vehix. Vehix. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 декабрь 2011. Архивировано из оригинала 6 ғинуар 2010 года.
- ↑ Mike Gorrell, Knight Ridder. Utah's ski industry chalks up another record year for visitors, Salt Lake Tribune (16 май 2006). 10 ноябрь 2006 тикшерелгән.
- ↑ American FactFinder, United States Census Bureau. Profile of General Population and Housing Characteristics: 2010 2010 Demographic Profile Data. Factfinder2.census.gov. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 сентябрь 2012. Архивировано 18 декабрь 2014 года.
- ↑ 1 2 Race and Hispanic Origin for Selected Cities and Other Places: Earliest Census to 1990. U.S. Census Bureau. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ғинуар 2012. Архивировано 14 ғинуар 2013 года.
- ↑ Swine flu, economy prompt Delta to trim SLC-Tokyo route (недоступная ссылка — история). Salt Lake Tribune. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2009. Архивировано 11 февраль 2013 года.
- ↑ Bureau of Transportation Statistics. Transtats.bts.gov. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2012. Архивировано 11 февраль 2013 года.
- ↑ Sister Cities — Ireland and the US — US Embassy in Dublin. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2009. Архивировано из оригинала 2 август 2009 года.