Олбани (Нью-Йорк)
Олбани[10][11] (ингл. Albany) — АҠШ-тың Нью-Йорк штатының баш ҡалаһы һәм Олбани округының баш ҡалаһы. 97,9 мең ҡала халҡы һаны, ҡала агломерацияһында халыҡ һаны 870,7 кеше (2010 й.).
Күрше Трой, Скенектади һәм Саратога-Спрингс ҡалалары менән тығыҙ бәйле, улар менән бергә баш ҡала округын барлыҡҡа килтергән һәм АҠШ тарихи төбәктәренең береһе булып тора. Был округтың төп өлөшөн Олбани — Скенектади — Трой ҡала агломерацияһы тәшкил итә, Нью-Йорк штатында ҡала халҡы иҫәбе буйынса дүртенсе урында һәм АҠШ-та 56 урында тора.
XIX һәм ХХ быуаттың беренсе яртыһында ҡала тарихы
Олбани үҙ тарихы дауамында мөһим транспорт үҙәге булып тора. XVIII быуат аҙағында һәм ХIХ быуат башында Нью-Йорк штатында түләүле юлдар әүҙем төҙөлә һәм 1815 йылда Олбани шул юл селтәренең үҙәгендә була. Янындағы канал менән берлектә эшләүсе тимер юлдар төҙөү ҡаланы мөһим транзит үҙәгенә әйләндерә, Нью-Йорк штатына Буффало һәм шулай уҡ Мичиган биләмәһенән кешеләр ағыла башлай.
1807 йылда Роберт Фултон пароход линияһын эшләтә башлай, Нью-Йорктан Олбаниға беренсе пароходтар йөрөй башлай. 1810 йылда ҡалала 10 763 кеше йәшәй һәм Олбан иҙурлығы буйынса илдә 10-сы урынға сыға..
1908 йылда АҠШ-тың Олбани муниципаль аэропорты асыла.
Географияһы
Олбани ҡалаһы Нью-Йорктан төньяҡҡа табан 240 км алыҫлыҡта , Мохок йылғаһының Гудзон күленә ҡушылған ерҙән аҙ ғына көньяҡтараҡ ята. Ҡала Гудзон күленең көнбайыш ярында урынлашҡан (уға бик яҡын ғына тора). Ҡала территорияһы убалы, бейек нөктәһе (төньяҡ-көнбайышта) — диңгеҙ кимәленән 99 метр түбән тора.
Климат
Олбани территорияһының климаты уртаса континенталь, ҡышы һалҡын, ҡарлы, йәйе дымлы.
- Йыллыҡ уртаса температура — +9,0;°
- Йыллыҡ уртаса ел тиҙлеге — 3,4 м/с.
- Йыллыҡ уртаса һауа дымлылығы — 71 %
Туғанлашҡан ҡалалары
Иҫкәрмәләр
- ↑ United States. Bureau of the Census 2016 U.S. Gazetteer Files (ингл.) — Washington, D.C.: U.S. Census Bureau, 2016.
- ↑ uickFacts, Albany city, New York — Бюро переписи населения США.
- ↑ 1 2 United States. Bureau of the Census 2010 U.S. Gazetteer Files (ингл.) — Washington, D.C.: U.S. Census Bureau, 2010.
- ↑ 2016–2020 American Community Survey / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
- ↑ Перепись населения США 2020 года / под ред. Бюро переписи населения США
- ↑ 1 2 3 4 5 https://albanykid.com/sister-cities-albanys-caribbean-twin/
- ↑ 1 2 3 4 http://en.sistercity.info/sister-cities/Albany%2C%20New%20York.html
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ 2016–2020 American Community Survey / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
- ↑ Соединенные Штаты Америки // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 168—169. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 264.
- ↑ 1 2 3 4 5 SCI: Sister City Directory 2007 йылдың 29 июнь көнөндә архивланған. (инг.)
Һылтанмалар
- albanyny.org — Олбани рәсми сайты (инг.)