Скво-Вэлли

Скво-Вэ́лли[2][3] (ингл. Squaw Valley) — Калифорния штатының Пласер округындағы (АҠШ) муниципаль булмаған территория.

1960 йылда Скво-Вэллиҙа ҡышҡы Олимпия уйындары үтә. Уны Американың 36-сы вице-президенты Ричард Никсон аса.

Географияһы

Скво-Вэлли Тахо күленән көнбайышта, Сьерра-Невада тауҙарында урынлашҡан.

Иҫтәлекле урындары, махсуслашыуы

Спорт комплексы тәү сиратта ҡышҡы спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү урыны булараҡ билдәле: тау саңғыһы, тигеҙлектә саңғы менән ярыштар, конькиҙа фигуралы шыуыу һ. б. Күтәргестәр тау саңғысыларын диңгеҙ кимәленән 2700 м бейеклеккә күтәрә ала. Фрирайд менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр бар[4].

Йәй көнө ял итеүселәр теннис, йөҙөү, атта йөрөү менән шөғөлләнә.

Скво-Вэлли 1960 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарын үткәреү урыны булараҡ билдәлелек ала. Бында йыл һайын яҙыусылар конференциялары уҙа.

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. Squaw Valley Архивная копия от 14 февраль 2015 на Wayback Machine (инг.) на сайте city-data.com
  2. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 339.
  3. Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — С. 439. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
  4. Сайт мирового фрирайд-тура. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2009. Архивировано 26 ғинуар 2011 года.

Шулай уҡ ҡарағыҙ