Тау саңғыһы

{

undefined
Скиборд

Тау саңғыһы — тау битләүҙәренән төшөү һәм тау саңғыһы спорты өсөн ҡулланылған саңғыларҙың айырым бер төрө.

Тарихы

Хәҙерге тау саңғыларының тарихы XVIII быуат аҙағында, Норвегияла тау битләүҙәре буйлап төшөп йөрөү өсөн ныҡлы ағас саңғылар барлыҡҡа килгәс башлана. Тәүҙә тауҙан төшөү өсөн ярым ҡаты нығытмалы ябай саңғылар ҡулланыла. Аяҡ кейеме ҡайыштар һәм металл беркеткес ярҙамында саңғыға нығытыла. 1930-сы йылдарҙа Австрияла саңғыны оҙайлыраҡ ҡулланыу һәм идара итеүҙә уңайлыраҡ булһан өсөн ситенә металлдан ҡыр (кант) ҡуйыла.

Пластик барлыҡҡа килгәндән һуң, саңғы конструкцияһы үҙгәрә. Аҫтан пластик менән ҡапланған саңғылар ябай ағас саңғылар менән сағыштырғанда ҙур тиҙлеккә өлгәшеп була, шулай уҡ саңғыларҙың, нығытмаларҙың һәм ботинкалар ҙа нығына. Тау саңғыһы өсөн махсус аяҡ кейеме етештерелә.

Тауҙан төшөү өсөн ҡулланылған тәүге саңғыларҙың оҙонлоғо 2 метрҙан ашыу булған. Саңғыла шыуыу техникаһы үҫешеү менән, оҙонлоғо, геометрияһы һәм материалдары үҙгәрә. Боролоштарының радиусы ҙур булған ябай төрҙәренән тыш, ҡыҫҡараҡ радиуслы, мәҫәлән, «слалом» кеүек төрҙәре лә барлыҡҡа килә. 1995 йылда слалом саңғыһының уртаса оҙонлоғо 180 см, ә 2005 йылда 165 см-ҙан кәмерәк була.

Тау саңғыһы менән бер рәттән төшөү техникаһы ла үҙгәрә.

XX һәм XXI быуаттар сигендә «карвинг революцияһы» арҡаһында тау саңғылары бөтөнләй яңы геометрияһына күсә. Карвинг латин теленән — carve, ҡырҡыу тигәнде аңлата. Бындай саңғылар геометрияһы арҡаһында боролошҡа еңелерәк инә һәм ышаныслы идара ителә. Шулай уҡ, тағы бер параметр бар — ул ҡабырға киҫелешенең радиусы, ул метрҙарҙа үлсәнә[1]. Яҡынса шул ваҡытта әҙерлекһеҙ трассаларҙан ситтә йөрөү өсөн тәғәйенләнгән киң тау саңғылары тарала башлай[1][2].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Жорж Жубер. Карвинг — эволюция или революция в горных лыжах? ski.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 февраль 2014. Архивировано 22 февраль 2014 года.
  2. Как выбирать горные лыжи — Снаряжение — Горнолыжное снаряжение. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2010. Архивировано 16 февраль 2009 года.