1994 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары

XVII ҡышҡы Олимпия уйындары (ингл. XVII Olympic Winter Games, франц. XVIIes Jeux olympiques d'hiver, норв. Olympiske vinterleker 1994) 12 февралдән 27 февралгә тиклем Лиллехаммерҙа (Норвегия) үтә.

Ҡышҡы Олимпия уйындары тәүге тапҡыр йәйге Олимпия уйындары менән бер йылда үткәрелмәй. Тәүге тапҡыр элекке совет республикалары ҡышҡы Олимпиадала айырым командалар булып ҡатнаша.

Лиллехаммерҙа Халыҡ-ара олимпия комитеты президенты Хуан Антонио Самаранч XVII ҡышҡы Олимпия уйындары ваҡытында донъяның бөтә мөйөштәрендә, иң тәүҙә 1984 йылда XIV Ҡышҡы Олимпия уйындары үткән ҡамауҙа ҡалған Сараевола, хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатырға саҡыра.

Олимпиада баш ҡалаһын һайлау

Ҡышҡы уйындарҙың баш ҡалаһын һайлау уйындарға тиклем 5,5 йыл элек, 1988 йылдың сентябрендә 1988 йылғы йәйге Олимпия уйындары ваҡытында, Халыҡ-ара олимпия комитеты сессияһында үтә.

Уйындарҙы үткәреү хоҡуғы өсөн көрәш көсөргәнешле бара. Тауыш биреүҙең беренсе раундынан һуң Лиллехаммер алда була, Американың Анкориджы ни бары ике тауышҡа ғына ҡалыша, ә Швецияның Эстерсунды — өсөнсө. Хәл иткес раундта ул шулай ҙа Эстерсундтты уҙып китә (45-39). Лиллехаммер 1992 йылғы ҡышҡы уйындарға дәғүә итә, ләкин хәл иткес тауыш биреүҙә дүртенсе генә була.

1994 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарының баш ҡалаһын һайлау

[1]

Ҡала Ил 1-се раунд 2-се раунд 3-сө раунд
Лиллехаммер Норвегия Норвегия 25 30 45
Эстерсунд Швеция Швеция 19 33 39
Анкоридж Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 23 22 -
София Болгария Болгария 17 - -

Ярыштар

Биатлон

Бобслей

Горнолыжный спорт

Конькобежный спорт

Саңғы ярыштары

Саңғы ике бәйгеһе

Трамплиндан һикереү

Сана спорты

Фигуралы шыуыу

Фристайл

Шайбалы хоккей

Шорт-трек

Миҙалдар һаны

Көтмәгәндә фин спортсылары уңышһыҙ сығыш яһай, бер алтын миҙал да яулай алмай. Шулай уҡ француздар һәм нидерландтар еңеүһеҙ ҡала. Австралия вәкилдәре ҡышҡы Олимпия уйындарында тәүге миҙал ала.

Миҙалдарҙың дөйөм һаны Olympic rings.svg
НОК Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе
1 Рәсәй 1994 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Рәсәй 11 8 4 23
2 Норвегия 1994 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Норвегия 10 11 5 26
3 Германия 1994 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Германия 9 7 8 24
4 Италия 1994 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Италия 7 5 8 20
5 АҠШ 1994 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында АҠШ 6 5 2 13
6 Көньяҡ Корея 1994 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Көньяҡ Корея 4 1 1 6
7 Канада 1994 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Канада 3 6 4 13
8 Швейцария 1994 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Швейцария 3 4 2 9
9 Австрия 1994 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Австрия 2 3 4 9
10 Швеция 1994 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Швеция 2 1 0 3
11 Япония 1994 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Япония 1 2 2 5
12 Ҡаҙағстан 1994 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Ҡаҙағстан 1 2 0 3
13 Украина 1994 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Украина 1 0 1 2
14 Үзбәкстан 1994 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Үзбәкстан 1 0 0 1
15 Беларусь 1994 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Беларусь 0 2 0 2
16 Финляндия 1994 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Финляндия 0 1 5 6
17 Франция 1994 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Франция 0 1 4 5
18 Нидерланд 1994 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Нидерланд 0 1 3 4
19 Ҡытай 1994 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Ҡытай 0 1 2 3
20 Словения 1994 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Словения 0 0 3 3
21 Бөйөк Британия 1994 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Бөйөк Британия 0 0 2 2
22 Австралия 1994 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Австралия 0 0 1 1
Бөтәһе 61 61 61 183

Ҡатнашыусылар

Уйындарҙа 67 илдән спорт делегацияһы ҡатнаша.

Иҫкәрмәләр

  1. the International Olympic Committee Vote History. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2010. Архивировано 25 май 2008 года.

һылтанмалар