1924 йылғы йәйге Олимпия уйындары

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
VIII Олимпиада
Файл:1924 Summer Olympics logo.png
Ойоштороусы ҡала Франция флагы Париж, Франция
Ҡатнашыусы илдәр 44
Спортсылар һаны 3089
Уйнатылған миҙалдар 17 спорт төрөндә 126 миҙал тупланмаһы
Асыу тантанаһы 5 июль 1924
Аса Гастон Думерг
Ябыу тантанаһы 27 июль 1924
Олимпия уты юҡ, 1928 йылда индерелә
Олимпия анты Жорж Андре
Стадион Стад Олимпик
Сайт olympic.org/paris-1924
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

VIII йәйге Олимпия уйындары (ингл. 1924 Summer Olympics, франц. Jeux olympiques d'été de 1924, рәсми атамаһы — VIII Олимпиа́да) 1924 йылдың 4 майынан 27 июленә тиклем Францияның баш ҡалаһы Парижда үтә. Быға тиклем Олимпия уйындары 1900 йылда Парижда ойошторола.

Олимпиада баш ҡалаһын һайлау

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уны ойоштороуға алты ҡала: Амстердам, Барселона, Лос-Анджелес, Париж, Прага һәм Рим дәғүә итә. 1924 йылдан хәҙерге олимпия хәрәкәтенең 30 йыллығы булғанлыҡтан, Кубертендың ҡаҙаныштарын билдәләп, VIII Олимпиада уйындарын Парижда үткәреү тураһында ҡарар сығарыла. Францияның баш ҡалаһы — Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан Олимпия уйындарын ойоштороуға ике тапҡыр ышаныс күрһәтелгән беренсе ҡала.

Ярыштарҙы ойоштороу

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ярыштар бик яҡшы ойошторола, ҡатнашыусылар һаны буйынса бөтә рекордтарҙы ла үтеп китә. Германия командаһы, алдағы уйындарҙағы кеүек үк, саҡырылмай. Париж уйындары иң күп кеше ҡатнашҡан уйындарҙың береһе була. Дөйөм алғанда, уларҙы 625 821 кеше ҡарай.

VIII олимпиада Пьер де Кубертен етәкселегендәге һуңғы олимпиада була.

Олимпиадала тәүге тапҡыр олимпия девизы барлыҡҡа килә. Ул өс латин һүҙенән тора — «Citius, Altius, Fortius!» (тәржемәһе — «Тиҙерәк, юғарыраҡ, көслөрәк!»).

Марафон дистанцияһының оҙонлоғо 42 195 метрға тиң тип ҡабул ителә, ул бөгөнгө көнгә тиклем шулай булып ҡала килә.

1924 йылғы йәйге Олимпия уйындарында түбәндәге илдәр ҡатнаша: Австралия, Австрия, Аргентина, Бельгия, Болгария, Бразилия, Бөйөк Британия, Венгрия, Греция, Гаити, Дания, Мысыр, Һиндостан, Ирландия, Испания, Италия, Канада, Сербтар, Хорваттар һәм Словендар короллеге, Куба, Латвия, Литва, Люксембург, Мексика, Монако, Нидерланд, Яңы Зеландия, Норвегия, Польша, Португалия, Румыния, АҠШ, Төркиә, Уругвай, Филиппин, Финляндия, Франция, Чехословакия, Чили, Швеция, Швейцария, Эквадор, Эстония, Көньяҡ Африка, Япония. Ирландия, Литва, Мексика, Польша, Румыния, Уругвай, Филиппин һәм Эквадор спортсылары тәүге тапҡыр ҡатнаша.

Наградалар статистикаһы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1924 йылдан башлап Олимпиаданың рәсми булмаған команда зачетына йомғаҡ яһағанда, спортсылар һәм командалар яулаған алты призлы урын иҫәпкә алына башлай: беренсе урын — 7 мәрәй, икенсеһе — 5 мәрәй, өсөнсөһө — 4, дүртенсеһе — 3, бишенсеһе — 2, алтынсыһы — 1 мәрәй менән баһалана..

1924 йылғы йәйге Олимпия уйындары Olympic flag.svg
Урын Ил 1 2 3 Бөтәһе
1 Флаг США (48 звёзд) АҠШ 45 27 27 99
2 Flag of Finland.svg Финляндия 14 13 10 37
3 Франция флагы Франция 13 15 10 38
4 Бөйөк Британия флагы Бөйөк Британия 9 13 12 34
5 Flag of Italy (1861-1946).svg Италия 8 3 5 16
6 Флаг Швейцарии Швейцария 7 8 10 25
7 Флаг Норвегии Норвегия 5 2 3 10
8 Швеция флагы Швеция 4 13 12 29
9 Нидерландтар Нидерланд 4 1 5 10
10 Флаг Бельгии Бельгия 3 7 3 13
11 Флаг Австралии Австралия 3 1 2 6
12 Дания Дания 2 5 2 9
13 Венгрия флагы (1919—1946) Венгрия 2 3 4 9
14 Югославия флагы (1918—1945) Сербтар, Хорваттар һәм Словендар короллеге 2 0 0 2
15 Чехия Чехословакия 1 4 5 10
16 Аргентина Аргентина 1 3 2 6
17 Эстония флагы Эстония 1 1 4 6
18 Red Ensign of South Africa (1912–1951).svg Көньяҡ Африка 1 1 1 3
19 Flag of Uruguay.svg Уругвай 1 0 0 1
20 Австрия Австрия 0 3 1 4
Канада флагы (1921—1957) Канада 0 3 1 4
22 Польша Польша 0 1 1 2
23 Гаити флагы Гаити 0 0 1 1
23 Япония флагы Япония 0 0 1 1
23 Яңы Зеландия Яңы Зеландия 0 0 1 1
23 Португалия Португалия 0 0 1 1
23 Флаг Румынии Румыния 0 0 1 1
126 127 125 378