1952 йылғы йәйге Олимпия уйындары
XV йәйге Олимпя уйындары | |
---|---|
![]() 1952 йылғы йәйге Олимпя уйындары эмблемаһы | |
Ойоштороусы ҡала |
![]() |
Ҡатнашыусы илдәр | 69 |
Спортсылар һаны | 4407 ир-егет, 518 ҡатын-ҡыҙ |
Уйнатылған миҙалдар | 17 спорт төрөндә 149 тупланма |
Асыу тантанаһы | 19 июль 1952 |
Аса | Юхо Кусти Паасикиви |
Ябыу тантанаһы | 3 август 1952 |
Олимпия уты | Пааво Нурми һәм Ханнес Колехмайнен |
Олимпия анты | Хейкки Саволайнен |
Стадион | Олимпия стадионы |
Сайт | olympic.org/helsinki-1952 |
![]() |
XV йәйге Олимпя уйындары 1952 йылдың 19 июленән 3 авгусына тиклем Финляндияның Хельсинки ҡалаһында үтә. Олимпия уйындары был илдә тәүгә уҙғарыла һәм элек Финляндияла үткәрелгән бөтә халыҡ-ара ваҡиғаларҙың иң әһәмиәтлеһе була.
Хельсинки 1940 йылда йәйге Олимпия уйындарын үткәреү хоҡуғын яулай, ләкин Икенсе донъя һуғышы башланыу сәбәпле үткәрелмәй. Халыҡ-ара олимпия комитеты һуғыштан һуң 1952 йылғы йәйге Олимпия уйындарын Хельсинкиҙа үткәрергә ҡарар итә[1].
Уйындарҙа 4925 спортсы ҡатнаша, уларҙың 518-е ҡатын-ҡыҙҙар. Ярыштарҙа 69 ил спортсыһы 43 категорияла 149 миҙал тупланмаһы өсөн көрәшә[1]. АҠШ иң уңышлы сығыш яһаусы ил була. Миҙалдар һаны буйынса икенсе урынды Олимпия уйындарында беренсе тапҡыр ҡатнашҡан Советтар Союзы спортсылары ала[1]. Олимпия уйындарын ҡабул иткән Финляндия 22 миҙал менән, шул иҫәптән алты алтын миҙал, алып һигеҙенсе була.
Олимпиада баш ҡалаһын һайлау һәм уйындарға әҙерлек
Ғариза биреү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фин спортсыларының 1912 йылғы йәйге Олимпия уйындарында уңыштарынан һуң Финляндияла үҙендә Олимпия уйындарын үткәрергә күптән уйлай. Мәҫәлән, буласаҡ парламент депутаты һәм Олимпия комитеты ағзаһы Эрик фон Френкель 1915 йылдың 12 сентябрендә үк Финляндияла Олимпия уйындары тураһында хыялланыуы тураһында асыҡтан-асыҡ белдерә. Фин спортсылары шулай уҡ 1920 йылда Антверпенда үткән Олимпиада ла уңышлы сығыш яһай, шуға күрә фин функционерҙары Хельсинкиҙа Олимпия стадионын проектлай башлай. 1927 йылда Финляндия вәкиле Эрнст Эдвард Крогиус Халыҡ-ара Олимпия комитетына (МОК) Финляндияның ярыштар үткәреүгә әҙер булыуы тураһында иғлан итә. Финляндия 1940 йылғы уйындарҙы үткәреүгә кандидат итеп тәҡдим ителә. Ул ваҡытта Олимпия уйындарын үткәреү хоҡуғын Хельсинки түгел, ә Токио ала, әммә 1937 йылдың июлендә Ҡытай-япон һуғышы башлана, һәм Токио Олимпия уйындарын ҡабул итә алмауын белдерә. Дүрт көндән Халыҡ-ара олимпия комитеты XII Олимпиаданы Хельсинкиға күсереү тураһында иғлан итә, әммә уйындар башланыуға сағыштырмаса аҙ ваҡыт ҡалһа ла, ул әҙерлек бурысын үҙ өҫтөнә ала.
1939 йылдың 1 сентябрендә Польшаға немец ғәскәрҙәре һөжүм итә һәм Икенсе донъя һуғышы башлана. Шуға ҡарамааҫтан ойоштороу комитеты ярыштарға әҙерләнеүен дауам итә, әммә 30 ноябрҙә Советтар Союзы Финляндия менән һуғыш хәлендә тороуы тураһында иғлан итә. Һуғыш арҡаһында килеп тыуған өҙөклөктәрҙе һәм ауыр иҡтисади хәлде иҫәпкә алып, 1940 йылдың 20 мартында Олимпия уйындарын әҙерләү буйынса ойоштороу комитеты әҙерлекте туҡтатыу тураһында иғлан итә.
Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң, Лондон 1948 йылғы йәйге Олимпия уйындарының баш ҡалаһы итеп билдәләнә (шулай уҡ һуғыш арҡаһында 1944 йылғы Олимпиада үткәрелмәй). Хельсинки 1952 йылдағы уйындарға үҙ кандидатураһын тәҡдим итә.
1952 йылғы йәйге Олимпия уйындары баш ҡалаһын һайлау[2] | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
Ҡала | Ил | Раунд 1 | Раунд 2 | |||
Хельсинки | ![]() |
14 | 15 | |||
Миннеаполис | ![]() |
4 | 5 | |||
Лос-Анджелес | ![]() |
4 | 5 | |||
Амстердам | ![]() |
3 | 3 | |||
Детройт | ![]() |
2 | — | |||
Чикаго | ![]() |
1 | — | |||
Филадельфия | ![]() |
0 | — |
Уйындар ваҡытында сәйәси хәл
Хельсинкиҙағы Олимпия уйындарына әҙерлек ваҡытында сәйәси хәл көсөргәнешле була. 1951 йылда Халыҡ-ара олимпия комитеты ултырышында (Венала) көн тәртибенә бик күп ҡатмарлы мәсьәләләр ҡуйыла: һалҡын һуғыш бара, Израиль менән ғәрәп илдәренең мөнәсәбәттәре бик көсөргәнешле була. Лондонда үткән Олимпия уйындарына Икенсе донъя һуғышында еңелгән илдәр, мәҫәлән, Япония, саҡырылмай. Израиль Олимпия комитеты әлегә танылмаған була, ә Германияның Олимпия комитеты һуғыштан һуң ойошторолоу стадияһында тора. Әммә был ҡатмарлы мәсьәләләргә ҡарамаҫтан, был илдәрҙең барыһы ла Хельсинки уйындарында ҡатнашырға саҡырыла[3].
Ҡатнашыусы илдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Олимпиадала ҡатнашырға 70 ил риза була, әммә Гаити гимнастикала ғына сығыш яһай. Запастағылар менән бергә Олимпиадаға 5859 спортсы килә, шуларҙың 4 925-е элекке ярыштарҙа ҡатнаша. Иң күп спортсы ҡуйған илдәр: Советтар Союзы (Олимпиадала тәүге тапҡыр сығыш яһай), Америка Ҡушма Штаттары, Финляндия, Бөйөк Британия, Франция, Италия, Германия һәм Швеция, уларҙың һәр береһенән 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнаша. Германия ГФР флагы аҫтында 1936 йылда Берлинда үткән Олимпиаданан һуң беренсе тапҡыр ярыша.
Британия колонияларына үҙ флагы менән файҙалана алыуы тураһында мәғлүмәт бирелмәй. Уларҙың бер өлөшө үҙ флагы, ә ҡайһы берҙәре Бөйөк Британия флагы аҫтында көс һынаша. Ҡайһы бер илдәр Халыҡ-ара олимпия комитеты флагын ҡулланырға теләй. Был рөхсәт ителмәй, сөнки Халыҡ-ара олимпия комитеты ҡағиҙәләрендә дәүләт флагы ҡулланыу кәрәклеге аныҡ билдәләнә.
Рәсми булмаған команда иҫәбе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Миҙалдарҙың дөйөм иҫәбе | ![]() | ||||
---|---|---|---|---|---|
№ | Ил | Алтын | Көмөш | Бронза | Бөтәһе |
1 | ![]() |
40 | 19 | 17 | 76 |
2 | ![]() |
22 | 30 | 19 | 71 |
3 | ![]() |
16 | 10 | 16 | 42 |
4 | ![]() |
12 | 13 | 10 | 35 |
5 | ![]() |
8 | 9 | 4 | 21 |
6 | ![]() |
7 | 3 | 3 | 13 |
7 | ![]() |
6 | 6 | 6 | 18 |
8 | ![]() |
6 | 3 | 13 | 22 |
9 | ![]() |
6 | 2 | 3 | 11 |
10 | ![]() |
3 | 2 | 0 | 5 |
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 В.Штейнбах, Б.Хавин, В.Фурман. От Афин до Москвы. — Москва: Физкультура и спорт, 1979. — С. 133.
- ↑ Past Olympic Host City Election Results . Games Bids. Дата обращения: 13 ноябрь 2017. Архивировано 24 июль 2015 года.
- ↑ Засекреченные Олимпиады . Дата обращения: 13 ноябрь 2017. Архивировано 14 ноябрь 2017 года.
Әҙәбиәт
- Arponen, Antti O. Olympiakisat Ateenasta Atlantaan. 1996. Porvoo. WSOY. ISBN 951-0-21072-2 (фин.)
- Kolkka, Sulo. The Official Report of the Organizing Committee for the Games of the XV Olympiad. 1955. Porvoo. WSOY (инг.)
- Raevuori, Antero. Viimeiset oikeat olympialaiset: Helsinki 1952. 2002. Helsinki. Ajatus. ISBN 951-20-6108-2 (фин.)
- Wickström, Mika. Helsinki 1952. 2002. Helsinki. Suomen Urheilumuseosäätiö. ISBN 951-97773-8-5 (фин.)
- Pukkila, Hanna & Linnilä, Kai. Hyvä Suomi 1952. 2012. Somero. Amanita. ISBN 952-5330-48-6 (фин.)