2000 йылғы йәйге Олимпия уйындары

XXVII йәйге Олимпия уйындары — 2000 йылдың 15 сентябренән 1 октябренә тиклем Сиднейҙа үткән халыҡ-ара спорт сараһы. 28 спорт төрөндә (38 төрсәһен иҫәпкә алып) 300 миҙал тупланмаһы уйнатыла. Йәйге Олимпия уйындары тарихта икенсе тапҡыр Ерҙең Көньяҡ ярымшарында үткәрелә (беренсе тапҡыр 1956 йылда Мельбурнда).

Олимпиада баш ҡалаһын һайлау

1993 йылдың 23 сентябрендә Монте-Карлола Халыҡ-ара олимпия комитетының 101-се сессияһында 2000 йылғы йәйге Олимпия уйындары баш ҡалаһын һайлау үтә. Хуан Антонио Самаранч иғлан итә. Тауыш биреүҙең дүрт раунды йомғаҡтары буйынса Сидней еңеү яулай.

2000 йылғы йәйге Олимпия уйындарына кандидаттар

Ҡала Ил 1-се раунд 2-се раунд 3-сө раунд 4-се раунд
Сидней Австралия Австралия 30 30 37 45
Пекин Ҡытай Ҡытай 32 37 40 43
Манчестер Бөйөк Британия Бөйөк Британия 11 13 11 -
Берлин Германия Германия 9 9 - -
Стамбул Төркиә Төркиә 7 - - -
Всего: 89 89 88* 88*

Ҡатнашыусы илдәр

Уйындарҙа 199 ил ҡатнаша.

Олимпиада һөҙөмтәләре

Ун миҙал яулаусы илдәр

Миҙалдар иҫәбе Olympic rings.svg
Ил Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе
1 Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 37 24 32 93
2 Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы 32 28 29 89
3 Ҡытай Ҡытай 28 16 14 58
4 Австралия Австралия 16 25 17 58
5 Германия Германия 13 17 26 56
6 Франция Франция 13 14 11 38
7 Италия Италия 13 8 13 34
8 Нидерланд Нидерланд 12 9 4 25
9 Куба Куба 11 11 7 29
10 Бөйөк Британия Бөйөк Британия 11 10 7 28
  • Американлы Марион Джонс Оҙонлоҡҡа һикереүҙә бронза һәм 100 һәм 200 метрға йүгереүҙә һәм 4×400 метрлыҡ эстафетала өс алтын яулай. Ул 4×100 метрлыҡ эстафетала дүртенсе алтын яулау мөмкинлегенә эйә була, әммә АҠШ командаһы көтмәгәндә Багам Утрауҙары һәм Ямайка командаларынан еңелә. Әммә 2007 йылда уның допинг ҡулланыуы менән бәйле ғауға ҡуба һәм М. Джонс бөтә биш миҙалдан да мәхрүм ителә.
  • 2010 йылдың февралендә Халыҡ-ара гимнастика федерацияһы (FIG), тейешле тикшереүҙе тамамлап, ҡытай гимнасткаһы Дун Фансяоның Сидней Олимпиадаһындағы сығышының һөҙөмтәләрен юҡҡа сығарыуы тураһында иғлан итә, сөнки ул йәш буйынса ярыштарҙа ҡатнаша алмай[1].
  • Америка еңел атлеты Антонио Петтигрю һәм АҠШ командаһы 4×400 м эстафетала алтын миҙалдарҙан мәхрүм. Алтын миҙал Нигерия командаһына, көмөш — Ямайкаға, бронза — Багам Утрауҙарына тапшырыла.
  • Америка велосипедсыһы Лэнс Армстронг шәхси шоссе ярышында бронза миҙалдан мәхрүм ителә. Бронза миҙал бирелмәй.
  • Германиянан Александр Лайпольд 76 килограмға тиклем ауырлыҡта ирекле көрәш буйынса ярыштарҙа алтын миҙалдан мәхрүм ителә.

Иҫтәлек

Иҫкәрмәләр

  1. IOC strips 2000 Games bronze medal from China. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2011. Архивировано из оригинала 1 май 2010 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар