1936 йылғы йәйге Олимпия уйындары

1936 йылғы йәйге Олимпия уйындары 1936 йылдың 1 авгусынан 16 авгусына тиклем Германияның баш ҡалаһы Берлинда үтә. Был уйындар Икенсе донъя һуғышына тиклем һуңғыһы була, һәм 49 ил һәм 3961 спортсы ҡатнаша.

Асыу тантанаһында олимпия уты тоҡандырыу традицияһы дауам ителә (1928 йылда башлана). Бынан тыш, тәүге тапҡыр Олимпия уты эстафетаһы үткәрелә. Олимпияла тоҡандырылған утты йүгереүселәр ҡулдан-ҡулға тапшырып килтереп еткерәләр. Инициаторы — Олимпия уйындарын ойоштороу комитетының генераль секретары Карл Дим[1]: идеяһы грек лампадодромияһы ритуалына барып тоташа.

Уйындарҙы асыу тантанаһы тәүге тапҡыр телевидениела тура эфирҙа күрһәтелә.

undefined

Олимпиада баш ҡалаһын һайлау

1920-се йылдарҙың аҙағында 1936 йылғы йәйге Олимпия уйындарын үткәреү хоҡуғына Мысырҙың Александрия, Испанияның Барселона, Венгрияның Будапешт, Аргентинаның Буэнос-Айрес, Ирландияның Дублин, Финляндияның Хельсинки, Бразилияның Рио-де-Жанейро, Италияның Рим һәм АҠШ-тың Луизиана, шулай уҡ Германияның Берлин, Кёльн һәм Майндағы Франкфурт ҡалалары дәғүә итә. Һуңғы һайлау мәленә Берлин, Барселона ҡала. Ярышты Германияла үткәрергә ҡарар ителә. Германияла Милли социалистик партияның власҡа килеүе Халыҡ-ара олимпия комитетының ҡарарына йоғонто яһамай.

Миҙалдар иҫәбе

Миҙалдарҙың дөйөм иҫәбе Olympic rings.svg
Ил Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе
1 Flag of Germany.svg Германия 33 26 30 89
2 Flag of the United States.svg АҠШ 24 20 12 56
3 Flag of Hungary.svg Венгрия 10 1 5 16
4 Flag of Italy.svg Италия 8 9 5 22
5 Flag of Finland.svg Финляндия 7 6 6 19
6 Flag of France (1794–1815, 1830–1974, 2020–present).svg Франция 7 6 6 19
7 Flag of Sweden.svg Швеция 6 5 9 20
8 Flag of Japan.svg Япония 6 4 8 18
9 Flag of the Netherlands.svg Нидерланд 6 4 7 17
10 Flag of the United Kingdom.svg Бөйөк Британия 4 7 3 14

Иҫкәрмәләр

  1. Mallon B. & Heijmans J. Historical Dictionary of the Olympic Movement. 4th ed. The Scarecrow Press, 2011. P. LII, 99

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар