1996 йылғы йәйге Олимпия уйындары

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
XXVI йәйге Олимпия уйындары
Эмблема летних Олимпийских игр 1996
Эмблема летних Олимпийских игр 1996
Ойоштороусы ҡала АҠШ флагы Атланта, АҠШ
Ҡатнашыусы илдәр 197
Спортсылар һаны 10320 (6797 ир-егет, 3523 ҡатын-ҡыҙ)
Уйнатылған миҙалдар 26 спорт төрөндә 271 миҙал тупланмаһы
Асыу тантанаһы 19 июль 1996
Аса Билл Клинтон
Ябыу тантанаһы 4 август 1996
Олимпия уты Мохаммед Али
Олимпия анты Тереза Эдвардс
Стадион Олимпийский стадион (Атланта)
Сайт olympic.org/atlan… (инг.)
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

XXVI йәйге Олимпия уйындары 1996 йылдың 19 июленән 4 авгусына тиклем Атлантала (Джорджия штаты) үтә. Бөтәһе 26 спорт төрө буйынса 271 миҙал тупланмаһы уйнатыла.

Олимпиада баш ҡалаһын һайлау

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уйындарҙың баш ҡалаһын һайлау 1990 йылдың 18 сентябрендә Токиола үткән Халыҡ-ара олимпия комитетының 96-сы сессияһында үтә. Афинаның ғариза комитеты мәғлүмәттәре буйынса, уйындар Грецияның баш ҡалаһында беренсе Олимпия уйындарының 100 йыллығы хөрмәтенә үтергә тейеш була[1]. Атлантаның ғаризалар комитеты ағзалары, ҡаланың уйындарға әҙерлеге юғарыраҡ булыуын раҫлап, Халыҡ-ара олимпия комитетын Олимпиаданы үткәреү хоҡуғын Америка ҡалаһына тапшырырға күндерә. Тәүге ике турҙа Афина бер аҙ алда бара, әммә өсөнсө раундта Афина һәм Атланта һәр береһе 26 тауыш йыя, ә һуңғы турҙа «Атланта» 51:35 иҫәбе менән еңә.

Ҡала Ил 1-се раунд 2-се раунд 3-сө раунд 4-се раунд 5-се раунд
Атланта Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 19 20 26 34 51
Афины Греция Греция 23 23 26 30 35
Торонто Канада Канада 14 17 18 22
Мельбурн Австралия Австралия 12 21 16
Манчестер Бөйөк Британия Бөйөк Британия 11 5
Белград Югославия Югославия 7

Уйындарҙа 197 ил вәкиле ҡатнаша. Атлантала шулай уҡ 1992 йылғы йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашмаған Афғанстан вәкилдәре ҡатнаша.

Асыу тантанаһы 1996 йылдың 19 июлендә Атлантаның Олимпия стадионында тантаналы үтә. 170 телекомпания тура эфирҙа күрһәтә, киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, уны 3,5 миллиард самаһы кеше ҡарай.

Тантананың күрһәтмә номерҙарының төп темалары булып Атланта һәм Америка Көньяғы тарихы, шулай уҡ Олимпия хәрәкәтенең йөҙ йыллығы тора.

Спортсылар парадында бөтә 197 илдән 10 700 атлет ҡатнаша. Парад тамамланғандан һуң, Халыҡ-ара олимпия комитеты президенты Х. А. Самаранч һәм уйындарҙы ойоштороу комитеты президенты Билли Пэйн. АҠШ президенты Билл Клинтон Олимпия уйындарын рәсми рәүештә асыҡ, тип иғлан итә.

Ябыу тантанаһы 4 августа Атланталағы Олимпия стадионында 85 меңдән ашыу кеше ҡатнашлығында үтә. Унда Американың күп кенә билдәле музыканттары сығыш яһай.

Х. А. Самаранч телмәр ваҡытында терроризм хәүефенә айырым туҡталып китә һәм Атлантаның Олимпия паркында теракт ҡорбандарын, шулай уҡ 1972 йылда Мюнхенда һәләк булған Израиль спортсылары иҫтәлеген хөрмәтләргә саҡыра.

Олимпия уйыны рәсми рәүештә ябыҡ тип иғлан ителгәндән һуң, Олимпия уты һүндерелә һәм фейерверк менән тамамлана.

Олимпиада һөҙөмтәләре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иң күп миҙал яулаусы ун ил

Миҙалдарҙың дөйөм иҫәбе Olympic rings.svg
Ил Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе
1 Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 44 32 25 101
2 Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы 26 21 16 63
3 Германия Германия 20 18 27 65
4 Ҡытай Ҡытай 16 22 12 50
5 Франция Франция 15 7 15 37
6 Италия Италия 13 10 12 35
7 Австралия Австралия 9 9 23 41
8 Куба Куба 9 8 8 25
9 Украина Украина 9 2 12 23
10 Корея республикаһы Корея республикаһы 7 15 5 27

Уйындарҙа өс һәм унан да күберәк миҙал яулаған спортсылар:

Ирҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Спортсс Спорт төрө Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе
1 Рәсәй Федерацияһы Алексей Немов, Рәсәй Гимнастика 2 1 3 6
2 Америка Ҡушма Штаттары Гэри Холл, АҠШ Йөҙөү 2 2 0 4
3 Рәсәй Федерацияһы Александр Попов, Рәсәй Йөҙөү 2 2 0 4
4 Беларусь Виталий Щербо, Белоруссия Гимнастика 0 0 4 4
5 Америка Ҡушма Штаттары Джош Дэвис, АҠШ Йөҙөү 3 0 0 3
6 Рәсәй Федерацияһы Денис Панкратов, Рәсәй Йөҙөү 2 1 0 3
7 Австралия Дэниел Ковальски, Австралия Йөҙөү 0 1 2 3

Ҡатын-ҡыҙҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Спортсы Спорт төрө Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе
1 Америка Ҡушма ШтаттарыЭми Ван Дайкен, АҠШ Йөҙөү 4 0 0 4
2 ИрландияМишель Смит, Ирландия Йөҙөү 3 0 1 4
3 Америка Ҡушма ШтаттарыЭнджел Мартино, АҠШ Йөҙөү 2 0 2 4
4 УкраинаЛилия Подкопаева, Украина Гимнастика 2 1 1 4

[2].

5 РумынияСимона Аманар, Румыния Гимнастика 1 1 2 4
6 ГерманияДагмар Хазе, Германия Йөҙөү 0 3 1 4
7 РумынияДжина Гогян, Румыния Гимнастика 0 1 3 4
8 Америка Ҡушма ШтаттарыДженни Томпсон, АҠШ Йөҙөү 3 0 0 3
9 Америка Ҡушма ШтаттарыАманда Бёрд, АҠШ Йөҙөү 1 2 0 3
10 ҠытайЛэ Цзинъи, Китай Йөҙөү 1 2 0 3
11 Америка Ҡушма ШтаттарыУитни Хеджпет, АҠШ Йөҙөү 1 2 0 3
12 АвстралияСьюзан О'Нейл, Австралия Йөҙөү 1 1 1 3
13 ЯмайкаМерлин Отти, Ямайка Еңел атлетика 0 2 1 3
14 ГерманияФранциска ван Альмсик, Германия Йөҙөү 0 2 1 3
15 ГерманияСандра Фёлькер, Германия Йөҙөү 0 1 2 3

Допинг ғауғаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1996 йылдың 28 июлендә Халыҡ-ара олимпия комитеты вәкилдәре Рәсәй йөҙөүсеһе Андрей Корнеевтың, шулай уҡ 48 килограмға тиклем категорияла бронза миҙал яулаусы Рәсәй көрәшсеһе Зафар Гулиевтың һәм велосипедсы Рита Размайтаның (Литва) тестарында бромантан булыуын хәбәр итә. Бөтә спортсылар ҙа дисквалификациялана. Рәсәй делегацияһы протест белдерә: формаль рәүештә бромантан тыйылмаған була, өҫтәүенә ул ваҡытта уның допинг сараһы булыуын раҫлаусы фәнни дәлилдәр юҡ. Рәсәй спорт арбитражына апелляция бирә һәм еңеп сыға. Атлеттарҙың дисквалификацияһы судьялар коллегияһы тарафынан юҡҡа сығарыла.Әммә был ваҡиғанан һуң бромантан тыйылған дарыуҙар исемлегенә өҫтәлә[3].

  1. Weisman, Steven R.. Atlanta Selected Over Athens for 1996 Olympics, The New York Times (19 сентябрь 1990). 23 сентябрь 2008 тикшерелгән.
  2. Официальный протокол Игр В групповой квалификации team women Подкопаева завоевала бронзу в команде. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 март 2007. Архивировано из оригинала 14 июнь 2007 года.
  3. Срыв покровов. Хотел ли МОК обмануть Россию с бромантаном? Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2016. Архивировано 8 июль 2016 года.