Олимпия уты

Олимпия уты — Олимпия уйындары символдарының береһе. Был ут уйындар үткәрелгән ҡалала асылған ваҡытта тоҡандырыла һәм ярыштар тамамланғанға тиклем өҙлөкһөҙ яна.

Боронғо грек йолаларына нигеҙләнгән традиция 1928 йылда Амстердамда үткән Олимпия уйындарында тергеҙелә. Олимпия уты проекты авторы — голланд архитекторы Ян Вилс, сәнғәт конкурсында алтын миҙал менән наградлана. 1936 йылда Берлинда үткән Олимпия уйындары ваҡытында Карл Димдың идеяһы буйынса беренсе тапҡыр Олимпия факелы эстафетаһы үткәрелә[1], ул грек йолаһы лампадодромияға барып тоташа. 3000-дән ашыу йүгереүсе факелды Олимпиянан Берлинға тиклем эстафетала ҡатнаша. Ҡышҡы Олимпия уйындарында олимпия уты 1936 йылда ла, 1948 йылда ла тоҡандырыла, ләкин эстафета тәүге тапҡыр 1952 йылда Ослолағы ҡышҡы Олимпия уйындары алдынан үткәрелә, әммә ул Олимпиянан түгел, ә Моргедалдән башлана.

Утты тоҡандырыу, ғәҙәттә, билдәле кешегә, йышыраҡ спортсыға тапшырыла, әммә ҡағиҙәнән ситләшеүҙәр ҙә була. Был тантанаға һайланыу оло хөрмәт тип һанала.

Эстафета

undefined

Хәҙерге ваҡытта олимпия утын, уйындар асылыуға бер нисә ай ҡалғас, Олимпияла (Греция) тоҡандыралар. Ун бер ҡатын-ҡыҙ, башлыса актрисалар, рухани ҡыҙҙарҙы сүрәтендә тантана үткәрә, уның барышында баш рухани (грек. πρωθιέρεια) Ҡояш нурҙарын туплаусы параболик көҙгө ярҙамында ут тоҡандыра. Факел өсөн яғыулыҡ итеп тәбиғи газ ҡулланыла[2]. Артабан был ут Олимпия уйындарын үткәреүсе ҡалаға оҙатыла. Ғәҙәттә йүгереүселәр факелды эстафета буйынса бер-береһенә тапшыра, әммә башҡа ысулдар ҙа ҡулланыла. Төп факелдан тыш, олимпия утынан махсус лампалар ҙа ҡабыҙыла. Улар төп факел (хатта уйындарҙағы ут та) теге йәки был сәбәптәр арҡаһында һүнгән осраҡта утты һаҡлау өсөн тәғәйенләнә. Ут һүнгән бер нисә осраҡ билдәле: уйындар ваҡытында (Монреаль, 1976, ҡойма ямғырҙар ваҡытында), Лондонда 2012 йылда уйындарға 20 көн ҡалғас, шулай уҡ 2013 йылда Мәскәүҙә һәм Благовещенда[3].

1928 йылда Амстердамда олимпия уты өсөн махсус башня төҙөлә.

Берлиндағы уйындар өсөн ут 1936 йылдың 20 июлендә ҡояштан яндырыла, тантанала 15 ҡыҙ ҡатнаша, һәм баш рухани факелды эстафетаны башлаған[4]. грек йүгереүсеһе Константин Кондилисҡа(Κωνσταντίνος Κονδύλης)[5] тапшыра.

Лондон Олимпиадаһын (1948) — Икенсе донъя һуғышынан һуң тәүге Олимпия уйындарын — үткәргәндә грек армияһы капралы факел йөрөтөүсе була, ул олимпия уты эстафетаһы башланыр алдынан, изге тыныслыҡ билдәһе итеп, үҙенең хәрби формаһын сисә һәм ҡоралын һала.

1964 йылда олимпия уты эстафетаһы бик ҡыҫҡа була. Ут Афинанан самолёт менән Венаға, ә унан Инсбрукҡа оҙатыла.

Мехиколағы Олимпиаданың олимпия уты эстафетаһы Христофор Колумбтың сәйәхәте маршрутын ҡабатлай.

1976 йылда Европанан Америкаға күсеү өсөн ялҡын энергияһының бер өлөшө сенсор ярҙамында тотола һәм радиосигналға үҙгәртелә. Спутник аша Оттаваға ебәрелә[6][7], унда лазер нуры ярҙамында яңы факелды тоҡандырыу башлана, һәм эстафета дауам итә[8][9].

1992 йылда утты паралимпиясы Антонио Ребольо йәйәнән атҡан уҡ тоҡандыра.

2000 йылда Сиднейҙа олимпия уты өс минут самаһы һыу аҫтында була.

2004 йылда олимпия уты эстафетаһы Афиналағы Олимпиаданы асыу алдынан Ер тирәләй урап сыға. Сәйәхәт 78 көн дауам итә, 78 000 саҡрым юл үтә һәм 11 300 факел йөрөтөүсе йәлеп ителә.

Олимпия утын тоҡандырыу тантанаһы

undefined
undefined
undefined

Эстафета уйындар баш ҡалаһының үҙәк стадионында, уларҙың асыу тантанаһы аҙағында тамамлана. Эстафетаның һуңғы ҡатнашыусыһы стадионға ҡуйылған табаҡта ут ҡабыҙа, унда ул уйындар тамамланғансы янып тора.

Олимпия уйындарын ойоштороусылар ут тоҡандырыуҙың үҙенсәлекле ысулын уйлап табырға һәм был ваҡиғаны иҫтә ҡалдырырға тырыша. Тантананың нескәлектәре сер итеп һаҡлана. Ут тоҡандырыусы тураһында, ғәҙәттә, алдан хәбәр ителмәй. Ҡағиҙә булараҡ, уны Олимпиада хужаһы илдең билдәле спортсыһы тоҡандыра.

Олимпия утын яндырыу хоҡуғына эйә булыусылар

Йәйге Олимпия уйындары

Уйындар Ҡала Факел йөрөтөүсе Спорт төрө
һөнәр
1936 Красный флаг, в центре которого находится белый круг с чёрной свастикой Берлин Фриц Шильген Еңел атлетика
1948 Бөйөк Британия Лондон Джон Марк Еңел атлетика
1952 Финляндия Хельсинки Пааво Нурми Еңел атлетика
1956 Австралия Мельбурн
Швеция Стокгольм
Рон Кларк
Ханс Викне
Еңел атлетика (Кларк)
Ат спорты (Викне)
1960 Италия Рим Джанкарло Перис Еңел атлетика
1964 Япония Токио Ёсинори Сакаи Талип, 1945 йылдың 6 авгусында тыуған, был көндә Хиросимаға атом бомбаһы ташлана
1968 Мексика Мехико Норма Энрикета Басилио де Сотело Еңел атлетика
1972 Германия Федератив Республикаһы Мюнхен Гюнтер Зан Еңел атлетика
1976 Канада Монреаль Стефан Префонтен, Сандра Хендерсон Канаданың
йәш спортсылары
1980 Совет Социалистик Республикалар Союзы Мәскәү Сергей Белов Баскетбол
1984 Америка Ҡушма Штаттары Лос-Анджелес Рафер Джонсон Еңел атлетика
1988 Корея Республикаһы Сеул Чон Сун Ман, Ким Вон Тхак, Сон Ми Чун Еңел атлетика
1992 Испания Барселона Антонио Ребольо Уҡтан атыу (паралимпия)
1996 Америка Ҡушма Штаттары Атланта Мөхәммәт Али Бокс
2000 Австралия Сидней Кэти Фримен Еңел атлетика
2004 Греция Афина Никос Какламанакис Елкән спорты
2008 Ҡытай Пекин Ли Нин Спорт гимнастикаһы
2012 Бөйөк Британия Лондон Кэллам Эйрли, Джордан Дакитт, Дезире Генри, Кэти Кирк,
Кэмерон Макритчи, Эйдан Рейнольдс, Адель Трейси[10]
Британияның билдәле спортсылары тарафынан тәҡдим ителгән 16 — 19 йәштәрҙәге ете йәш спортсы[11]
2016 Бразилия Рио-де-Жанейро Вандерлей ди Лима Еңел атлетика
2020 Япония Токио Наоми Осака Теннис
2024 Франция Париж

Ҡышҡы Олимпия уйындары

Уйындар Ҡала Факел йөрөтөүсе Спот төрө
1952 Норвегия Осло Эйгил Нансен Нансен Фритьофдың ейәне
1956 Италия Кортина-д’Ампеццо Гвидо Кароли Конькиҙа йүгереү спорты
1960 Америка Ҡушма Штаттары Скво-Вэлли Кеннет Хенри Конькиҙа йүгереү спорты
1964 Австрия Инсбрук Йозеф Ридер Тау саңғыһы спорты
1968 Франция Гренобль Ален Кальма Фигуралы шыуыу
1972 Япония Саппоро Хидэки Такада Уҡыусы
1976 Австрия Инсбрук Йозеф Файстмантль, Кристль Хаас Сана спорты
1980 АҠШ флагы Лейк-Плэсид Чарльз Морган Керр Психология докторы
1984 Югославия Сараево Сандра Дубравчич Фигуралы шыуыу
1988 Канада Калгари Робин Перри Уҡыусы
1992 Франция Альбервиль Мишель Платини, Франсуа-Сириль Гранж Савойя уҡыусыһы, Футболсы
1994 Норвегия Лиллехаммер Хокон Норвегия кронпринцы
1998 Япония Нагано Мидори Ито Фигуралы шыуыу
2002 Америка Ҡушма Штаттары Солт-Лейк-Сити Хоккей буйынса 1980 йылғы АҠШ олимпия йыйылма командаһы Шайбалы хоккей
2006 Италия Турин Стефания Бельмондо Саңғы ярыштары
2010 Канада Ванкувер Уэйн Гретцки, Катриона Лемэй-Доан,
Стив Нэш, Нэнси Грин, Рик Хансен
Шайбалы хоккей, конькиҙа йүгереү спорты,
баскетбол, тау саңғыһы спорты, паралимпиясы
2014 Рәсәй Федерацияһы Сочи Ирина Роднина, Владислав Третьяк Фигуралы шыуыу, шайбалы хоккей
2018 Корея Республикаһы Пхёнчхан Ким Ён А Фигуралы шыуыу
2022 Ҡытай Пекин Чжао Цзявен, Динигир Йиламуцзян Саңғы ике бәйгеһе, саңғы ярыштары

Олимпия утын килтереү ысулдары

Транспорт төрө Йыл Уйындар үткәреү ҡалаһы
Саңғы 1952 Осло (Ҡышҡы уйындар)
Самолёт 1952 Хельсинки (Йәйге уйындар)
Аттар 1956 Стокгольм (Йәйге уйындар)
Корабль, шлюпка, һыу саңғыһы 1968 Мехико (Йәйге уйындар)
Мотоцикл 1972 Мюнхен (Йәйге уйындар)
Лазер нуры 1976 Монреаль (Йәйге уйындар)
Вертолёт 1984 Лос-Анджелес (Йәйге уйындар)
Ҡарғиҙәр 1988 Калгари (Ҡышҡы уйындар)
Concorde самолёты 1992 Альбервиль (Ҡышҡы уйындар)
Cataluna фрегаты 1992 Барселона (Йәйге уйындар)
Егеүле боландар, парашют,
инвалид коляскаһы
1994 Лиллехаммер (Ҡышҡы уйындар)
Каноэ, пони-экспресс, пароход, поезд 1996 Атланта (Йәйге уйындар)
Егеүле эттәр, ҡарғиҙәр,
сана, егеүле аттар
2002 Солт-Лейк-Сити (Ҡышҡы уйындар)
«Формула-1» командаһы болиды,
Венеция гондолаһы
2006 Турин (Ҡышҡы уйындар)
Дракон (традицион Ҡытай кәмәһе) 2008 Пекин (Йәйге уйындар)
Традицион англиз кәмәһе,
сабыш аттары, паровоз, тарзанка,
катер
2012 Лондон (Йәйге уйындар)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Mallon B. & Heijmans J. Historical Dictionary of the Olympic Movement. 4th ed. The Scarecrow Press, 2011. P. LII, 99
  2. Олимпийский факел: символика и устройство. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2021. Архивировано 23 июль 2021 года.
  3. Ледяной ветер погасил олимпийский огонь в Благовещенске. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2013. Архивировано 28 март 2014 года.
  4. Mallon B. & Heijmans J. Historical Dictionary of the Olympic Movement. 4th ed. The Scarecrow Press, 2011. P. LII
  5. Torches and Torch Relays of the Olympic Summer Games from Berlin 1936 to Rio 2016 (ингл.). Olympic Studies Centre (22 май 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2020. Архивировано 28 июль 2020 года.
  6. Из истории олимпиад. «Скромная» дороговизна Монреаля. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2017. Архивировано 29 сентябрь 2020 года.
  7. Эстафета огня — рекорды, факты, курьёзы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2017. Архивировано 22 декабрь 2017 года.
  8. Эстафета разных лет. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2017. Архивировано 22 декабрь 2017 года.
  9. Невероятные приключения олимпийского огня. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2017. Архивировано 22 декабрь 2017 года.
  10. Seven teenagers light Games' cauldron. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2012. Архивировано из оригинала 6 ғинуар 2015 года.
  11. Непосредственно на стадион факел доставил Стив Редгрейв

Һыланмалар

ссылка на KML  Всемирная эстафета олимпийского огня 2008 Google Maps  KMZ (файл меток KMZ для Google Earth)

Категориялар