Паровоз
Парово́з — пар ҡулланыусы автономлы локомотив, двигатель сифатында пар машинаһын ҡуллана. Паровоздар рельстар буйлап хәрәкәт иткән тәүге транспорт саралары була; локомотив төшөнсәһенең үҙе күпкә һуңыраҡ һәм тап паровоздар арҡаһында барлыҡҡа килә.
Паровоз — кеше тарафынан булдырылған үҙенсәлекле техник сараларҙың береһе, ә уның тарихтағы ролен баһалап бөткөһөҙ. Улар арҡаһында тимер юл транспорты барлыҡҡа килә, һәм тап паровоздар XIX быуаттың һәм XX быуаттың беренсе яртыһында транспорттың төп өлөшө була, илдәрҙең иҡтисади үҫешендә үтә ҙур роль уйнай.
Паровоздар даими яҡшыра һәм үҫешә, был тәүге конструкцияларҙан айырылып торған күп төрҙәре барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, вагонһыҙ, ҡаҙанһыҙ һәм мейесһеҙ, двигатель сифатында турбина ҡулланылған, тешле трансмиссиялы паровоздар бар. Әммә XX быуат уртаһынан паровоз экономиялылығы буйынса унан күпкә өҫтөн булған локомотив — тепловоздарға һәм электровоздарға урын бирергә мәжбүр була. Әммә бер нисә илдә, шул иҫәптән магистраль линияларҙа ла паровоздар эшләүен дауам итә.
Этимологияһы
Рус телендәге «паровоз» һүҙен XIX быуат уртаһында "Төньяҡ бал ҡорто"гәзитен сығарған Н. И. Греч уйлап тапҡан тип иҫәпләнә. Быға тиклем паровозды «самокатлы пар машинаһы» (йәки ябай ғына «машина»), «парлы фура», «парлы арба», Черепановтар һәм В. А. Жуковский "пароход"тип йөрөткәндәр.
1836 йылда Царское Село тимер юлы асылыу менән бәйле «Төньяҡ бал ҡорто» гәзитенең 30 сентябрҙәге 223-сө һанында түбәндәге хәбәр баҫыла:
Һыу пароходтарынан айырыу өсөн паровоз тип атарға мөмкин булған пар машиналары килеп етеү менән уларҙы ҡулланыу тәжрибәләре башланасаҡ…[1]
Царское Село тимер юлы төҙөүсеһе Ф. А. Герстнерҙың тәүге отчеттарында: «пар машинаһы», «пар экипажы», "пар каретаһы"осрай. 1837 йылдан Герстнер «паровоз»һүҙен ҡуллана. Царское Село тимер юлы отчеттарында «паровоз» һүҙе тәүге тапҡыр шул уҡ йылдың 8 февралендә күренә[2].
Паровоздарҙың классификацияһы
Паровоздың төҙөлөшө һәм эшләү принцибы
Конструкцияларҙың күп төрлөлөгөнә ҡарамаҫтан, бөтә паровоздарҙың өс төп бер-береһенә бәйле өлөшө бар: пар ҡаҙанлығы, пар машинаһы һәм экипаж[3][4].
Пар ҡаҙанлығы етештереү өсөн пар ҡулланыла, йәғни ул беренсел энергия сығанағы булып тора. Паровоздағы пар күп кенә ҡоролмаларҙа һәм механизмдарҙа һәм тәү сиратта пар машинаһында тартыу көсө биреүсе. Пар двигателе пар энергияһын поршенде хәрәкәткә килтерә, ә ул үҙ сиратында тәгәрмәстәрҙе әйләнергә мәжбүр итә. Раманан һәм хәрәкәт итеү өлөштәренән торған паровоз экипажы паровоздың күсмә нигеҙе булып тора һәм ҡорамалдар йөрөтөү һәм паровоздың рельстар буйлап хәрәкәте өсөн хеҙмәт итә. Шулай уҡ ҡайһы берҙә паровоздың төп өлөштәренә тендер инә — ул паровозға беркетелгән вагон, һыу һәм яғыулыҡ запасы һаҡлау өсөн ҡулланыла[3][4].
Паровоз тарихы
Паровоз бер кешенең генә түгел, ә инженерҙар һәм механиктарҙың тотош быуынының уйлап табыуы булып тора. |
Тәү тарих
1680 йылда арбаны күсерер өсөн пар ҡулланыуҙы беренсе булып И. Ньютон тәҡдим итә. Уның арбаһы реактив тартыу көсө ҡулланған. Француз инженеры Николя Кюньо 1769 йылда пар двигателе менән өс тәгәрмәсле рельсһыҙ арба төҙөй[5]. Машина үҙ аллы хәрәкәт итә, әммә бик уңышһыҙ конструкция булып сыға. Кюньоның арбаһы музейҙа һаҡлана[6]. Американлы Эванс һәм Уаттың ярҙамсыһы Уильям Мердок та үҙҙәренең эштәрен практик ҡуллана алмай[5].
Иҫкәрмәләр
- Комментарийҙар
- Сығанаҡтар
- ↑ В. В. Одинцов. Лингвистические парадоксы. — М.: Просвещение, 1982. — С. 31—32.
- ↑ Раков, 1995, с. 7—10
- ↑ 1 2 Дробинский В. А. Основные части паровоза и экипировочные устройства // Как устроен и работает паровоз. — 1955. — С. 16.
- ↑ 1 2 С. П. Сыромятников. Составные части паровоза // Курс паровозов. Устройство и работа паровозов и техника их ремонта / Центральное управление учебными заведениями. — М.: Государственное транспортное железнодорожное издательство, 1937. — Т. 1. — С. 4—6.
- ↑ 1 2 Паровоз / Васильев П. // Пализа — Перемычка. — М. : Советская энциклопедия, 1939. — Стб. 232-234. — (Большая советская энциклопедия : [в 66 т.]; vol. 1926—1947, вып. 44).
- ↑ Котурницкий П. В. Паровозы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Әҙәбиәт
- Забаринский П. Стефенсон. — М.: Журнально-газетное объединение, 1937. — (Жизнь замечательных людей).
- Котурницкий П. В. Паровозы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Струженцов И. М. Конструкции паровозов. — Центральное управление учебными заведениями. — М.: Государственное транспортное железнодорожное издательство, 1937.
- Карташов Н. И. История развития конструкции паровоза. — М. Онти. Глав. ред. машиностроительной и автотракторной лит-ры, 1937. — 256 с.
- С. П. Сыромятников. Курс паровозов. Устройство и работа паровозов и техника их ремонта / Центральное управление учебными заведениями. — М.: Государственное транспортное железнодорожное издательство, 1937. — Т. 1. — 337 с.
- С. П. Сыромятников. Курс паровозов. Устройство и работа паровозов и техника их ремонта / Центральное управление учебными заведениями. — М.: Государственное транспортное железнодорожное издательство, 1937. — Т. 2. — 524 с.
- Раков В. А. Локомотивы отечественных железных дорог 1845—1955. — Изд. 2-е, переработанное и дополненное. — М.: Транспорт, 1995. — ISBN 5-277-00821-7.
- Хмелевский А. В., Смушков П. И. Паровоз (устройство, работа и ремонт). Учебник для технических школ железнодорожного транспорта. — 2-е издание. — М., 1979.
- БСЭ. — 2-е издание.
- Альбом паровозов / Юго-Западная железная дорога, Служба подвижного состава и тяги. — К.: Типография С. В. Кульженко, 1896. — 108 c. Негативы.
Һылтанмалар
- Отечественные локомотивы Архивная копия от 17 март 2012 на Wayback Machine
- История Ж. Д. — Паровозы
- Наши узкоколейные паровозы
- Extreme Steam — Unusual Variations on The Steam Locomotive (инг.)
- TV and Radio programmes from the BBC archives celebrating steam trains Архивная копия от 29 июнь 2018 на Wayback Machine
- Database of surviving steam locomotives in North America Архивная копия от 27 апрель 2021 на Wayback Machine