Локомотив

Локомоти́в — тимер юл поездарын һәм айырым вагондарҙы тимер юлдар буйлап алып барыу өсөн тәғәйенләнгән хәрәкәтсән состав[1].

Этимологияһы

Этимологияһы франц. locomotive һүҙенән[2], ул үҙе лат. loco moveo «урындан ҡуҙғатыу»ҙан яһалған[3][2]. Йәки ингл. locomotive, лат. lосō movēre «урындан ҡуҙғалыу» тигәндән алынған[4].

Әммә бында донъяла тимер юлдарҙың барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихын иҫәпкә алырға кәрәк.

Рус телендә «паровоз» һүҙе В. И. Даль һүҙлегендә XIX быуат аҙағында (1881) француз телендәге «паровоз, пар йөрөткән арба» һүҙенән үҙләштерелгән тип теркәлгән[5]. Үҙ сиратында, «паровозъ» һүҙе 1865 йылда пар һүҙенән килеп сыҡҡан тип теркәлә[6]. 1882 йылда ул ентекләберәк тасуирлай: «Пар көсө менән йүгереүсе Пар арбаһы (паровоз); ғәҙәттә уға яғыулыҡ тейәлгән тендер һәм вагондар, юлсылар өсөн кареталар, йәки платформалар беркетелә»[7].

Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлегендә (1896) «паровоз» «үҙе хәрәкәт иткән һәм артынан йөк тарта алған машина. Был машиналарҙың иң киң ҡулланылғаны һәм хәҙерге ваҡытта иң мөһиме — тимер юлдарҙа поездарҙы ташыу өсөн ҡулланылған паровоз. Әммә хәҙерге технологияларҙа тимер юл трассаларында йөрөү өсөн паровоздарҙан айырылып торған башҡа күп кенә локомотивтар әһәмиәт ала башлай…» тип аңлатыла[8].

Тарихы

Донъялағы беренсе пар менән үҙйөрөшлө транспорт сараһы 1769 йылда Францияла Н. Ж. Кюньо тарафынан уйлап табыла һәм «пар арбаһы» (франц. fardier à vapeur) тип атала[9]. Тимер юлдарҙың прообразы Боронғо Мысырҙа, Грецияла һәм Римдә арба тәгәрмәстәре өсөн таш колеялы юлдар рәүешендә булған. Урта быуат рудниктарында ағас рельстар һәм шына рәүешендәге шкивлы арба тәгәрмәстәре ҡулланыла, һуңыраҡ улар ныҡлыҡ өсөн металл табаҡтар менән көпләнә[10][11]. 1738 йылда суйын рельстар ҡулланыла башлай, 1767 йылда Ричард Рейнольдс U-образлы рельстар ҡуллана.

Тартыу көсө булараҡ аттар, ә һуңыраҡ трослы стационар пар лебедкалары ҡулланыла. 1803 йылда Көньяҡ Уэльста Ричард Тревитик 1801 йылда үҙе уйлап тапҡан пар арбаһын рельстарға ҡуя. Шулай итеп, донъяла беренсе паравоз — «Колбрукдейл (паравоз)» паровозын булдыра, уның менән 1804 йылдың 21 февралендә тәүге тапҡыр 15 км-ға 5 вагонда 10 тонна тимер һәм 70 пассажир күсерә (суйын рельстарҙың йыш ватылыуы арҡаһында хәрәкәт бер нисә ай ғына дауам итә)[11]. 1814 йылда Джордж Стефенсон[12] төҙөгән "Блюхер"ы шул ваҡыттағы локомотивтар төҙөүгә күп яңылыҡтар индерә. 1823 йылда ул донъяла беренсе дөйөм тәғәйенләнешле тимер юл — 21 км оҙонлоҡтағы Стоктон — Дарлингтон тимер юлы төҙөлөшөндә ҡатнаша, шул уҡ ваҡытта паровоздар етештереү буйынса донъяла беренсе завод аса. Заводта етештерелгән тәүге паровоз «Locomotion № 1» тип атала[10]. 1825 йылдың 27 сентябрендә уның буйлап 34 вагондан торған беренсе поезд үтә, шуларҙың 28-е пассажирҙар поездары була, уларҙы «Локомотив» паровозы йөрөтә. 1830 йылда оҙонлоғо 50 км булған Ливерпуль — Манчестер тимер юлы асыла[13].

Был осорҙан тимер юлдар йылдам үҫешә башлай. 1831 йылда Америкала беренсе паровоз заводы төҙөлә, 1832 йылда Францияла, 1835 йылда Германияла һәм Бельгияла, 1853 йылда Британ Ост-Һиндостанында, 1854 йылда Австралияла, 1856 йылда Мысырҙа тимер юл асыла[10]. Ул ваҡытта пар транспортынан пароходтар үҫешкән була, Францияла йылға пароходтары 1803 йылдан, 1815 йылдан Рәсәйҙә төҙөлә башлай[13].

Рәсәйҙә тәүге паровозды Түбәнге Тагил заводы руднигы ихтыяждары өсөн аталы-уллы Черепановтар 1834 йылда уйлап таба һәм төҙөй, оҙонлоғо 834 м булған ҡойолған тимер юл һалына.

Тәғәйенләнеше

Локомотив пассажирҙар, йөк ташыу һәм башҡа ниндәй ҙә булһа эш башҡарыу өсөн тәғәйенләнмәгән, ул тик тартыу көсө булараҡ файҙаланыла. Әммә тимер юл транспорты үҫешенең тәүге осоронда моторлы вагондарҙы ла локомотив төрөнә индерәләр, әммә һуңынан моторвагонлы хәрәкәт итеүсе состав локомотив тип классификацияланыуҙан туҡтай[14]. Ҡайһы бер локомотивтарҙы тартыу функцияһынан тыш, поездағы вагондарҙы электр энергияһы менән тәьмин итеү өсөн дә ҡулланырға мөмкин.

Локомотивтар төрҙәре

Локомотивтар автономлы һәм автономһыҙ булырға мөмкин. Автономлы локомотивтарҙың беренсел двигателе бар, ул запас яғыулыҡ энергияһын механик эшкә әйләндерә. Автономлы булмаған локомотивтар тышҡы сығанаҡтан электр контакт селтәренән эшләү өсөн энергия ала.

Локомотивтарҙың төп төрҙәре: паровоз[15], тепловоз[16], электровоз[17].

Үрҙә әйтелгәндәрҙән тыш, локомотивтарҙың күпкә һирәгерәк осрай торған башҡа төрҙәре: газотурбовоз[18], электропаровоз, паротурбовоз, гибрид локомотив[19], гировоз, пневматик локомотив.

Формаль рәүештә улар локомотивтар түгел, әммә үҙ функцияларын башҡара ала: мотовоз,локомобиль.

Иҫкәрмәләр

  1. ГОСТ 55056-2012. — С. 4. термин 50 «Локомотив».
  2. 1 2 Локомотив // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Локомотив / Кузьмич В. Д. // Большая российская энциклопедия [Электронный ресурс]. — 2017. (Локомотив / Кузьмич В. Д. // Лас-Тунас — Ломонос. — М. : Большая российская энциклопедия, 2010. — С. 763. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 17). — ISBN 978-5-85270-350-7.).
  4. Локомотив // Этимологический словарь русского языка = Russisches etymologisches Wörterbuch : в 4 т. / авт.-сост. М. Фасмер ; пер. с нем. и доп. чл.‑кор. АН СССР О. Н. Трубачёва, под ред. и с предисл. проф. Б. А. Ларина [т. I]. — Изд. 2-е, стер. — М. : Прогресс, 1986—1987.
  5. Локомотив // Толковый словарь живого великорусского языка : в 4 т. / авт.-сост. В. И. Даль. — 2-е изд. — СПб. : Типография М. О. Вольфа, 1880—1882.
  6. Парник Архивная копия от 1 май 2022 на Wayback Machine // Толковый словарь живого великорусского языка / авт.-сост. В. И. Даль. — 1-е изд.
  7. Пар // Толковый словарь живого великорусского языка : в 4 т. / авт.-сост. В. И. Даль. — 2-е изд. — СПб. : Типография М. О. Вольфа, 1880—1882.
  8. Таненбаум А. С. Локомотив // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  9. Котурницкий П. В. Паровоз // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  10. 1 2 3 Сотников Е. А. Железные дороги мира из XIX в XX век // М.: Транспорт, 1993. — 200 с., ил. ISBN 5-277-01050-5. — С. 12-16.
  11. 1 2 Зиде Вальтер. Das Buch von der Eisenbahn — Ihr Werden und Wesen / Железная дорога. Её возникновение и жизнь. В переводе И. А. Горкиной // М.: Транспечать НКПС, 1930. — 243 с., ил.
  12. Стефенсон, Джордж // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  13. 1 2 История железнодорожного транспорта России. — СПб., 1994. — Т. 1. — С. 13, 15, 28-40. — 336 с. — 15 000 экз. — ISBN 5-85952-005-0.
  14. Что такое локомотив. Почему локомотив? 1520mm.ru О железных дорогах России и Советского Союза. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июнь 2021. Архивировано 10 июнь 2021 года.
  15. ГОСТ 55056-2012. — С. 4. термин 53 «Паровоз».
  16. ГОСТ 55056-2012. — С. 4. термин 52 «Тепловоз».
  17. ГОСТ 55056-2012. — С. 5. термин 54 «Электровоз».
  18. ГОСТ 55056-2012. — С. 5. термин 55 «Газотурбовоз».
  19. ГОСТ 55056-2012. — С. 5. термин 57 «Гибридный локомотив».

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар