Кортина-д’Ампеццо

Корти́на-д’Ампе́ццо (итал. Cortina d'Ampezzo [korˈtiːna damˈpɛttso], вен. Cortina d’Anpezo, романш. Anpëz, элек нем. Petsch-Hayden) — Италияның Венето төбәгенең Беллуно провинцияһының Кадоре таулы өлкәһендәге ҡала; Доломит Альп тауҙарындағы ҡышҡы курорт. Диңгеҙ кимәленән 1200 метр самаһы бейеклектә урынлашҡан. Даими халҡы — 5,6 меңгә яҡын (ҡышҡы миҙгелдә 6 — 8 тапҡырға арта).

Кортинаның тирә-яғында 38 тауға күтәргес эшләй (2012 йылда). Саңғы трассалары һаны 72-гә етә. Трассаларҙың дөйөм оҙонлоғо — 120 саҡрым.

Тарихы

Рим империяһы осоронда хәҙерге ҡала территорияһы Цизальп Галлияһы составына инә. Ampicium Cadubri (итал. Ampezzo del Cadore) ауылы тураһында беренсе тапҡыр Тревизо кешеһенең 1156 йылдың 15 июнендә теркәлгән ер һатыу тураһындағы нотариаль яҙмаһында телгә алына.

1420 йылда Ампеццо тау торамаһы (Кадораның бөтә өлкәһе кеүек үк) Венеция республикаһына бойондороҡло була, ул тау халҡының үҙидараға хоҡуғын таный.

1862 йылда Ампеццоға Венанан альпинизмға нигеҙ һалыусыларҙың береһе Пауль Грохман килә. Уның тау түбәләренә күтәрелеүе арҡаһында альпинистар Кортинаға күпләп килә башлай, ауылды Австро-Венгриянан ситтә билдәле итә. Ҡала урамдарының береһе Грохман исеме менән аталған.

Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Кортина тирәһендә алыштар була. Тик 1918 йылдың аҙағында ғына Италия ғәскәрҙәре ҡасабаға инә һәм һуғыш аҙағында Италия составына инә. (Кортинаға ул саҡта армияла йөк машинаһы водителе булып хеҙмәт иткән Эрнест Хемингуэй ҙа килә.)

Һуғыш тамамланғас, Кортина тау саңғыһы курорты булараҡ әүҙем үҫешә башлай. Тау саңғыһы спорты өсөн кәрәкле инфраструктура шул заман талаптарына яуап бирә. Курорт журналдарҙа, шул иҫәптән сит ил журналдарында әүҙем рекламалана.

Спорт

1944 йылда ҡышҡы Олимпия уйындары нәҡ Кортина-д/Ампеццола үтергә тейеш була, әммә Икенсе донъя һуғышы арҡаһында туҡтатыла. 1956 йылда ҡалала ҡышҡы Олимпия уйындары үтә, унда СССР йыйылмаһы тәүге тапҡыр ҡатнаша.

Кортина-д/Ампеццо 1927 һәм 1941 йылдарҙа саңғы спорты төрҙәре буйынса[3], 1941 йылда тау саңғыһы спорты буйынса, 1937, 1950, 1954, 1960, 1966, 1981, 1989, 1999 йылдарҙа бобслей һәм скелетон буйынса донъя чемпионаттарын ҡабул итә.

2026 йылда Кортина һәм Миланда ҡышҡы Олимпия уйындары уҙасаҡ.

Туғандаш ҡалалары

Иҫкәрмәләр

  1. Superficie di Comuni Province e Regioni italiane al 9 ottobre 2011ISTAT.
  2. Popolazione Residente al 1° Gennaio 2018ISTAT.
  3. Результаты последнего были в 1946 году признаны неофициальными из-за малого количества участников.