Санкт-Мориц
Са́нкт-Мо́риц (нем. St. Moritz, романш. San Murezzan, франц. Saint-Maurice, итал. San Maurizio) — Швейцариялағы ҡала[2], курорт, Граубюнден кантонында шул уҡ исемле күл ярында урынлашҡан.
Малоя төбәге составына инә (2015 й. тиклем Малоя округына ингән). Халҡы 4882 кеше тәшкил итә (2019 йылдың 31 декабренә)[2]. Рәсми коды — 3787.
Тарихы
Ҡала беренсе тапҡыр ad sanctum Mauricium исеме аҫтында 1137 йылда телгә алына.
Ҡышҡы спорт
Санкт-Мориц 1928 һәм 1948 йылдарҙа ҡышҡы Олимпиадаларҙың баш ҡалаһы була. Инсбрук һәм Лейк-Плэсид ҡалалары ла ҡышҡы Олимпиаданы ике тапҡыр ҡабул итә.
1934, 1974, 2003 һәм 2017 йылдарҙа Санкт-Морицта тау саңғыһы спорты буйынса донъя чемпионаты үткәрелә. Тау саңғыһы спорты буйынса донъя Кубогы этаптары йыл һайын бында үтә.
Санкт-Мориц шулай уҡ бобслейҙың тыуған ере тип һанала[3]. Уның трассаһында бобслей, сана спорты һәм скелетон буйынса ҙур ярыштар үткәрелә. Трасса, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, тәбиғи һәм ҡыш һайын яңынан эшләнә.
Фотографиялар
Иҫкәрмәләр
- ↑ Вы как себя называете? - Санкт-Петербургские ведомости - Выпуск № 170 от 11.09.2008 (недоступная ссылка — история).
- ↑ 1 2 Statistik der Schweizer Städte 2021 (нем.). Федеральное статистическое управление (Швейцария) (20 апрель 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2021. Архивировано 9 июль 2021 года.
- ↑ Лед и пламя: Ультрасани. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 октябрь 2010. Архивировано 2 ноябрь 2009 года.
Һылтанмалар
- Официальная страница
- Фильм о курорте Санкт-Мориц. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 август 2009. Архивировано из оригинала 16 сентябрь 2009 года.
- Интерактивная панорама Санкт-Морица и Альп