1952 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
VI ҡышҡы Олимпия уйындары
Эмблема
1952 йылғы ҡышҡы Олимпиада эмблемаһы
Ойоштороусы ҡала Норвегия Осло, Норвегия
Ҡатнашыусы илдәр 30
Спортсылар һаны 694 (585 ир-егет, 109 ҡатын-ҡыҙ)
Уйнатылған миҙалдар 8 спорт төрөндә 22 миҙал тупланмаһы
Асыу тантанаһы 14 февраль 1952
Аса Принцесса Рангхильда
Ябыу тантанаһы 25 февраль 1952
Олимпия уты Эйгил Нансен
Олимпия анты Флаг Норвегии Турбьёрн Фалькангер (Трамплиндан һикереү)
Стадион Бислетт
Сайт olympic.org/oslo-… (инг.)
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

1952 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары (норв. Vinter-OL 1952), шулай уҡ «VI ҡышҡы Олимпия уйындары» булараҡ билдәле (ингл. VI Winter Olympics, франц. Les VIes Jeux olympiques d'hiver) — Норвегияның Осло ҡалаһында үткәрелгән мультиспорт сараһы. Был ҡала 1936 һәм 1948 йылдарҙағы ҡышҡы Олимпия уйындарын үткәреүгә ғариза бирә, әммә 1936 йылда уйындар Германияға бирелә, ә һуңынан Икенсе донъя һуғышы 1948 йылға пландарҙы тормошҡа ашырыуға ҡамасаулай.

Норвегияның баш ҡалаһы һайлауҙар ваҡытында итальян Кортина-д-Ампеццоһын һәм Американың Лейк-Плэсидын уҙып китә һәм ҡышҡы Олимпиаданы үткәреү өсөн һайлана (1992 йылға тиклем ҡышҡы уйындар йәйге уйындар менән бер үк йылда үткәрелә).[⇨].

Бөтә ярыштар Ослола, ә тау саңғыһы спорты буйынса уҙыштар Норфьеллала үтә. Матбуғат вәкилдәре һәм юғары вазифалы кешеләр өсөн ҡунаҡхана һәм спортсылар һәм уларҙың тренерҙары өсөн өс йорт төҙөлә. Бындай ҡоролмалар Олимпия ауылы тарихында беренсе була. Уйындарҙы үткәреү Ослоның иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итә.

Уйындарҙа 30 илдән 694 спортсы спорттың ете төрөндә ҡатнаша, бөтәһе 22 комплект миҙал уйнатыла[1]. Япония һәм ГФР Икенсе донъя һуғышынан һуң Олимпиадала беренсе тапҡыр ҡатнаша. ГДР ҡатнашыуҙан баш тарта, сөнки уларҙың вәкилдәре ГФР менән бер командала ярышыуҙан баш тарта. Португалия һәм Яңы Зеландия ҡышҡы Олимпия уйындарында дебют яһай. Шулай уҡ, беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар араһында саңғы ярыштары үткәрелә.

Олимпиада баш ҡалаһын һайлау

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Осло

Уйындарҙы үткәреүгә Ослонан тыш, Лейк-Плэсид (АҠШ) һәм Кортина д’Ампеццо (Италия) дәғүә итә[2]. 1947 йылдың 21 июнендә Стокгольмда үткән Халыҡ-ара олимпия комитетының 40-сы сессияһында Осло 1952 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарын ҡабул итеү урыны буласағы тураһында иғлан ителә[3]. Артабан ике еңелгән дәғүәсе лә ҡышҡы Олимпиаданы ҡабул итә. Киләһе уйындар Кортина-д’Ампеццола (1956) һәм 1980 йылда Лейк-Плэсидта үтә. Норвегия ҡышҡы Олимпия уйындарын ҡабул иткән беренсе скандинав иле була[2]. Осло — ҡышҡы уйындар үткән илдең беренсе (һәм әлегә берҙән-бер) баш ҡалаһы[1].

Һайлау һөҙөмтәләре[4]
Ҡала Ил 1-се раунд
Осло Норвегия Норвегия 17
Кортина-д'Ампеццо Италия Италия 9
Лейк-Плэсид Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 1

Олимпия уты 13 февралдә Моргедаль ауылында саңғы спорты пионеры Сондре Норхейм йортоноң каминында тоҡандырыла[1]. Олимпия утыы эстафетаһы саңғыла үтә һәм ике көн дауам итә[1][5].

Фотография с церемонии открытия на Бислетте
Асыу тантанаһы фотографияһы

Асыу тантанаһы 15 февралдә Бислетт стадионында үтә[6]. Бөйөк Британия короле Георг VI 1952 йылдың 6 февралендә, уйындар башланыуға 8 көн ҡалғас, вафат була[7]. Был ваҡиға һөҙөмтәһендә бөтә дәүләттәрҙең флагтары яртылаш ҡына күтәрелә, һәм Норвегия принцессаһы Рангхильда уйындарҙы үҙенең олатаһы, король Хокон VII (Лондонда була) урынына аса[8]. Был — Олимпия уйындарын ҡатын-ҡыҙ асҡан беренсе осраҡ[1]. Милләттәр парады традиция буйынса үтә, уға ярашлы, Греция вәкилдәре беренсе булып сыға, артабан башҡа илдәр ҙә килә, улар стадионға норвег алфавиты тәртибендә сыға, һәм хужалар тамамлай[5]. Бөйөк Британия, Австралия, Канада һәм Яңы Зеландия спортсылары мәрхүм монархтың иҫтәлеген хөрмәтләп стадионға ҡара таҫма менән сыға[9].

Рәсми асылыуға бер көн алда бобслей һәм тау саңғыһы спорты буйынса ярыштар үтә[10]. Был сараларҙа ҡатнашҡан спортсылар асыу тантанаһында була алмай, шуға күрә ябайлаштырылған асыу тантаналары Фрогнерсетеренда һәм Норефьеллела үтә[11].

30 ил спортсылары килә, был ҡышҡы Олимпия уйындарында милли олимпия комитеттары һаны буйынса рекорд булып тора[6]. Яңы Зеландия һәм Португалия «аҡ» Олимпиадала тәүге тапҡыр ҡатнаша. Австралия, Германия һәм Япония 16 йылдан һуң килә. Көньяҡ Корея, Лихтенштейн һәм Төркиә 1948 йылғы ҡышҡы уйындарҙа ҡатнаша, әммә был Олимпиадаға спортсыларын ебәрмәй.

1952 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары картаһы
Йәшел менән ҡышҡы Олимпиадаларҙа 2 һәм унан күберәк ҡатнашҡан илдәр
Зәңгәр менән — тәүге тапҡыр ҡатнашҡан илдәр билдәләнгән
Нөктә менән (•) — Осло ҡалаһы
Ил Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе
1 Норвегия Норвегия 7 3 6 16
2 Флаг США (48 звёзд) АҠШ 4 6 1 11
3 Финляндия Финляндия 3 4 2 9
4 Германия Германия 3 2 2 7
5 Австрия Австрия 2 4 2 8
6 Италия Италия 1 0 1 2
6 Канада флагы (1921—1957) Канада 1 0 1 2
8 Бөйөк Британия Бөйөк Британия 1 0 0 1
9 Нидерланд Нидерланд 0 3 0 3
10 Швеция Швеция 0 0 4 4
  1. 1 2 3 4 5 Oslo 1952. International Olympic Committee. Дата обращения: 27 апрель 2011. Архивировано 25 декабрь 2018 года.
  2. 1 2 Findling and Pelle (1996), p. 252
  3. Organising Committee for the VI Winter Olympic Games (1952), p. 20
  4. Past Olympic host city election results. GamesBids. Дата обращения: 17 март 2011. Архивировано 17 март 2011 года.
  5. 1 2 Organising Committee for the VI Winter Olympic Games (1952), p. 176
  6. 1 2 1952 Oslo Winter Games. Sports Reference LLC. Дата обращения: 26 август 2010. Архивировано 29 август 2010 года.
  7. 1952: King George VI dies in his sleep, BBC (6 февраль 1952). 26 август 2010 тикшерелгән.
  8. Organising Committee for the VI Winter Olympic Games (1952), p. 175
  9. Organising Committee for the VI Winter Olympic Games (1952), p. 178
  10. Organising Committee for the VI Winter Olympic Games (1952), p. 172
  11. Organising Committee for the VI Winter Olympic Games (1952), p. 180