2024 йылғы йәйге Олимпия уйындары
| XXXIII Олимпия уйындары | |
|---|---|
| |
| Ойоштороусы ҡала |
|
| Асыу тантанаһы | 26 июль 2024 |
| Ябыу тантанаһы | 11 август 2024 |
| Стадион | Стад де Франс |
| Сайт | paris2024.org (фр.) (инг.) |
2024 йылғы йәйге Олимпия уйындары (рус. Летние Олимпийские игры 2024, ингл. 2024 Summer Olympics, франц. Jeux olympiques d'été de 2024, рәсми атамаһы XXXIII йәйге Олимпия уйындары) — йәйге Олимпия уйындары 2024 йылдың 26 июленән 11 авгусына тиклем Францияһының баш ҡалаһы Парижда уҙа, иҫәп буйынса 33-сө.
2017 йылдың 13 сентябрендә Халыҡ-ара олимпия комитеты Лималағы 131-се сессияһында Парижды Олимпия уйындарының баш ҡалаһы тип рәсми рәүештә иғлан итә[1].
Уйындар девизы — Venez partager.
Уйындар үткәреүгә ғаризалар ҡарау
Уйындарҙы үткәреүгә кандидаттар булып башта Будапешт (Венгрия), Гамбург (Германия), Лос-Анджелес (АҠШ), Париж (Франция), Рим (Италия) ҡалалары тора[2]. 2015 йылдың 27 июленә тиклем шулай уҡ Бостон (АҠШ) кандидат була, әммә ул йәмәғәт хуплауы тапмай һәм Лос-Анджелесҡа алмаштырыла[3][4]. Ғариза биреү процесы тамамланыуға бөтәһе лә, Лос-Анджелес һәм Париждан башҡа, үҙ ғаризаларын кире ала[5].
2017 йылдың 13 сентябрендә Лимала (Перу) Халыҡ-ара олимпия комитетының 131-се сессияһында, Париж Уйындар уҙғарыу урыны итеп һайлана. 2028 йылғы Олимпия уйындары Лос-Анджелесҡа бирелә[6][7].
| Баш ҡала һайлау һөҙөмтәләре | ||||||
|---|---|---|---|---|---|---|
| Кандидаты | Страна | 1-се раунд | ||||
| Париж | Бер тауыштан | |||||
Символдар
Эмблема
Талисман
Слоган
Олимпия уты эстафетаһы
Олимпия уты
Париждағы олимпия утында углерод яғыулығы ҡулланылмай, ут образы һыу ағымы, углекислый газ һәм яҡтылыҡ ярҙамында барлыҡҡа килә. Шулай итеп ойоштороусылар тирә-яҡ мөхитте бысратыуҙы кәметергә теләй[8].
Миҙалдар
Олимпия миҙалдары
Паралимпия миҙалдары
Олимпия ауылы
Ҡатнашыусылар
2022 йылдың декабрендә АҠШ Милли олимпия комитеты (USOPC) башлығы Сюзанна Лайонс The Wall Street Journal журналына биргән интервьюһында 2024 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Рәсәй атлеттарына сығыш яһарға рөхсәт биреү кәрәк, тип иҫәпләй. Уның һүҙҙәренсә, рәсәйлеҙәрҙе ҡатнаштырмау спортты үҫтермәй һәм уларҙың ҡатнашыуы Олимпия хәрәкәте өсөн бик мөһим[9]. Америка Ҡушма Штаттары Рәсәй һәм Белоруссия спортсыларына ярыштарҙа нейтраль флагтар аҫтында сығыш яһарға тейеш, тип һанай.
2023 йылдың 25 ғинуарында Халыҡ-ара олимпия комитеты Азия олимпия советының Рәсәй һәм Белоруссия спортсыларын Азия ярыштарында ҡатнашыуға рөхсәт итеү тәҡдиме менән риза булыуын белдерә (мәҫәлән, художестволы гимнастика буйынса Азия чемпионатында). Улар өсөн был 2024 йылда Парижда үтәсәк Олимпия уйындарына квалификация үтеү мөмкинлеге була ала.
2023 йылдың 8 декабрендә Халыҡ-ара олимпия комитетының башҡарма комитеты Рәсәй һәм Белоруссия спортсыларын Олимпиадала нейтраль статуста ҡатнашырға рөхсәт итә[10]. 2023 йылдың 15 декабренә рәсәйҙәрҙең — 6 квотаһы, ә белорустарҙың 4 спорт төрөндә: көрәштә, ишеүҙә, велоспортта һәм йөҙөүҙә алған 5 квотаһы булыуы билдәле[11].
Ҡатнашыусы илдәр
| Европа | ||
|---|---|---|
| Америка | ||
| Азия | ||
| Африка | ||
| Океания | ||
| Башҡалар | ||
Олимпия объекттары
Ҙур Париж
- «Стад де Франс» (78 338) — сараны асыу һәм ябыу тантаналары, еңел атлетика
- Paris La Défense Arena (15 220) — спорт гимнастикаһы һәм батутта һикереү, гандбол (финал матчтары)
- «Ив дю Мануар» (10 000 и 5000) — үләндәге хоккей (ике майҙансыҡта)
- «Зенит» (6293) — карате, бадминтон
- Arena Paris Nord (6000) — бокс, заманса бишбәйге сиктәрендә фехтование, ултырып волейбол
- Ле-Буржела скалодром (3000) — спорт ҡаяға үрмәләүе
- Париж һыу спорт төрҙәре үҙәге (5000) — һыу спорты төрҙәре (йөҙөү, һыуҙа туп уйыны, һыуға һикереү, синхрон йөҙөү), хәҙерге бишбәйге сиктәрендә йөҙөү
«Париж үҙәге» зонаһы
- «Парк де Пренс» (48 583) — футбол
- «Ролан Гаррос» — теннис, бокс, волейбол (хәл иткес матчтар)
- Арена Париж-Берси (7500 и 15 000) — баскетбол (ир-егеттәр турнирының алдағы уйындары), көрәш, дзюдо
- Адидас Арена (8 000) — баскетбол, гандбол, художестволы гимнастика, ауыр атлетика
- Стадион Жан-Буэн (20 000) — регби
- Марс яланы (Париж)нда ваҡытлыса объект (12 000) — пляж волейболы
- Сена (яр буйҙарын инә) — марафон (старт биреү урыны), спорт йөрөшө (старт нөктәһе), асыҡ һыуҙа йөҙөү, триатлон ярыштарында йөҙөү
- Paris Expo Porte de Versailles (ваҡытлыса майҙансыҡ) — гандбол (12 000), өҫтәл теннисы (6000)
- Елисей яланындағы ҡала спорт паркы (ваҡытлыса объект, 30 000) — шоссела велоуҙыштар (финиш), баскетбол 3×3, брейкданс, марафон (финиш), спорт йөрөшө (финиш), скейтбординг, ҡаяға үрмәләү, триатлон (йүгереү һәм велоуҙыш)
- Гран-Пале (8000) — фехтование, тхэквондо
- Halle Georges Carpentier (8000) — волейбол (ир-егеттәр турнирының алдағы уйындары)
- Инвалидтар йорто эргәһендә ваҡытлыса объект (6000) — уҡтан атыу
- Stade Pierre de Coubertin (4836) — волейбол (ҡатын-ҡыҙҙар турнирының алдағы уйындары)
- Dôme de Paris (4600) — ауыл атлетика
Версаль
- Версаль һарайы эргәһендә ваҡытлыса объект — ат спорты, шоссела велоуҙыштар (старт биреү нөктәһе)
- Le Golf National (35 000) — гольф
- Эланкур — маунтинбайк
- Vélodrome de Saint-Quentin-en-Yvelines (5000 и 5000) — тректа велоуҙыштар, BMX
Париждан ситтәге объекттар
- Вер-сюр-Марн (22 000) — академик ишеү, байдаркала һәм каноэла ишеү, ишеү слаломы
- Теахупоо (Француз Полинезияһы) — сёрфинг
- Марсель — Елкән спорты[12][13]
Футбол стадиондары
- Велодром (Марсель)
- Парк Олимпик Лионне (Лион)
- Парк де Пренс (Париж)
- Муниципаль стадион (Тулуза)
- Альянц Ривьера (Ницца)
- Матмют Атлантик (Бордо)
- Жоффруа Гишар (Сент-Этьен)
- Божуар (Нант)
Миҙалдар иҫәбе
* Франция
| Урын | Ил | Алтын | Көмөш | Бронза | Йәмғеһе |
|---|---|---|---|---|---|
| 1 | 40 | 44 | 42 | 126 | |
| 2 | 40 | 27 | 24 | 91 | |
| 3 | 20 | 12 | 13 | 45 | |
| 4 | 18 | 19 | 16 | 53 | |
| 5 | 16 | 26 | 22 | 64 | |
| 6 | 15 | 7 | 12 | 34 | |
| 7 | 14 | 22 | 29 | 65 | |
| 8 | 13 | 9 | 10 | 32 | |
| 9 | 12 | 13 | 15 | 40 | |
| 10 | 12 | 13 | 8 | 33 | |
| 11–91 | Башҡа Милли олимпия комитеттары | 129 | 138 | 194 | 461 |
| Йәмғеһе илдәр: 91 | 329 | 330 | 385 | 1044 | |
Шәхси нейтраль спортсылар араһында миҙалдар түбәндәге тәртиптә бүленде:
| Урын | Ил | Алтын | Көмөш | Бронза | Йәмғеһе |
|---|---|---|---|---|---|
| 1 | 1 | 2 | 1 | 4 | |
| 2 | 0 | 1 | 0 | 1 | |
| Йәмғеһе илдәр: 2 | 1 | 3 | 1 | 5 | |
Тапшырыуҙар
- Азия — Dentsu[14]
Бразилия — Grupo Globo[15]
Канада — CBC/Radio-Canada, TSN, RDS[16][17]
Ҡытай — CCTV[18]- Ҡалып:Флагификация/Europe ЕС — Discovery Communications, Eurosport[19]
Бөйөк Британия — BBC[20]- Ҡалып:Флагификация/Hungary Венгрия — MTVA[21]
Япония — Japan Consortium[22]- MENA — beIN Sports[23]
Яңы Зеландия — Sky Television[24]- Океания — Sky Television[24]
Корея Республикаһы — SBS[25]
АҠШ — NBCUniversal[26]- Рәсәй — телеканалдар тапшырыуҙан баш тарта[27][28].
Хәүефһеҙлек
Иҫкәрмәләр
- ↑ Париж объявлен столицей летних Олимпийских игр 2024 года (13 сентябрь 2017). 11 декабрь 2019 тикшерелгән.
- ↑ За проведение Олимпиады-2024 поборются пять городов. Русская служба Би-би-си (16 сентябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2022.
- ↑ Boston ends bid for 2024 Olympic and Paralympic Games (ингл.). BBC News (27 июль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2022.
- ↑ Los Angeles is US candidate for 2024 Olympics after Boston bid crumbles (ингл.). The Guardian (1 сентябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2022.
- ↑ Olympics: IOC crowns Paris 2024, Los Angeles 2028 in unique double (ингл.). Рейтер (13 сентябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2022.
- ↑ IOC makes historic decision by simultaneously awarding Olympic Games 2024 to Paris and 2028 to Los Angeles (ингл.). Международный олимпийский комитет (13 сентябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2022.
- ↑ Париж и Лос-Анджелес будут объявлены на сессии МОК столицами летних Олимпиад. ТАСС (13 сентябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2022.
- ↑ Организаторы ОИ рассказали, чем заменили олимпийский огонь в Париже (27 июль 2024). 27 июль 2024 тикшерелгән.
- ↑ Rachel Bachman and Louise Radnofsky. WSJ News Exclusive | U.S. Supports IOC Leader’s Aim to Include Russian Athletes in Paris 2024 Olympics (билдәһеҙ). WSJ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2022.
- ↑ Грант Гетадарян. МОК допустил россиян до Олимпийских игр 2024 года в Париже. rbc.ru. РБК (8 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2023.
- ↑ Виктория Хабарова, Анна Сатдинова. МОК назвал виды спорта, в которых россияне могут поехать на Олимпиаду. sportrbc.ru. РБК (14 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2023.
- ↑ Ежегодная конференция World Sailing. Важные решения. Официальный сайт ВФПС. 2017-11-14 Архивная копия от 15 ноябрь 2017 на Wayback Machine«Принято решение о проведении Олимпийских игр-2024 в Париже. Соответственно, парусная часть Игр будет проходить в Марселе».
- ↑ МОК утвердил программу и квоту парусного спорта на Олимпийских играх 2024 года в Париже Архивная копия от 30 апрель 2021 на Wayback Machine. ВФПС. 8 декабря 2020 года.
- ↑ IOC awards 2018–2024 broadcast rights in Asia, International Olympic Committee, Olympic.org (29 июль 2015). 29 июль 2015 тикшерелгән.
- ↑ IOC reaches agreement for broadcast rights in Brazil with Grupo Globo through to 2032, International Olympic Committee, Olympic.org (10 декабрь 2015). 11 декабрь 2015 тикшерелгән.
- ↑ IOC awards 2022–2024 broadcast rights in Canada to CBC/Radio-Canada, International Olympic Committee, Olympic.org (21 октябрь 2015). 21 октябрь 2015 тикшерелгән.
- ↑ TSN, RDS to broadcast 2022 and 2024 Olympic Games, TSN (21 октябрь 2015). 21 октябрь 2015 тикшерелгән.
- ↑ IOC awards 2018–2024 broadcast rights in China, International Olympic Committee, Olympic.org (4 декабрь 2014). 4 декабрь 2014 тикшерелгән.
- ↑ IOC awards all TV and multiplatform broadcast rights in Europe to Discovery and Eurosport for 2018–2024 Olympic Games, International Olympic Committee, Olympic.org (29 июнь 2015). 29 июнь 2015 тикшерелгән.
- ↑ Olympics: BBC to broadcast every Games up to and including 2024, BBC Sport (2 февраль 2016). 3 февраль 2016 тикшерелгән.
- ↑ Hungarian Public Television Agrees Deal To Broadcast Summer And Winter Olympics Until 2024, Hungary today, hungarytoday.hu (20 июнь 2016). 20 июнь 2016 тикшерелгән.
- ↑ IOC awards 2018–2024 broadcast rights in Japan, International Olympic Committee, Olympic.org (19 июнь 2014). 19 июнь 2014 тикшерелгән.
- ↑ IOC awards 2018–2024 broadcast rights in Middle East and North Africa, International Olympic Committee, Olympic.org (27 июль 2015). 27 июль 2015 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 IOC awards 2018-2024 broadcast rights in New Zealand and Pacific Island Territories (23 март 2016). 23 март 2016 тикшерелгән.
- ↑ IOC awards SBS broadcast rights for 2018, 2020, 2022 and 2024 Olympic Games (4 июль 2011). 18 август 2011 тикшерелгән.
- ↑ IOC awards Olympic Games broadcast rights to NBCUniversal through to 2032 (7 май 2014). 7 май 2014 тикшерелгән.
- ↑ Федеральные телеканалы отказались транслировать Олимпиаду. «РИА Новости» (13 июль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2024.
- ↑ Сергей Жуков. В Госдуме назвали правильным решение российских каналов не показывать Игры в Париже. «Спорт-Экспресс» (17 июль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2024.
Комментарийҙар
Сығанаҡтар
Һылтанмалар
- Страница Олимпиады (ингл.). Официальный сайт МОК.
- Страница Олимпиады (рус.). Медиа-портал МОК - Olympics.com.
Ҡалып:Спортивные сооружения летних Олимпийских игр 2024 Ҡалып:Летние Олимпийские игры 2024
