1956 йылғы йәйге Олимпия уйындары

XVI йәйге Олимпия уйындары Австралияның Мельбурн ҡалаһында 1956 йылдың 22 ноябренән 8 декабренә тиклем, ә ат спорты Швецияның Стокгольм ҡалаһында 1956 йылдың 10 июненән 17 июненә тиклем үтә.

Олимпиада баш ҡалаһын һайлау

Уйындарҙың баш ҡалаһын һайлау 1949 йылдың 28 апрелендә Халыҡ-ара олимпия комитетының Римдағы 43-сө сессияһында үтә.

XVI йәйге Олимпия уйындары баш ҡалаһын һайлау
Ҡала Ил  1 тур   2 тур   3 тур   4 тур 
Мельбурн Австралия Австралия 14 18 19 21
Буэнос-Айрес Аргентина Аргентина 9 12 13 20
Лос-Анджелес Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 5 4 5
Детройт Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 2 4 4
Мехико Мексика Мексика 9 3
Чикаго Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 1
Миннеаполис Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 1
Филадельфия Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 1
Сан-Франциско Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Уйындар һөҙөмтәһе

Испания, Швейцария һәм Нидерланд, совет ғәскәрҙәренең Венгриялағы ихтилалды баҫтырыуына ҡаршы протест йөҙөнән, үҙ делегацияларын Австралиялағы уйындарға ебәрмәй. Мысыр һәм Камбоджа спортсылары ат спортында ғына сығыш яһай. был ярыштарҙы Мельбурнда түгел, ә Стокгольмда үткәрергә тура килә, сөнки Австралияла хайуандарҙы индереү буйынса ҡаты карантин ғәмәлдә була. Халыҡ-ара йөҙөү федерацияһы конгресында (ФИНА) тәүге тапҡыр халыҡ-ара техник комитеттарға Советтар Союзы вәкилдәре индерелә: йөҙөүҙә — В. Китаев, һыу полоһында — А. Кистяковский, һыуға һикереүҙә — С. Ефимова[1].

СССР — Венгрия командаларының һыу полоһы буйынса ярымфинал уйыны уйынсыларҙың һуғышыуы арҡаһында тамамланмай[2].

Иң күп миҙал яулаған 10 ил:

Урын Ил Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе
1 СССР 1956 йылғы йәйге Олимпия уйындарында СССР 37 29 32 98
2 АҠШ 1956 йылғы йәйге Олимпия уйындарында АҠШ 32 25 17 74
3 Австралия 1956 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Австралия 13 8 14 35
4 Венгрия 1956 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Венгрия 9 10 7 26
5 Италия 1956 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Италия 8 8 9 25
6 Швеция 1956 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Швеция 8 5 6 19
7 Германияның берләшкән командаһы 1956 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Германияның берләшкән командаһы 6 13 7 26
8 Бөйөк Британия 1956 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Бөйөк Британия 6 7 11 24
9 Румыния 1956 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Румыния 5 3 5 13
10 Япония 1956 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Япония 4 10 5 19

Уйындарҙың филателияла сағылышы

Әҙәбиәт

  • Любомиров Н. И., Пашинин В. А., Фролов В. В. Олимпийские игры. Мельбурн. 1956 г. — М.: Советский спорт, 1957. — 571 с.
  • Кулешов А. П., Соболев П. А. В Далеком Мельбурне. Очерки о XVI Олимпийских играх. — М.: Физкультура и спорт, 1958. — 358 с.
  • Год Олимпийский 1956. — М.: Физкультура и спорт, 1958. — 285 с.

Иҫкәрмәләр

  1. Олимпийские игры - 1956. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2012. Архивировано из оригинала 4 август 2012 года.
  2. Ватерполист Шляпин о драке с венграми 50 лет назад. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2014. Архивировано 3 сентябрь 2014 года.

Һылтанмалар

Категориялар