Каноэла ишеү
Каноэла ишеү | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Каноэла ишеү — каноэ ярҙамында һыуҙа йөҙөү. Ишеү өсөн каноэға кендек менән беркетелмәгән бер яҡлы ишкәк ҡулланыла. Каноэла ишеү байдаркала һәм каноэла ишеү һәм ишкәкле слалом булараҡ олимпия спорт төрөнә индерелгән.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Этимологияһы һәм килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рус телендә каноэ һүҙе Төньяҡ Америка индеецтарының[1] эсен соҡоп яһаған кәмәһен аңлата. Шуға оҡшаш конструкциялағы кәмәләр Полинезияға һәм Көньяҡ Америкаға күсенгәндә лә ҡулланылған.
Каноэла ишеү спортына нигеҙ һалынған Бөйөк Британияла каноэла ишеү төшөнсәһе байдаркаларҙа (каяктарҙа) йөҙөүҙе лә аңлата, был техник яҡтан дөрөҫ булмаһа ла[2] ул атама тулыһынса Рәсәйҙәге спорт төрөнә тап килә.
Спорт төрөнөң тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хәҙерге ваҡытта каноэла ишеү спорт төрөнә әйләнде. 1858 йылда Канадала каноэ һәм каякты күргән шотланд тикшеренеүсеһе Джон Макгрегор беренсе тапҡыр уны шул сифатта күҙ алдына килтерә. Бөйөк Британияға ҡайтҡас, каноэны үҙе эшләп, уның ярҙамында Бөйөк Британия, Европа материгы һәм Урта Көнсығыштың йылғалары буйлап йөҙөп төшә. Макгрегор үҙенең китабында ошо сәйәхәттәре тураһында яҙа, ә 1866 йылда Король каноэ-клубына нигеҙ һала. 1874 йылда клуб каноэла ишеү буйынса беренсе ярыштарҙы (Challenge Paddling Cup) ойоштора. 1924 йылда Австрия, Германия, Дания һәм Швецияның каноэла ишеү ассосияцияһы Халыҡ-ара каноэ федерацияһына (ингл. International Federation Canoe) нигеҙ һалған Internationalen Kanusport for Representation (IRK) ойошмаһын булдыра .
Каноэны ҡулланыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Каноэла ишеү байдарка ишеүенән бер ишкәк файҙаланыуы менән айырылып тора, байдаркала ике ишкәк ҡулланыла. Шыма һыу өҫтөндә спорт ишеүе каноисттан кәмәлә башҡа төрлө ултырыуҙы ла талап итә: спортсы бер аяғы менән тубыҡлана, ә икенсеһен бөкләгән килеш алға табан һүҙа[3]. Ишкәкле слаломда ишеүсе, әллә ни бейек булмаған пьедесталда ултырып, ике тубығына ла бер юлы таяна. Башҡа осраҡтарҙа: ял иткәндә, турист сәйәхәттәрендә ишеүсе кәмәлә үҙенә нисек уңай шулай ултыра ала.
Каноэла түңкәрелеү ихтималлығы ҙурыраҡ, тип иҫәпләнелә, әммә тейешенсә ҡулланғанда бындай осраҡ бик һирәк була. Каноэға бик һаҡсыллыҡ менән ултырыу мотлаҡ: кәмәнең уртаһына, ныҡ ҡына сүкәйеп, ике бартына тотоноп ултырырға. Кәмәла булғанда киҫкен хәрәкәттәр яһамаҫҡа, ауырлыҡ үҙәгенең нисек тә түбәнерәк булыуына өлгәшергә кәрәк[4][5]. Һауа торошо насар булғанда һәм көслө елдә каноэла сәйәхәт итеү хәүефле.
Каноэла ишеү спорт техникаһы хәрәкәт башлағанда ишкәктең һыуға ҡарата вертикаль хәлдә булыуын талап итә. Бер ҡул Т рәүешендәге тотҡала, ә икенсеһе ишкәктең ҡалағына яҡыныраҡ булырға тейеш. Кәүҙәне бороу хәрәкәтенән ишеү хасил була, ҡулдар тоташтырғыс ролен генә үтәй һәм ишкәкте һыуҙан сығарғанда һәм алға табан күсергәндә генә үҙ эшен башҡара.[6][7].
Каноэла ике кеше ишә ала, ул сағында ишеүселәрҙең береһе ишкәген кәмәнең бер яҡ бортында, икенсеһе икенсе яғында тоторға тейеш.
Турист каноэларына ҙур булмаған елкән ҡуйылыуы һәм йөҙгәндә ел энергияһын ҡулланыу ихтимал.
Спорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Олимпия дисциплиналары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шыма һыуҙа ишеү[8]:
- C-1 1000m (каноэла-яңғыҙ) ир-егеттәр;
- C-1 200m (каноэла-яңғыҙ) ир-егеттәр;
- C-2 1000m (каноэла-ике кеше) ир-егеттәр.
- Ишкәкле слалом[9]:
- C-1 (каноэла-яңғыҙ) ир-егеттәр;
- C-2 (каноэла-ике кеше) ир-егеттәр.
Башҡа төрҙәре
- Һыу туризмы
- Ишкәкле марафон
- Ярһыу һыуҙа фристайл.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Большой толковый словарь русского языка / Гл. ред. С. А. Кузнецов. — СПб.: Норинт, 1998.
- ↑ Buying a canoe or kayak . gocanoeing.org. Дата обращения: 8 сентябрь 2014. 2014 йылдың 8 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Гребля на байдарках и каноэ - техника . Дата обращения: 7 июнь 2015.
- ↑ Dillon, Pamela http://c.ymcdn.com/sites/www.americancanoe.org/resource/resmgr/sei-educational_resources/beginners_guide_aca.pdf . Дата обращения: 2 июнь 2015.
- ↑ http://dnr.wi.gov/org/caer/ce/eek/nature/camp/canoesafety.htm . Wisconsin Department of Natural Resources. Дата обращения: 2 июнь 2015.
- ↑ http://www.outdoors.org/publications/outdoors/2011/learnhow/five-essential-canoe-paddle-strokes.cfm . outdoors.org. Дата обращения: 2 июнь 2015. 2015 йылдың 9 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ http://www.outdoors.org/publications/outdoors/2011/learnhow/five-essential-canoe-paddle-strokes.cfm . Old Town Canoes & Kayaks. Дата обращения: 2 июнь 2015. 2015 йылдың 9 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Canoe Sprint (ингл.). Международный олимпийский комитет. Дата обращения: 7 июнь 2015.(инг.). Международный олимпийский комитет. 7 июнь 2015 тикшерелгән.
- ↑ Canoe Slalom (ингл.). Международный олимпийский комитет. Дата обращения: 7 июнь 2015.(инг.). Международный олимпийский комитет. 7 июнь 2015 тикшерелгән.