1908 йылғы йәйге Олимпия уйындары
IV Олимпиада уйындары | |
---|---|
![]() IV йәйге Олимпия уйындары тураһында рәсми отчет тышлығы | |
Ойоштороусы ҡала |
![]() |
Ҡатнашыусы илдәр | 22 |
Спортсылар һаны | 2008 (1971 ир-егет, 37 ҡатын-ҡыҙ) |
Уйнатылған миҙалдар |
22 спорт төрөндә 110 миҙал тупланмаһы[a 1] |
Асыу тантанаһы | 13 июль (ярыштар 27 апрелдә башлана) |
Аса | Эдуард VII |
Ябыу тантанаһы | 31 октябрь |
Олимпия уты | юҡ, 1928 йылда индерелә |
Олимпия анты | юҡ, 1920 йылда индерелә |
Стадион | Уайт-Сити |
Сайт | olympic.org/londo… (инг.) |
![]() |
IV Олимпиада уйындары (ингл. Games of the IV Olympiad[1], франц. Jeux de la IVe Olympiade[2]), 1908 йылғы йәйге Олимпия уйындары тип атала (ингл. 1908 Summer Olympics, франц. Jeux Olympiques d'été de 1908), 27 апрелдән 31 октябргә тиклем Лондонда (Бөйөк Британия) үтә. 22 спорт төрө буйынса 110 миҙал тупланмаһы уйнатыла[a 1].
Был уйындарҙа 2008 спортсы ҡатнаша, был бөтә алдағы бөтә Олимпиадаларға ҡарағанда күберәк. Улар 22 команданы тәшкил итә (Яңы Зеландия спортсылары Австралия спортсылары менән бергә Австралазия исеме аҫтында сығыш яһай).
Олимпиада урынын һайлау

Лондон 1896 йылда уҡ тәүге йәйге Олимпия уйындарын үткәреү мөмкинлегенә эйә була[3]. Әммә Халыҡ-ара олимпия комитетының (МОК) беренсе сессияһында Афинаға өҫтөнлөк бирелә, сөнки беренсе Олимпиада Грецияла үтергә тейеш тигән ҡарар ҡабул ителә.
1904 йылдың 20 — 22 июнендә Лондонда (Сент-Луиста 1904 йылғы йәйге Олимпия уйындары ваҡытында) үткән Халыҡ-ара олимпия комитетының 6-сы сессияһында IV Олимпия уйындарын үткәреү мәсьәләһе хәл ителә. Ярыштарҙы ҡабул итеүгә өс ҡала — Берлин (Германия), Милан һәм Рим (икеһе лә — Италия) дәғүә итә, һәм һөҙөмтәлә Италияның баш ҡалаһы һайлана[4].
Халыҡ-ара олимпия комитеты президенты барон Пьер де Кубертенды Рим папаһы Пий X, Италия короле Виктор Эммануиль III һәм Рим мэры хуплай, әммә ил премьер-министры Джованни Джолитти ҡаршы тора[4]. Милан һәм Турин ҡалалары баҫымы аҫтында ул күп кенә башҡа дәүләт проблемаларын хәл итеү кәрәклеге һәм уйындарҙы әҙерләүгә аҡса булмауы тураһында белдерә. Бынан тыш, 1906 йылда Везувий вулканының атылыуы Неаполь ҡалаһына ҙур зыян килтерә, ул тағы ла ҙур бюджет сығымдарын тыуҙыра. Һөҙөмтәлә Джолитти ярыштарҙы ойоштороуҙан баш тартыуы тураһында иғлан итә[5].
Ике йыл эсендә Халыҡ-ара олимпия комитеты ашығыс рәүештә яраҡлы ҡала табырға тейеш була. Комитет вәкилдәре Британия олимпия ассоциацияһының беренсе рәйесе Уильям Гренфелл һәм король Эдуард VII менән 1906 йылда Афиналағы рәсми булмаған Олимпия уйындарында осраша. Улар ярыштарҙы Лондонда үткәререү тәҡдименә ризалашалар[5]. Гренфелл был идеяны Британия олимпия советына тәҡдим итә, ул уны ҡабул итә, ә 1906 йылдың 19 ноябрендә Халыҡ-ара олимпия комитетына уйындарҙы үткәрергә ризалыҡ биргән хат ебәрә.
Миҙал иҫәбе
Был уйындарҙан һуң матбуғатта тәүге тапҡыр һәр ил яулаған миҙалдарҙың һанын күрһәткән таблицалар баҫылып сыға.[6]. Әммә бындай команда зачеттары рәсми түгел, сөнки Халыҡ-ара олимпия комитеты бер илдең ҡаҙаныштарын икенсеһе менән сағыштырыуҙы танымай һәм уларҙы мәғлүмәт өсөн генә төҙөй.
Норвегия, Россия, Финляндия, Швеция и КАР спортсылары ошо Олимпиадала тәүге алтын миҙалдарын яулай.
Түбәндә тәүге ун илдең һөҙөмтәләре килтерелә:
(Үҙ категорияһында миҙалдарҙың иң күп һаны һәм ҡабул итеүсе ил ҡалын менән билдәләнгән)
Миҙалдарҙың дөйөм иҫәбе[7] | |||||
---|---|---|---|---|---|
Урын | Ил | Алтын | Көмөш | Бронза | Бөтәһе |
1 | ![]() |
56 | 51 | 39 | 146 |
2 | ![]() |
23 | 12 | 12 | 47 |
3 | ![]() |
8 | 6 | 11 | 25 |
4 | ![]() |
5 | 5 | 9 | 19 |
5 | ![]() |
3 | 5 | 5 | 13 |
6 | ![]() |
3 | 4 | 2 | 9 |
7 | ![]() |
3 | 3 | 10 | 16 |
8 | ![]() |
2 | 3 | 3 | 8 |
9 | ![]() |
2 | 2 | 0 | 4 |
10 | ![]() |
1 | 5 | 2 | 8 |
Спортсылар араһында лидерҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Өс миҙал яулаусылар | |||||
---|---|---|---|---|---|
Урын | Ил | Алтын | Көмөш | Бронза | Бөтәһе |
1 | ![]() |
3 | 0 | 0 | |
![]() |
3 | 0 | 0 | ||
3 | ![]() |
2 | 1 | 0 | |
4 | ![]() |
2 | 0 | 1 | |
![]() |
2 | 0 | 1 | ||
6 | ![]() |
1 | 1 | 1 | |
7 | ![]() |
0 | 3 | 0 |
Факттар
- Уйындар ваҡытында, 19 июлдә, Пенсильвания епискобы Этельберт Талбот (ингл. Ethelbert Talbot) Изге Павел соборында билдәле фразаны әйтә: «Төп нәмә — еңеү түгел, ә ҡатнашыу» (ингл. The Games themselves are better than the race and the prize, ҡайһы берҙә уны Пьер де Кубертен әйткән тип тә йөрөтәләр[8].
- Бөйөк Британия командаһы был Олимпия уйындарында үҙенең иң яҡшы һөҙөмтәһен күрһәтә.
- Был уйындарҙа дүрт спортсы бер юлы өс спорт төрөндә, ә тағы ла 42 спортсы бер үк ваҡытта ике спорт төрөндә ҡатнаша.
- 2008 йылда, уйындарҙан һуң йөҙ йыл үткәс, Бөйөк Британияла был ярыштарға арналған 2 фунт стерлинг торошло иҫтәлекле миҙалдар һуғыла[9].
- Швед уҡсыһы Оскар Сван (англ. Oskar Swahn) 60 йәшендә олимпия алтын миҙалын яулай[10].
Иҫкәрмәләр
- Иҫкәрмәләр
- ↑ Информация об Играх Архивная копия от 20 апрель 2009 на Wayback Machine на сайте МОК (инг.)
- ↑ Информация об Играх Архивная копия от 5 апрель 2008 на Wayback Machine на сайте МОК (фр.)
- ↑ Билл Маллон и Тур Видланд. «The 1896 Olympic Games: results for all competitors in all events, with commentary». 1998. Стр. 58 . Дата обращения: 10 апрель 2008. Архивировано из оригинала 14 май 2011 года.
- ↑ 1 2 Билл Маллон. «The 1908 Olympic Games: results for all competitors in all events, with commentary». 1998. Стр. 2 . Дата обращения: 10 апрель 2008. Архивировано из оригинала 12 ғинуар 2006 года.
- ↑ 1 2 Билл Маллон. «The 1908 Olympic Games: results for all competitors in all events, with commentary». 1998. Стр. 3 . Дата обращения: 10 апрель 2008. Архивировано из оригинала 12 ғинуар 2006 года.
- ↑ Игры IV Олимпиады // Большая олимпийская энциклопедия: В 2 т. / Автор-составитель В. Л. Штейнбах. — М.: Олимпия Пресс, 2006.
- ↑ Медальный зачёт на сайте МОК . Дата обращения: 20 март 2008. Архивировано 5 декабрь 2008 года.
- ↑ Билл Маллон. «The 1908 Olympic Games: results for all competitors in all events, with commentary». 1998. Стр. 8 . Дата обращения: 20 март 2008. Архивировано из оригинала 28 май 2008 года.
- ↑ 2008 Standard Proof Coin Set . Дата обращения: 17 апрель 2008. Архивировано из оригинала 1 май 2008 года.
- ↑ Oscar SWAHN. The Oldest Olympian (ингл.). Официальный сайт Олимпийского движения. Дата обращения: 25 ноябрь 2009. Архивировано 26 март 2012 года.
- Комментарийҙар
- ↑ 1 2 22 вида спорта по современной классификации МОК. Перетягивание каната, в настоящее время признаваемое МОК отдельным видом спорта, проводилось в рамках соревнований по лёгкой атлетике; кроме того, в русскоязычной литературе принято считать разными видами спорта некоторые дисциплины (например, плавание, прыжки в воду и водное поло), признаваемые МОК одним видом — поэтому в справочной литературе возможны разночтения по количеству видов спорта
- Сығанаҡ
- Страница Олимпиады (ингл.). Официальный сайт МОК.
- Игры IV Олимпиады // Большая олимпийская энциклопедия: В 2 т. / Автор-составитель В. Л. Штейнбах. — М.: Олимпия Пресс, 2006.
- Официальный отчёт об Играх (инг.)
- Результаты Игр (пол.)
- «Книга Олимпийские игры 1908», автор Билл Маллон (инг.)