1948 йылғы йәйге Олимпия уйындары
XIV йәйге Олимпия уйындары | |
---|---|
![]() | |
Ойоштороусы ҡала |
![]() |
Ҡатнашыусы илдәр | 59 |
Спортсылар һаны | 4099 (3714 ир-егет, 385 ҡатын-ҡыҙ) |
Уйнатылған миҙалдар | 17 спорт төрөндә 136 миҙал тупланмаһы |
Асыу тантанаһы | 29 июль 1948 |
Аса | Георг VI |
Ябыу тантанаһы | 14 август 1948 |
Олимпия уты | Джон Марк |
Олимпия анты | Дональд Финлей |
Стадион | Уэмбли |
Сайт | olympic.org/londo… (инг.) |
![]() |
XIV йәйге Олимпия уйындары 1948 йылдың 29 июленән 14 авгусына тиклем Лондонда (Бөйөк Британия) үткәрелә. Ул Икенсе донъя һуғышы арҡаһында 12 йыл тәнәфестән һуң үткән тәүге Олимпия уйындары. 1948 йылғы Олимпия уйындары «Ҡырыҫ уйындар» (ингл. Austerity Games) булараҡ билдәлелек ала, сөнки ул һуғыштан һуңғы емереклек шарттарында һәм донъя һуғышынан һуң емерелгән милли хужалыҡтарҙы тергеҙеү ваҡытында үткәрелә. Олимпиада өсөн бер генә яңы ҡоролма ла төҙөлмәй, шуға күрә атлеттар спартан шарттарында тиерлек ярыша.
Еңел атлетикала Голландия спортсыһы Фанни Бланкерс-Кун дүрт алтын миҙал яулай, етмәһә, ярыш барышында ул йөклө була. Уналышта 17 йәшлек американлы Роберт «Боб» Матиас еңә, ул — олимпия уйындарының иң йәш чемпионы була. Спорт гимнастикаһында Финляндия йыйылма командаһы беренсе урынды ала. Футболда Швеция йыйылма командаһы еңә.
Олимпиада баш ҡалаһын һайлау
1939 йылдың июнендә Халыҡ-ара олимпия комитеты 1944 йылғы уйындарҙың баш ҡалаһын һайлай: Лондон, Рим, Детройт, Будапешт, Лозанна, Хельсинки, Монреаль һәм Афина ҡалаларын еңеп, тендерҙа еңеп сыға[1]. Әммә Икенсе донъя һуғышы арҡаһында уйындар туҡтатыла. 1948 йылда Лондон король Георг VI тәҡдиме буйынса ғариза бирә. 1946 йылдың мартында Халыҡ-ара олимпия комитеты йәшерен тауыш биреү юлы менән Лондонды 1948 йылғы Олимпия уйындарының баш ҡалаһы итеп һайлай. Шул уҡ тауыш биреүҙә 1948 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарын Санкт-Морицта үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителә[2]. Шулай итеп, Лондон Олимпиаданы икенсе тапҡыр ҡабул итә.
Олимпиадала индерелгән яңылыҡтар
- Олимпиада тарихында тәүге тапҡыр спринтерҙар старт таҡтаһынан йүгерә башлай.
- Тәүге тапҡыр уйындар милли телевидение аша күрһәтелә[3].
- Уйындарҙы ойоштороуға булышлыҡ итеү өсөн ирекмәндәр программаһы булдырыла.
Ҡатнашыусылар
Уйындарҙа 59 ил ҡатнаша, был Олимпиада рекорды була. 4104 спортсы ҡатнаша: 3714 ир-ат һәм 390 ҡатын-ҡыҙ. Германия һәм Япония, Икенсе донъя һуғышын башлап ебәргән илдәр булараҡ, Халыҡ-ара олимпия комитетынан сығарыла һәм Олимпиадала ҡатнаша алмай. СССР уйындарға саҡырыу ала, әммә делегацияһын ебәрмәҫкә ҡарар итә һәм 1952 йылға тиклем ҡатнашыуын кисектереп тора. Венесуэла, Ливан, Мьянма (Бирма), Сүриә, Пуэрто-Рико һәм Шри-Ланка (Цейлон) командалары тәүге тапҡыр ҡатнаша.
Миҙалдар таблицаһы
Рәсми булмаған иҫәптә АҠШ командаһы еңә, бөтәһе 84 миҙал яулай, шуларҙың 38-е — алтын. Инглиздәр 23 миҙал яулай, шуларҙың өсәүһе — алтын.
Урын | Ил | Алтын | Көмөш | Бронза | Бөтәһе |
1 | ![]() |
38 | 27 | 19 | 84 |
2 | ![]() |
16 | 11 | 17 | 44 |
3 | ![]() |
10 | 6 | 13 | 29 |
4 | ![]() |
10 | 5 | 12 | 27 |
5 | ![]() |
8 | 11 | 8 | 27 |
6 | ![]() |
8 | 7 | 5 | 20 |
7 | ![]() |
6 | 4 | 2 | 12 |
8 | ![]() |
6 | 2 | 3 | 11 |
9 | ![]() |
5 | 10 | 5 | 20 |
10 | ![]() |
5 | 7 | 8 | 20 |
Иҫкәрмәләр
- ↑ Past Olympic Host City Election Results . gamesbids.com. Дата обращения: 29 апрель 2010. Архивировано 20 июнь 2009 года.
- ↑ Olympic Games Fonds . International Olympic Committee Historical Archives (6 ноябрь 2007). Дата обращения: 29 апрель 2010. Архивировано 4 апрель 2013 года.
- ↑ Stan Greenberg, The 1948 London Olympics Gallery Архивная копия от 12 ноябрь 2012 на Wayback Machine
Һылтанмалар
- Страница Олимпиады (ингл.). Официальный сайт МОК.