Футбол буйынса Швеция йыйылма командаһы

Футбол буйынса Швеция йыйылма командаһы (рус. Сбо́рная Шве́ции по футбо́лу, швед. Sveriges herrlandslag i fotboll) — халыҡ-ара футбол матчтарында һәм турнирҙарҙа Швеция исеменән сығыш яһаусы команда. Етәксе органы — Швеция футбол берлеге.

Швеция футболсылары олимпия миҙалын өс тапҡыр яулай, ун бер тапҡыр футбол буйынса донъя кубогы финалында сығыш яһай. 1958 йылда команда үҙ ерендә үткән донъя чемпионатында икенсе урынды яулай, финалда Бразилияға 2:5 иҫәбе менән отола. Шведтар тағы ике тапҡыр өсөнсө)1950 һәм 1994 йылдарҙа), ә 1938 йылда дүртенсе урынды яулай.

Тарихы

Швеция йыйылма командаһы үҙенең беренсе халыҡ-ара матчын 1908 йылдың 12 июлендә Норвегия йыйылма командаһына ҡаршы үткәрә һәм 11:3 иҫәбе менән еңеү яулай. Шул уҡ йылда команда Англия, Нидерланд һәм Бельгия йыйылма командалары менән уйнай һәм өс осрашыуҙа ла еңелә.

Шведтар йәйге Олимпия уйындарында тәүге тапҡыр 1908 йылда ҡатнаша. Олимпия турнирында команда Бөйөк Британия командаһынан 1:12 иҫәбенә еңелә. Артабанғы йылдарҙа команда 1912 (хужа булараҡ), 1920 һәм 1924 йылдарҙағы Олимпия уйындарында сығыш яһай, һуңғыһында бронза миҙал яулай.

Халыҡ-ара турнирҙарҙа сығыштар статистикаһы

Футбол буйынса донъя чемпионаттары

Финал турнирҙары Һайлап алыу турнирҙары
Йыл Һөҙөмтә Урын И В Н П ГЗ ГП Урын И В Н П ГЗ ГП
Уругвай 1930 Ҡатнашмай Квалификацияланмай
Италия 1934 1/4 финал 8 2 1 0 1 4 4 1/3 2 2 0 0 8 2
Франция флагы 1938 4-се урын 4 3 1 0 2 11 9 2/4 3 2 0 1 11 7
Бразилия 1950 3-сө урын 3 5 2 1 2 11 15 1/3 2 2 0 0 6 2
Флаг Швейцарии 1954 Квалификацияланмай 2/3 4 1 1 2 9 8
Швеция флагы 1958 2-се урын 2 6 4 1 1 12 7 Ойоштороусы булараҡ квалификациялана
Чили 1962 Квалификацияланмай 1/3* 5 3 0 2 11 5
Англия флагы 1966 2/3 4 2 1 1 10 3
Мексика флагы 1970 Төркөм этабы 9 3 1 1 1 2 2 1/3 4 3 0 1 12 5
Германия флагы 1974 Икенсе раунд 5 6 2 2 2 7 6 1/4** 7 4 2 1 17 9
Аргентина 1978 Төркөм этабы 13 3 0 1 2 1 3 1/3 4 3 0 1 7 4
Испания 1982 Квалификацияланмай 3/5 8 3 2 3 7 8
Мексика флагы 1986 3/5 8 4 1 3 14 9
Италия флагы 1990 Төркөм этабы 21 3 0 0 3 3 6 1/4 6 4 2 0 9 3
АҠШ флагы 1994 3-сө урын 3 7 3 3 1 15 8 1/6 10 6 3 1 19 8
Франция флагы 1998 Квалификацияланмай 3/6 10 7 0 3 16 9
Корея Республикаһы флагы Япония флагы 2002 1/8 финал 13 4 1 2 1 5 5 1/6 10 8 2 0 20 3
Германия флагы 2006 1/8 финал 14 4 1 2 1 3 4 1/6 10 8 0 2 30 4
Көньяҡ Африка Республикаһы 2010 Квалификацияланмай 3/6 10 5 3 2 13 5
Бразилия 2014 2/6*** 12 6 2 4 21 18
Рәсәй флагы 2018 1/4 финал 7 5 3 0 2 6 4 2/6** 12 7 2 3 27 9
Катар Ффлагы 2022 Квалификацияланмай 2/6*** 10 6 0 4 13 8
Бөтәһе Иң яҡшыһы: 2-се урын Ҡатнашыу: 12/21 51 19 13 19 80 83 141 86 21 34 280 129
  • * — өҫтәмә матчта еңелә;
  • ** — өҫтәмә матчта еңә;
  • *** — ҡаршы матчта еңелә.

Европа чемпионаттары

Финал турнирҙары Һайлап алыу турнирҙары
Йыл Һөҙөмтә Урын И В Н П ГЗ ГП Урын И В Н П ГЗ ГП
Франция 1960 Ҡатнашмай Катнашмай
Испания 1964 Квалификацияланмай 1/4 финал 6 2 3 1 8 7
Италия 1968 3/4 6 2 1 3 9 12
Бельгия 1972 3/4 6 2 2 2 3 5
Югославия 1976 3/4 6 3 0 3 8 9
Италия 1980 3/4 6 1 2 3 9 13
Франция 1984 2/5 8 5 1 2 14 5
Германия Федератив Республикаһы 1988 2/5 8 4 2 2 12 5
Швеция 1992 1/2 финал 4 4 2 1 1 6 5 Ойоштороусы булараҡ квалификациялана
Англия 1996 Квалификацияланмай 3/5 8 2 3 3 9 10
Бельгия Нидерланд 2000 Төркөм этабы 14 3 0 1 2 2 4 1/5 8 7 1 0 10 1
Португалия 2004 1/4 финал 7 4 1 3 0 8 3 1/5 8 5 2 1 19 3
Австрия Швейцария 2008 Төркөм этабы 10 3 1 0 2 3 4 2/7 12 8 2 2 23 9
Польша Украина 2012 Төркөм этабы 11 3 1 0 2 5 5 2/6 10 8 0 2 31 11
Франция 2016 Төркөм этабы 20 3 0 1 2 1 3 3/6* 12 6 4 2 19 12
Европа Берләшмәһе 2020 1/8 финал 10 4 2 1 1 5 3 2/6 10 6 3 1 23 9
Бөтәһе Иң яҡшыһы: Ярымфинал Ҡатнашыу: 7/16 24 7 7 10 30 27 114 61 26 27 197 111
  • * — ҡаршы матчтарҙа еңә.

Иҫкәрмәләр

  1. The FIFA/Coca-Cola World Ranking (ингл.). FIFA (22 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2022.

Тема буйынса өҫтәмә