Футбол буйынса Чехословакия йыйылма командаһы
Футбол буйынса Чехословакия йыйылма командаһы (рус. Сбо́рная Чехослова́кии по футбо́лу, чех Československá fotbalová reprezentace, словак. Česko-slovenské národné futbalové mužstvo) — Чехословакияның халыҡ-ара һәм иптәштәрсә футбол ярыштарында сығыш яһаған йыйылма командаһы. Беренсе донъя һуғышынан һәм Чехословакия барлыҡҡа килгәндән һуң барлыҡҡа килә. Халыҡ-ара аренала йыйылма команданың тәү тапҡыр 1920 йылғы йәйге Олимпия уйындарында сығыш яһай, ул саҡта Чехословакия йыйылма командаһы финалға тиклем барып етә. Әммә Бельгияға ҡаршы олимпия алтыны өсөн матчта ғауға сыға — беренсе тайм аҙағында инглиз Льюистың судьялығы менән ҡәнәғәт булмаған Чехословакия футболсылары майҙандан сыға һәм шуның өсөн дисквалификациялана.
1993 йылдың 1 ғинуарында Чехословакия тарҡала. Шуға ҡарамаҫтан, йыйылма команда 1994 йылғы донъя чемпионатының һайлап алыу уйындарында ҡатнашыуын дауам итә. Чехословакия йыйылма командаһының вариҫы булып Чехия йыйылма командаһы тора, бынан тыш, Словакияның футбол буйынса йыйылма командаһы үҙаллы сығыштарын башлай.
Формаһы
Чехословакия йыйылма командаһың төп формаһы — ҡыҙыл футболка, аҡ трусы һәм зәңгәр гетра. Ситтә уйындарҙа формаһында аҡ төҫ өҫтөнлөк итә.
Футбол буйынса донъя чемпионаты
| йыл | Раунд | Урын | М | В | Н* | П | ГЗ | ГП |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Ҡатнаша алмай | - | - | - | - | - | - | - | |
| Финал | 2 | 4 | 3 | 0 | 1 | 9 | 6 | |
| Сирекфинал | 5 | 3 | 1 | 1 | 1 | 5 | 3 | |
| Ҡатнашмай | - | - | - | - | - | - | - | |
| 1-се раунд | 14 | 2 | 0 | 0 | 2 | 0 | 7 | |
| 1-се раунд | 9 | 4 | 1 | 1 | 2 | 9 | 6 | |
| Финал | 2 | 6 | 3 | 1 | 2 | 7 | 7 | |
| Квалификациянан үтмәй | - | - | - | - | - | - | - | |
| 1-се раунд | 15 | 3 | 0 | 0 | 3 | 2 | 7 | |
| Квалификациянан үтмәй | - | - | - | - | - | - | - | |
| Квалификациянан үтмәй | - | - | - | - | - | - | - | |
| 1-се раунд | 19 | 3 | 0 | 2 | 1 | 2 | 4 | |
| Квалификациянан үтмәй | - | - | - | - | - | - | - | |
| Сирекфинал | 6 | 5 | 3 | 0 | 2 | 10 | 5 | |
| Квалификациянан үтмәй | - | - | - | - | - | - | - | |
| Бөтәһе | 8/18 | 2 финал | 30 | 11 | 5 | 14 | 44 | 45 |
Футбол буйынса Европа чемпионаты
Ҡаҙаныштары
- Донъя чемпионаттары финалында: 1934, 1962
— Европа чемпионы: 1976
— Футбол буйынса Европа чемпионатының бронза призёры: 1960, 1980
— Олимпия уйындары чемпионы: 1980
— Олимпия уйындары көмөш призёры: 1964