Футбол буйынса Португалия йыйылма командаһы

Футбол буйынса Португалия йыйылма командаһы (порт. A Seleção Nacional de Futebol de Portugal) — халыҡ-ара футбол турнирҙарында һәм иптәштәрсә матчтарҙа Португалия исеменән сығыш яһаусы команда.

Донъя чемпионатында беренсе тапҡыр 1966 йылда ҡатнаша. Ярымфиналда буласаҡ донъя чемпионы Англиянан еңелеп, португалдар 3-сө урынды ала, «Бәләкәй финалда» СССР йыйылма командаһын еңә. Команда Футбол буйынса Европа чемпионатына тәүге тапҡыр 1984 йылда квалификациялана (һайлап алыу турнирында СССР йыйылма командаһын еңә) һәм ярымфиналға тиклем барып етә.

2002 йылдан һуң португалдар юғары команда статусына дәғүә итә башлай. 2004 йылда команда, финалда гректарҙан еңелеп, өйҙәге Европа чемпионатында 2-се урынды яулай. Ике йылдан һуң (2004) португалдар донъя чемпионатының һәм Евро-2012 ярымфиналына тиклем барып етә. Улар 2016 йылда Европа чемпионатында еңеү яулай, был уларҙың беренсе тапҡыр халыҡ-ара кубогы. Финалда португалдар Франция йыйылма командаһын 1:0 иҫәбе менән еңә.

2023 йылдың 20 июленә йыйылма команда ФИФА рейтингында 9-сы урынды биләй[2]. Бынан тыш, португалдар XXI быуатта донъяның иң тотороҡло командалары иҫәбенә инә: 2000 йылдан башлап команда донъя һәм Европа чемпионаттарында ҡатнаша.

Тарихы

1966—1984 йылдар

Португалия йыйылмаһы халыҡ-ара кимәлдә тәүге тапҡыр 1966 йылда Англияла үткән Донъя чемпионатында сығыш яһай.

Өсөнсө урын өсөн матчта Португалия СССР йыйылма командаһы менән осраша һәм 2:1 иҫәбе менән еңә. Әммә бынан һуң улар 1984 йылға тиклем ҙур халыҡ-ара беренселектәрҙең финалына үтә алмай.

1984—1996

undefined

1984 йылда йыйылма команда футбол буйынса Европа чемпионатында тәүге тапҡыр сығыш яһай һәм турнирҙың ярымфиналына тиклем барып етә, унда Франция менән осрашырға тура килә. Әммә билдәле Мишель Платиниҙың уйындың 119-сы минутында индергән голы португалдарҙың чемпионат финалында ҡатнашыу өмөтөн өҙә. 1986 йылда Португалия йыйылма командаһы ҡабаттан донъя чемпионатына сыға, әммә төркөмдән сыға алмай, унда дүртенсе урынды биләй. Киләһе йылдарҙа улар чемпионатҡа 1996 йылға тиклем дәғүә итә алмай.

Халыҡ-ара турнирҙарҙа ҡатнашыуы

Донъя чемпионаттары

Йыл Турнир раунды Матчтар Еңеүҙәр Тигеҙ иҫәп Еңелеүҙәр Туп индерелә Туп үткәрелә
Уругвай 1930 Ҡатнашмай
Королевство Италия (1861—1946) 1934 Квалификациянан үтмәй
Франция флагы 1938 Квалификациянан үтмәй
Бразилия (1889-1960) 1950 Квалификациянан үтмәй
Флаг Швейцарии 1954 Квалификациянан үтмәй
Швеция флагы 1958 Квалификациянан үтмәй
Чили 1962 Квалификациянан үтмәй
Англия флагы 1966 3-сө урын 3 6 5 0 1 17 8
Мексика флагы 1970 Квалификациянан үтмәй
Германия флагы 1974 Квалификациянан үтмәй
Аргентина 1978 Квалификациянан үтмәй
Испания 1982 Квалификациянан үтмәй
Мексика флагы 1986 Төркөм этабы 17 3 1 0 2 2 4
Италия флагы 1990 Квалификациянан үтмәй
АҠШ флагы 1994 Квалификациянан үтмәй
Франция флагы 1998 Квалификациянан үтмәй
Япония флагыКорея Республикаһы флагы 2002 Төркөм этабы 21 3 1 0 2 6 4
Германия флагы 2006 4-се урын 4 7 4 1 2 7 5
Көньяҡ Африка Республикаһы 2010 1/8 финал 11 4 1 2 1 7 1
Бразилия 2014 Төркөм этабы 18 3 1 1 1 4 7
Рәсәй флагы 2018 1/8 финал 13 4 1 2 1 6 6
Катар Ффлагы 2022 1/4 финал 8 5 3 0 2 12 6
Бөтәһе Титулы юҡ 8/22 35 17 6 12 61 41

Европа чемпионаты

Йыл Турнир раунды Матчтар Еңеүҙәр Тигеҙ иҫәп* Еңелеүҙәр Туп индерелә Туп үткәрелә
Испания (1945-1977) 1964 Квалификациянан үтмәй
Италия флагы (1946—2003) 1968 Квалификациянан үтмәй
Флаг Бельгии 1972 Квалификациянан үтмәй
Флаг Югославии (1945—1991) 1976 Квалификациянан үтмәй
Италия флагы (1946—2003) 1980 Квалификациянан үтмәй
Франция флагы (1976—2020) 1984 Ярымфинал 4 1 2 1 4 4
Германия флагы 1988 Квалификациянан үтмәй
Швеция флагы 1992 Квалификациянан үтмәй
Англия флагы 1996 Сирекфинал 4 2 1 1 5 2
Флаг БельгииНидерландтар 2000 Ярымфинал 5 4 0 1 10 4
Португалия 2004 2-се урын 6 3 1 2 8 6
АвстрияФлаг Швейцарии 2008 Сирекфинал 4 2 0 2 7 6
ПольшаУкраина 2012 Ярымфинал 5 3 1 1 6 4
Франция флагы (1976—2020) 2016 Чемпион 7 3 4 0 9 5
Европа Берләшмәһе флагы 2020 1/8 финал 4 1 1 2 7 7
Бөтәһе 1 титул 39 19 10 10 56 38

Конфедерациялар Кубогы

Йыл Раунд Урын И В Н П Туптар
Сәғүд Ғәрәбстаны флагы 1992 Ҡатнашмай
Сәғүд Ғәрәбстаны флагы 1995 Ҡатнашмай
Сәғүд Ғәрәбстаны флагы 1997 Ҡатнашмай
Мексика флагы 1999 Ҡатнашмай
Япония флагыКорея Республикаһы флагы 2001 Ҡатнашмай
Франция флагы (1976—2020) 2003 Ҡатнашмай
Германия флагы 2005 Ҡатнашмай
ҠАР флагы 2009 Ҡатнашмай
Бразилия 2013 Ҡатнашмай
Рәсәй флагы 2017 3-сө урын 3 5 3 2 0 9-3
Бөтәһе титулдары юҡ 1/7 5 3 2 0 9-3

УЕФА-ның Милләттәр лигаһы

Йыл Турнир раундЫ Матчтар Еңеүҙәр Тигеҙ иҫәп Еңелеүҙәр Туп индерелә Туп үткәрелә
2018/19 A лигаһы 6 4 2 0 9 4
2020/21 A лигаһы 6 4 1 1 12 4
Бөтәһе' 1 титул 12 8 3 1 21 8

Ҡаҙаныштары

Йыйылма команда рекордсмендары

Ҡалын менән уйнауҙы дауам иткән футболсылар билдәләнә.

Туптар иҫәбе буйынса

2023-11-24 ҡарата
No Исеме Матчтар Голдар Беренсе уйын Һуңғы уйын
1 Криштиану Роналду 205 128 20 август 2003 16 ноябрь 2023
2 Жоау Моутинью 146 7 17 август 2005 9 июнь 2022
3 Пепе 134 8 21 ноябрь 2007 20 июнь 2023
4 Луиш Фигу 127 32 12 октябрь 1991 8 июль 2006
5 Нани 112 24 1 сентябрь 2006 2 июль 2017
6 Фернанду Коуту 110 8 19 декабрь 1990 30 июнь 2004
7 Руй Патрисиу 107 0 17 ноябрь 2010 26 март 2023
8 Бруну Алвеш 96 11 5 июнь 2007 1 июнь 2018
9 Руй Кошта 94 26 31 март 1993 4 июль 2004
10 Рикарду Карвалью 89 5 11 ноябрь 2003 22 июнь 2016

Иң яҡшы бомбардирҙар

2023-11-24 ҡарата
No Исеме Голдар Матчтар Уртаса Беренсе уйын Һуңғы уйын
1 Криштиану Роналду 128 205 0.62 20 август 2003 16 ноябрь 2023
2 Педру Паулета 47 88 0.53 20 август 1997 8 июль 2006
3 Эйсебио 41 64 0.64 8 октябрь 1961 13 октябрь 1973
4 Луиш Фигу 32 127 0.25 12 октябрь 1991 8 июль 2006
5 Нуну Гомеш 29 79 0.37 24 ғинуар 1996 11 октябрь 2011
6 Элдер Поштига 27 71 0.38 13 июнь 2003 14 ноябрь 2014
7 Руй Кошта 26 94 0.28 31 март 1993 4 июль 2004
8 Нани 24 112 0.21 1 сентябрь 2006 2 июль 2017
9 Жуан Виейра Пинту 23 81 0.30 12 октябрь 1991 14 июнь 2002
10 Таманьини Нене 22 66 0.33 21 апрель 1971 23 июнь 1984
Симау Саброза 22 85 0.26 18 октябрь 1998 29 июнь 2010

Иҫкәрмәләр

  1. The FIFA/Coca-Cola World Ranking (ингл.). FIFA (22 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2022.
  2. The FIFA/Coca-Cola World Ranking

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә