Футбол буйынса Югославия йыйылма командаһы

Футбол буйынса Югославия йыйылма командаһы (сер. Фудбалска репрезентација Југославије) — халыҡ-ара матчтарҙа Югославия исеменән сығыш яһай һәм уның менән Югославия футбол ассоциацияһы етәкселек итә. Команда үҙенең беренсе уйынын 1920 йылда үткәрә һәм эҙмә-эҙлекле рәүештә Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге (1920—1929), Югославия Короллеге (1929—1941), Югославия Федератив Халыҡ Республикаһы (1946—1963) һәм бер нисә бойондороҡһоҙ дәүләткә тарҡалғанға тиклем Югославия Социалистик Федератив Республикаһы (СФРЮ, 19631992) исеменән сығыш яһай.

Сербия һәм Черногория командаһы берҙәм йыйылма команданың вариҫы тип иҫәпләнә.

Ҡаҙаныштары

  • 1960 йылғы Олимпия уйындары чемпионы
  • 1930 йылғы донъя чемпионатының ярымфиналы (3-сө урын өсөн матч үткәрелмәй)
  • 1962 йылғы донъя чемпионатының призеры
  • Европа чемпионаттары финалисы: 1960, 1968
  • 1987 йылда йәштәр командалары араһында донъя чемпионы

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 1992 йылға тиклем, Югославия тарҡалғанға тиклем; һуңынан уйналған матчтар тураһында ҡарағыҙ. Футбол буйынса Сербия һәм Черногория йыйылма командаһы.

Һылтанмалар

  • Великие сборные: Сборные Восточной Европы. Приложение к еженедельнику «Футбол». — 2009. — № 11 (47). — С. 13-20.

Ҡалып:Тренеры сборной Югославии по футболу

Тема буйынса өҫтәмә