Футбол буйынса Испания йыйылма командаһы

Футбол буйынса Испания йыйылма командаһы (исп. Selección de fútbol de España) — халыҡ-ара футбол ярыштарында Испания исеменән сығыш яһаусы команда. Етәксе органы — Испания король футбол федерацияһы. Федерация 1913 йылдан ФИФА һәм 1954 йылдан УЕФА ағзаһы булып тора. Йыйылма команда Европаның һәм донъяның алдынғы командаларының береһе һанала: Испания йыйылма командаһы 1964, 2008 һәм 2012 йылдарҙа өс Европа титулына эйә (Испания чемпион титулын яҡлаған беренсе Европа командаһы була) һәм 2010 йылда донъя чемпионы титулын яулай (2010 йылдың 11 июлендә йыйылма команда финалда Нидерландты 1:0 иҫәбе менән еңә).

2008 йылдың июлендә, донъя чемпионатында бер тапҡыр ҙа еңмәһә лә, Испания ФИФА-ның йыйылма командалар рейтингында беренсе урынға сыға, был йәһәттән ул — тарихта беренсе команда. 2019 йылдың 19 сентябренә ҡарата йыйылма команда ФИФА рейтингында 7-се[7], УЕФА рейтингында 4-се урын (2017 йылдың 11 октябренә ҡарата) биләй[8].

Серхио Рамос йыйылма команда өсөн 180 матчта уйнай[1][2]; йыйылма команданың иң яҡшы бомбардиры — Давид Вилья (59 туп)[3][4].

Тарихы

Тәүге йылдары

Англия футбол ассоциацияһы өлгөһөнә эйәреп, Испания 1909 йылда үҙ ойошмаһын — Испания король футбол федерацияһын булдыра. Испания йыйылма командаһы 1920 йылда Антверпендағы Олимпия уйындарында тәүге тапҡыр сығыш яһай, унда команда көмөш миҙал яулай. Үҙенең тәүге халыҡ-ара өйҙәге уйынын йыйылма команда 1921 йылда Бельгияға ҡаршы үткәрә, 2:0 иҫәбе менән еңә. 1934 йылда Италияла үткән донъя чемпионатында команда сирек финалға сыға.

1964 йылғы Европа чемпионатында еңеү

Хосе Вильялонга етәкселегендә команда Европа чемпионатын ҡабул итә, финалда СССР йыйылма командаһын еңә һәм тәүге тапҡыр халыҡ-ара титул яулай. Мадридта финалда Джесус Мария Переда һәм Марсельино гол индерә. Турнирҙың символик командаһы составына 6 испанлы инә.

2008—2012. Европа һәм донъя чемпионаттарында алтын

undefined
undefined

Испания йыйылма командаһы өсөн 2008 йылдағы Европа чемпионатында еңеү ысын байрам була. Вена ҡалаһында үткән финалда йыйылма команда Германияны 1:0 иҫәбе менән еңә. Был Испанияның 1964 йылдағы еңеүенән һуң иң ҙур ҡаҙанышы була. Евро-2008-ҙә испандарҙың баш тренеры — 69 йәшлек Луис Арагонес.

2014—2022 йылдар

2016 йылғы Европа чемпионатында Испания Чехияны (1-0) һәм Төркиәне (3-0) еңә, әммә Хорватиянан еңелә (1-2) һәм төркөмдә икенсе урын яулай. 1/8 финалда «Ҡыҙыл фурия» Италия йыйылма командаһынан еңелә (0:2) һәм турнирҙан төшөп ҡала. Баш тренер Висенте дель Боске отставкаға китә һәм тренер карьераһын тамамлауы тураһында иғлан итә.

Халыҡ-ара турнирҙарҙа сығыш яһау тарихы

Донъя чемпионаттарында

Йыл Раунд Урын И В Н* П РМ
Уругвай 1930 Ҡатнашмай
Королевство Италия (1861—1946) 1934 Сирекфинал 5 3 1 1 1 4-3
Франция флагы (1894—1958) 1938 Ҡатнашмай
Бразилия (1889-1960) 1950 4-се урын 4 6 3 1 2 10-12
Флаг Швейцарии 1954 Квалификациянан үтмәй
Швеция флагы 1958
Чили 1962 Төркөм этабы 12 3 1 0 2 2-3
Англия флагы 1966 Төркөм этабы 10 3 1 0 2 4-5
Мексика флагы 1970 Квалификациянан үтмәй
Германия флагы 1974
Флаг Аргентины (1812—1985) 1978 Төркөм этабы 10 3 1 1 1 2-2
Испания 1982 Икенсе раунд 9 5 1 2 2 4-5
Мексика флагы 1986 Сирекфинал 5 5 3 1 1 11-4
Италия флагы 1990 1/8 финал 12 4 2 1 1 6-4
АҠШ флагы 1994 Сирекфинал 8 5 2 2 1 10-6
Франция флагы (1976—2020) 1998 Төркөм этабы 18 3 1 1 1 8-4
Корея Республикаһы флагы Япония флагы 2002 Сирекфинал 5 5 3 2 0 10-5
Германия флагы 2006 1/8 финал 14 4 3 0 1 9-4
Көньяҡ Африка Республикаһы 2010 Чемпион 1 7 6 0 1 8-2
Бразилия 2014 Төркөм этабы 23 3 1 0 2 4-7
Рәсәй флагы 2018 1/8 финал 10 4 1 3 0 7-6
Катар Ффлагы 2022 1/8 финал 13 4 1 2 1 9-3
Бөтәһе 16/22 1 титул 67 31 17 19 108-75

* Тигеҙ иҫәпкә шулай уҡ пенальти серияһы менән тамамланған плей-офф матчтары ла инә.

Футбол буйынса Европа чемпионаттарында

Йыл Раунд Урын И В Н* П РМ
Франция флагы 1960 Сәйәси сәбәптәр буйынса сирекфинал этабында уйнауҙан баш тарта
Испания (1945-1977) 1964 Чемпион 1 2 2 0 0 4-2
Италия флагы 1968 Квалификациянан үтмәй
Флаг Бельгии 1972
Югославия флагы(1945—1991) 1976
Италия флагы 1980 Төркөм этабы 7 3 0 1 2 2-4
Франция флагы 1984 Финалсы 2 5 1 3 1 4-5
Германия флагы 1988 Төркөм этабы 6 3 1 0 2 3-5
Швеция флагы 1992 Квалификациянан үтмәй
Англия флагы 1996 Сирекфинал 6 4 1 3 0 4-3
Флаг Бельгии Нидерландтар 2000 Сирекфинал 5 4 2 0 2 7-7
Португалия 2004 Төркөм этабы 10 3 1 1 1 2-2
Австрия Флаг Швейцарии 2008 Чемпион 1 6 5 1 0 12-3
Польша Украина 2012 Чемпион 1 6 4 2 0 12-1
Франция флагы 2016 9-16 4 2 0 2 5-4
Европа Берләшмәһе флагы 2020 Ярымфинал 3-4 6 2 4 0 13-6
Германия флагы 2024 0 0 0 0 0-0
Бөтәһе 11/17 3 титул 46 21 15 10 68-42

* Тигеҙ иҫәпкә шулай уҡ пенальти серияһы менән тамамланған плей-офф матчтары ла инә.

Ғәмәлдәге составы

Баш тренер Луис де ла Фуэнте Кастильо Евро-2024 һайлап алыу турнирҙарында Кипрға (2023 йылдың 16 ноябре) һәм Грузияға (2023 йылдың 19 ноябре) ҡаршы уйнауға түбәндәге уйынсыларҙы саҡыра.

Уйындар һәм голдар 2023 йылдың 19 ноябренә ҡарата бирелгән:
Позиция Уйынсы Тыуған көнө / йәше Матчтар Голдар Клуб
1Вр Унаи Симон 1 (11) июндә 1997 38 -27 Испания Атлетик Бильбао
1Вр Давид Райя 1 (15) сентябрҙә 1995 3 −3 Англия флагы Арсенал
1Вр Алекс Ремиро 1 (24) мартта 1995 0 0 Испания Реал Сосьедад
2Защ Хесус Навас 1 (21) ноябрҙә 1985 50 5 Испания Севилья
2Защ Дани Карвахаль 1 (11) ғинуарҙа 1992 42 0 Испания Реал Мадрид
2Защ Пау Торрес 1 (16) ғинуарҙа 1997 24 1 Англия флагы Астон Вилла
2Защ Хосе Луис Гайя 25.05.1995 ғинуарҙа 22 3 Испания Валенсия
2Защ Иньиго Мартинес 1 (17) майҙа 1991 20 1 Испания Барселона
2Защ Робен Ле Норман 1 (11) ноябрҙә 1996 8 1 Испания Реал Сосьедад
2Защ Давид Гарсия 1 (14) февралдә 1994 2 0 Испания Осасуна
2Защ Алехандро Гримальдо 1 (20) сентябрҙә 1995 1 0 Германия флагы Байер 04
3ПЗ Родри 1 (22) июндә 1996 48 1 Англия флагы Манчестер Сити
3ПЗ Гави 1 (5) августа 2004 27 5 Испания Барселона
3ПЗ Фабиан Руис 1 (3) апрелдә 1996 22 1 Франция флагы Пари Сен-Жермен
3ПЗ Микель Мерино 1 (22) июндә 1996 19 1 Испания Реал Сосьедад
3ПЗ Мартин Субименди 1 (2) февралдә 1999 4 0 Испания Реал Сосьедад
3ПЗ Ойан Сансет 1 (25) апрелдә 2000 3 1 Испания Атлетик Бильбао
3ПЗ Алеш Гарсия 1 (28) июндә 1997 1 0 Испания Жирона
4Нап Альваро Мората Капитан спорт 1 (23) октябрҙә 1992 69 34 Испания Атлетико Мадрид
4Нап Ферран Торрес 1 (29) февралдә 2000 40 18 Испания Барселона
4Нап Микель Оярсабаль 1 (21) апрелдә 1997 25 7 Испания Реал Сосьедад
4Нап Нико Уильямс 1 (12) июлдә 2002 11 2 Испания Атлетик Бильбао
4Нап Хоселу 1 (27) мартта 1990 9 5 Испания Реал Мадрид
4Нап Ламин Ямаль 1 (13) июлдә 2007 4 2 Испания Барселона
4Нап Родриго Рикельме 1 (2) апрелдә 2000 2 0 Испания Атлетико Мадрид

Команда рекордсмендары

2023-10-13 ҡарата
Матчтар иҫәбе буйынса
Позизия Уйынсы Матчтар Голдар Осор
1 Серхио Рамос 180 23 2005—2021
2 Икер Касильяс 167 −94 2000—2016
3 Серхио Бускетс 143 2 2009—2022
4 Хави 133 13 2000—2014
5 Андрес Иньеста 131 13 2006—2018
6 Андони Субисаррета 126 −99 1985—1998
7 Давид Сильва 125 35 2006—2018
8 Хаби Алонсо 114 16 2003—2014
9 Фернандо Торрес 110 38 2003—2014
Сеск Фабрегас 110 15 2006—2016

* Ғәмәлдәге уйынсылар 'ҡалын менән күрһәтелгән.

Голдар иҫәбе буйынса
Позиция Уйынсы Голдар Матчтар Сред. Период
1 Давид Вилья 59 98 0,60 2005—2017
2 Рауль 44 102 0,43 1996—2006
3 Фернандо Торрес 38 110 0,35 2003—2014
4 Давид Сильва 35 125 0,28 2006—2018
5 Альваро Мората 34 67 0,51 2014—х. в.
6 Фернандо Йерро 29 89 0,33 1989—2002
7 Фернандо Морьентес 27 47 0,57 1998—2007
8 Эмилио Бутрагеньо 26 69 0,38 1984—1992
9 Альфредо Ди Стефано 23 31 0,74 1957—1961
Серхио Рамос 23 180 0,13 2005—2021

* Ғәмәлдәге уйынсылар ҡалын менән күрһәтелгән.

Форма

1920 йылда ҡыҙыл төҫ Испания футбол командаһы формаһының төп төҫөнә әйләнә: сәйәси сәбәптәр арҡаһында граждандар һуғышы йылдарында һәм тәүге йылдарҙа ғына булмай. 2004 йылдан, форма төҫөнә бәйле, йыйылма командаға рәсми ҡушамат «Ла Роха» (исп. «La Roja» — «ҡыҙыл») ҡушаматы килә.[9]. Кейем төҫө итеп Испания олимпия комитеты президенты Гонсало де Фигероа-и-Торрес, маркиз де Вильямехор Антверпендағы Олимпиада башланыр алдынан һайлай. Ал яҡтан һулдан алтын арыҫлан төшөрөлгән: ул Испания флагы төҫтәрен сағылдыра. Был герб Испанияның бөтә олимпия йыйылма командаһы символы итеп һайланған[10].

Өйҙәге уйындарҙа

Форма
1920-1921
Форма
1921-1922
Форма
1922-1924
Форма
1924-1931
Форма
1931-1934
Форма
1934
Форма
1934-1936
Форма
Форма
Форма
Форма
1947-1959
Форма
1959-1979
Форма
1979-1981
Форма
1981-1983
Форма
1983-1985
Форма
1985-1987
Форма
1987-1991
Форма
1991-1992
Форма
1992-1993
Форма
1993-1995
Форма
1995-1997
Форма
1997-1999
Форма
1999-2001
Форма
2001-2003
Форма
2003-2005
Форма
2005-2007
Форма
2007-2009
Форма
2009
Форма
2009-2010
Форма
2010-2011
Форма
2011-2012
Форма
2012-2013
Форма
2013-2014
Форма
2015-2017
Форма
2018
Форма
Форма

Ситтәге уйындарҙа

Форма
1983-1985
Форма
1985-1987
Форма
1987-1991 (2)
Форма
1987-1991 (3)
Форма
1993-1995
Форма
1996-1997
Форма
1998-1999
Форма
2000-2001
Форма
2002-2003
Форма
2004-2005
Форма
2005-2007
Форма
2007-2009
Форма
2010-2011
Форма
2010-2011
Форма
2011-2013
Форма
2013-2014
Форма
2015
Форма
2016-2017
Форма
2018
Форма
Форма

Экипировка

Йылдар Етештереүсе
1935—1966 Испания Deportes Cóndor
1966 Бөйөк Британия флагы Umbro
1967—1981 Испания Deportes Cóndor
1981—1983 Германия флагы Adidas
1983—1991 Франция флагы Le Coq Sportif
1991—х. в. Германия флагы Adidas

Әҙәбиәт

  • Великие сборные: Испания. Приложение к еженедельнику «Футбол». Выпуск № 3 (39). 2009 год

Иҫкәрмәләр

Комментарийҙар

  1. Комплект формы в матче против Италии на Олимпиаде в Париже[11]
  2. Во время гражданской войны сборная провела несколько неофициальных матчей только в белой форме в связи с тем, что красный цвет вызывал у фалангистов негативные ассоциации со сторонниками Второй Республики.
  3. 1 2 После победы фалангистов и Франсиско Франко синий цвет был принят в качестве цвета основной формы, поскольку красную фалангисты всё ещё отвергали.
  4. Альтернативный вариант первой формы с красным цветом

Сығанаҡтар

  1. 1 2 Iker Casillas Fernandez - Century of International Appearances (ингл.). RSSSF. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2014. Архивировано 30 сентябрь 2018 года.
  2. 1 2 Статистика Икера Касильяса в матчах за сборную Испании (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2014. Архивировано 25 май 2014 года.
  3. 1 2 David Villa - Goals in International Matches (ингл.). RSSSF. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2014. Архивировано 18 ғинуар 2018 года.
  4. 1 2 Статистика Давида Вильи в матчах за сборную Испании (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2014. Архивировано 30 апрель 2013 года.
  5. The FIFA/Coca-Cola World Ranking (ингл.). FIFA (22 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2022.
  6. УЕФА принял решение не вручать бронзовые медали игрокам команд, проигравших в полуфиналах чемпионата. I – General Provisions. Article 10. Trophy, plaques and medals // Regulations of the UEFA European Football Championship. — UEFA Executive Committee, 2018-20. — P. 11. — 59 p.
  7. [https://www.uefa.com/MultimediaFiles/Download/competitions/General/02/50/91/84/2509184_DOWNLOAD.pdf National Team Coefficients Overview]
  8. National Team Coefficients Overview (ингл.) (PDF). UEFA.com. Официальный сайт УЕФА (11 октябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 октябрь 2017. Архивировано 6 ноябрь 2017 года.
  9. M. A. Mateo. El porqué de 'la Roja' (исп.). El Mundo (31 май 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2011. Архивировано 9 август 2018 года.
  10. Origen del uniforme español. Por Fernando Arrechea Rivas, miembro de la ISOH (International Society of Olympic Historians), del CIHEFE (Centro de Investigaciones de Historia y Estadística del Fútbol Español) y de la AEEA (Asociación Española de Estadísticos de Atletismo). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2018. Архивировано 5 март 2016 года.
  11. Diario Marca. Historia de la selección española a través de sus camisetas. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июнь 2013. Архивировано 24 июнь 2013 года.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар