Футбол буйынса Франция йыйылма командаһы
Футбол буйынса Франция йыйылма командаһы (франц. Équipe nationale de France de football) — халыҡ-ара футбол матчтарында һәм турнирҙарына Франция исеменән сығыш яһай. Етәксе органы — Франция футбол федерацияһы. Федерация 1904 йылдан ФИФА, 1954 йылдан УЕФА ағзаһы булып тора. Француздар — был ике ойошмаға ла нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Франция Европа чемпионы (1984 һәм 2000) һәм донъя чемпионы (1998 һәм 2018) титулына икешәр тапҡыр лайыҡ була.
Францияның милли командаһы Донъя кубогының һуғышҡа тиклемге өс турнирында ла ҡатнаша. Француздар донъя чемпионатының финал этабына бөтәһе 16 тапҡыр үтә[4]. Донъя чемпионатында тәүге уңышҡа 1958 йылда өлгәшә, ул саҡта улар бронза миҙал яулай.
Һуңынан, 1980 йылдар башына тиклем, йыйылма команда етди һөҙөмтәләр күрһәтмәй. Мишель Платини, Жан Теаган, Ален Гирессе һәм Луис Фернандестар килгәс, Франция йыйылма командаһы беренсе тапҡыр 1982 йылғы донъя чемпионатында 4-се урынды яулай, һуңынан бер йыл эсендә 1984 йылғы Европа чемпионатында һәм Лос-Анджелестағы Олимпия уйындарында еңә, ә 1986 йылдағы донъя чемпионатында 1958 йыл һөҙөмтәһен ҡабатлай.
2016 йылда команда Дидье Дешам етәкселегендә Европа вице-чемпионы була, ә 2018 йылда донъя чемпионы титулын икенсе тапҡыр яулай. Киләһе донъя чемпионатында финалда Аргентинанан еңелә.
Уго Льорис йыйылма команда өсөн 145 матчта уйнай; иң яҡшы бомбардир — Оливье Жиру (56 гол)[5]. баш тренеры — Дидье Дешам, был вазифаға 2012 йылдың 8 июлендә тәғәйенләнә[6][7].
Икенсе донъя һуғышы алдынан
Франция йыйылма командаһы тәүге рәсми халыҡ-ара матчын 1904 йылдың 1 майында Брюсселдә Бельгияға ҡаршы үткәрә[8]. Бынан дүрт йыл элек Олимпия йыйылма командаһы II Олимпия уйындарында көмөш миҙал яулай[9].
1930 йылда француздар тәүге Донъя кубогы турнирында ҡатнаша. Мексиканы беренсе матчта 4:1 иҫәбе менән еңеүгә ҡарамаҫтан, улар сығыштарын төркөм этабында уҡ тамамлай[10]. Киләһе ике матчта Аргентина[10] һәм Чили[10] командаларынан 0:1 (икеһенә лә) иҫәбе менән еңелә. Киләһе мундиалда француздар Австриянан 2:3 иҫәбе менән еңелә һәм турнирҙан төшөп ҡала[11].
1938 йылда Франция командаһы турнирҙың тәүге этабын үтә. Әммә икенсеһендә үк ул Италия йыйылма командаһынан 1:3 иҫәбе менән еңелә[12].
1958—1960 йылдар. Тәүге уңыштары
1958 йылда Швецияла уҙған мундиалда француздар ФРГ командаһын 6:3 иҫәбе менән еңә һәм бронза миҙал яулай[13].
| Германия йыйылма командаһына ҡаршы 3-сө урын өсөн уйында Франция йыйылма командаһы составы |
Тренеры Альбер Баттё булған «өс төҫлөләр» һөжүм итеп уйнай, майҙанға сыҡҡан 11 футболсы иҫәбендә биш һөжүм итеүсе һәм алға сығыусы ярымһаҡсылар була. «Реймс» клубынан 25 йәшлек Жюст Фонтен йыйылма команданың йондоҙо була, ул турнир дауамында (алты матчта) ун өс гол индерә[14].
Ике йылдан һуң, 1960 йылда, беренсе тапҡыр футбол буйынса Европа чемпионаты үткәрелә. Был турнир Францияла үтә.
Альберт Баттё етәкселегендәге команда квалификацияның беренсе этабында Грецияны[15] һәм Австрияны еңә[15].
Дүрт команда ғына уйнаған финал турнирында Франция ике матчта ла еңелә һәм дүртенсе урынға сыға[16].
1982—1986 йылдар. Платини дәүере
Франция 1982 йылда донъя чемпионаты финалына һайлап алыу төркөмөндә икенсе урындан сыға[17].
Уйын һөҙөмтәләре
Был бүлектә Франция йыйылма командаһының бөтә ярыштарҙа, шул иҫәптән дуҫтарса уйнаған һуңғы матчтары күрһәтелә. Исемлек 2021 йылдың 28 июненә хронологик тәртиптә бирелә.
F төркөмө
| Поз | Команда | И | В | Н | П | МЗ | МП | РМ | О | Квалификация |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 1 | 3 | 1 | 2 | 0 | 4 | 3 | +1 | 5 | плей-оффҡа сығыу | |
| 2 | 3 | 1 | 1 | 1 | 6 | 5 | +1 | 4[lower-alpha 1] | ||
| 3 | 3 | 1 | 1 | 1 | 7 | 6 | +1 | 4[lower-alpha 1] | ||
| 4 | 3 | 0 | 2 | 1 | 3 | 6 | −3 | 2 |
Франция — Германия
Франция[18]
|
Германия[18]
|
Венгрия — Франция
Венгрия[19]
|
Франция[19]
|
Португалия — Франция
| Португалия | 2:2 | |
|---|---|---|
| Криштиану Роналду |
(отчёт) | Бензема |
Донъя чемпионаттарында ҡатнашыуы
Франция — 1930 йылда футбол буйынса беренсе донъя чемпионатында ҡатнашҡан дүрт Европа командаһының береһе[20]. Ул беренсе титулын 1998 йылда яулай[21]. Ул саҡта Франция турнирҙы ҡабул итә һәм финал матчында Бразилияны 3:0 иҫәбе менән еңә[22]. 2018 йылда Франция, финалда Хорватияны 4:2 иҫәбе менән еңеп, үҙ тарихында икенсе донъя чемпионатында еңеү, 2006 йылда көмөш миҙал яулай[21]. Финалда Италия йыйылмаһына пенальти серияһында еңелде][23]. Шулай уҡ ике тапҡыр бронза миҙал яулай: 1958 һәм 1986 йылда донъя чемпионатында[21]. 1982 йылда 4-се урында була[21]. Иң насар уйындары 2002 йылда — башта уҡ турнирҙан төшөп ҡала[24] һәм 2010 йылда[25]. Ике тапҡыр команда төркөмдә һуңғы урында була. 2002 йылда команда Сенегал йыйылма командаһынан еңелә һәм бер гол да индермәйенсә турнирҙан төшөп ҡала.[24]. 2010 йылғы донъя чемпионатында Франция Мексика һәм Көньяҡ Африка Республикаһы йыйылмаларынан еңелә һәм Уругвай йыйылмаһы менән тигеҙ иҫәпкә уйнап, бер мәрәй йыя[25].
| Йыл | Стадия | Урын | М | В | Н | П | ГЗ | ГП |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Төркөм этабы | 7 | 3 | 1 | 0 | 2 | 4 | 3 | |
| 1/8 финал | 9 | 1 | 0 | 0 | 1 | 2 | 3 | |
| Сирекфинал | 6 | 2 | 1 | 0 | 1 | 4 | 4 | |
| Ҡатнашыуҙан баш тарта | ||||||||
| Төркөм этабы | 11 | 2 | 1 | 0 | 1 | 3 | 3 | |
| 3-сө урын | 3 | 6 | 4 | 0 | 2 | 23 | 15 | |
| Квалификациянан үтмәй | ||||||||
| Төркөм этабы | 13 | 3 | 0 | 1 | 2 | 2 | 5 | |
| Квалификациянан үтмәй | ||||||||
| Төркөм этабы | 12 | 3 | 1 | 0 | 2 | 5 | 5 | |
| 4-се урын | 4 | 7 | 3 | 2 | 2 | 16 | 12 | |
| 3-сө урын | 3 | 7 | 4 | 2 | 1 | 12 | 6 | |
| Квалификациянан үтмәй | ||||||||
| Чемпион | 1 | 7 | 6 | 1 | 0 | 15 | 2 | |
| Төркөм этабы | 28 | 3 | 0 | 1 | 2 | 0 | 3 | |
| 2-се урын | 2 | 7 | 4 | 3 | 0 | 9 | 3 | |
| Ҡалып:ЮАР 2010 | Төркөм этабы | 29 | 3 | 0 | 1 | 2 | 1 | 4 |
| Сирекфинал | 7 | 5 | 3 | 1 | 1 | 10 | 3 | |
| Чемпион | 1 | 7 | 6 | 1 | 0 | 14 | 6 | |
| 2-се урын | 2 | 7 | 5 | 1 | 1 | 14 | 6 | |
| Бөтәһе | 16/22 | 2 титул | 72 | 34 | 13 | 19 | 120 | 77 |
Франция бөтәһе 16 донья чемпионатында ҡаташа[4]. Англия һәм Испания йыйылма командалары шулай уҡ. Мексика (17), Аргентина (18), Италия (18), Германия (20) һәм Бразилия (22) командалары күберәк. Франция донъя чемпионатының бөтәһе 73 финалында ҡатнаша[27]. 2014 йылдың 20 июнендә Франция Швейцарияға ҡаршы уйында донъя чемпионатының 100-сө голын индерә. Уның авторы — һөжүмсе Жиру Оливье[28].
Европа чемпионаттарында ҡатнашыуы
Франция футбол буйынса Европа чемпионатында уңышлы сығыш яһай, 1984 һәм 2000 йылдарҙа еңә[29]. Испания йыйылма командаһы һәм Германия йыйылма командаһы был титулды өсәр тапҡыр яулай[30]. Франция Европа чемпионатында тәүге тапҡыр 1960 йылда уйнай һәм дүртенсе урын ала[15]. Бөтәһе 9 беренселектә ҡатнаша. 1984 йылда чемпион була[30]. Платини Мишель Алтын бутсаға лайыҡ була. 2000 йылда команда Зинедин Зидан етәкселегендә икенсе титул яулап ала[30].
Евро-1992[31] һәм Евро-2008-ҙә[32] яҡшы уйын күрһәтә алмай.
| Йыл | Стадия | Урын | М | В | Н | П | ГЗ | ГП |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 4-се урын | 4 | 2 | 0 | 0 | 2 | 4 | 7 | |
| Квалификациянан үтмәй | ||||||||
| Чемпион | 1 | 5 | 5 | 0 | 0 | 14 | 4 | |
| Квалификациянан үтмәй | ||||||||
| Төркөм этабы | 6 | 3 | 0 | 2 | 1 | 2 | 3 | |
| 1/2 финал | 3 | 5 | 2 | 3 | 0 | 5 | 2 | |
| Чемпион | 1 | 6 | 5 | 0 | 1 | 13 | 7 | |
| 1/4 финал | 6 | 4 | 2 | 1 | 1 | 7 | 5 | |
| Төркөм этабы | 15 | 3 | 0 | 1 | 2 | 1 | 6 | |
| 1/4 финал | 8 | 4 | 1 | 1 | 2 | 3 | 5 | |
| 2-се урын | 2 | 7 | 5 | 1 | 1 | 13 | 5 | |
| 1/8 финал | 11 | 4 | 1 | 3 | 0 | 7 | 6 | |
| Бөтәһе | 10/16 | 2 титул | 43 | 21 | 12 | 10 | 69 | 50 |
Иҫкәрмәләр
- ↑ Досье сборной Франции (недоступная ссылка — история). UEFA (5 ғинуар 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2016. Архивировано 2 июнь 2012 года.
- ↑ Иткин, Александр Дешам подтвердил назначение Мбаппе капитаном сборной Франции. www.championat.com (21 март 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2023. Архивировано 21 март 2023 года.
- ↑ The FIFA/Coca-Cola World Ranking (ингл.). FIFA (22 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2022.
- ↑ 1 2 FIFA World Cup™ (ингл.). FIFA. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2017. Архивировано из оригинала 18 май 2015 года.
- ↑ France - Record International Players (ингл.). RSSSF. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 сентябрь 2014. Архивировано 28 октябрь 2019 года.
- ↑ Федерация футбола Франции официально объявила о решении Блана уйти (рус.). Чемпионат.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 август 2012. Архивировано 17 август 2012 года.
- ↑ Дешам официально назначен главным тренером сборной Франции (рус.). Чемпионат.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июль 2012. Архивировано 5 август 2012 года.
- ↑ Статистика матча (фр.). FFF. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 апрель 2011. Архивировано 29 июль 2012 года.
- ↑ Games of the II. Olympiad. Football Tournament (ингл.). RSSSF. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2011. Архивировано 14 февраль 2012 года.
- ↑ 1 2 3 1930 FIFA World Cup Uruguay™. Results (ингл.). FIFA. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2017. Архивировано 14 февраль 2012 года.
- ↑ 1934 FIFA World Cup Italy™. Results (ингл.). FIFA. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2017. Архивировано 14 февраль 2012 года.
- ↑ 1938 FIFA World Cup France™. Results (ингл.). FIFA. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2017. Архивировано 14 февраль 2012 года.
- ↑ 1958 FIFA World Cup Sweden™. Results (ингл.). FIFA. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2017. Архивировано 14 февраль 2012 года.
- ↑ Рекорд в чужих бутсах (рус.). Чемпионат.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июнь 2011. Архивировано 14 февраль 2012 года.
- ↑ 1 2 3 European Championship 1960. Qualifying Stage. 1/8 FINALS (ингл.). RSSSF.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2011. Архивировано 14 февраль 2012 года.
- ↑ European Championship 1960 - Details Final Tournament (ингл.). RSSSF.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2011. Архивировано 14 февраль 2012 года.
- ↑ 1982 FIFA World Cup Spain™. Preliminaries (ингл.). FIFA. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2017. Архивировано 14 февраль 2012 года.
- ↑ 1 2 Tactical Line-ups – France v Germany (ингл.). UEFA.com. УЕФА (15 июнь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2021. Архивировано 24 июнь 2021 года.
- ↑ 1 2 Tactical Line-ups – Hungary v France. UEFA.com. УЕФА (19 июнь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июнь 2021. Архивировано 24 июнь 2021 года.
- ↑ 1930 FIFA World Cup Uruguay™. Teams (ингл.). FIFA. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2017. Архивировано 14 февраль 2012 года.
- ↑ 1 2 3 4 FIFA World Cup™ appearances (ингл.). FIFA. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2017. Архивировано 14 февраль 2012 года.
- ↑ 1998 FIFA World Cup France™. Brazil - France (ингл.). FIFA. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2017. Архивировано 14 февраль 2012 года.
- ↑ 2006 FIFA World Cup Germany ™. Italy - France (ингл.). FIFA. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2017. Архивировано 19 август 2011 года.
- ↑ 1 2 Өҙөмтә хатаһы:
<ref>билдәһе дөрөҫ түгел;Korea_Japanтөшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ 1 2 2010 FIFA World Cup South Africa ™. France (ингл.). FIFA. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2017. Архивировано 14 февраль 2012 года.
- ↑ France statistics (ингл.). FIFA. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2017. Архивировано 14 февраль 2012 года.
- ↑ FIFA World Cup™ - All-time rankings (ингл.). FIFA. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2017. Архивировано из оригинала 26 июнь 2015 года.
- ↑ Гол Жиру в ворота Швейцарии стал 100-м для Франции на чемпионатах мира. Чемпионат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2014. Архивировано 4 сентябрь 2014 года.
- ↑ Франция. Награды сборной (рус.). UEFA. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2011. Архивировано 14 февраль 2012 года.
- ↑ 1 2 3 European Championship. Countrywise list of winners (ингл.). RSSSF. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2011. Архивировано 14 февраль 2012 года.
- ↑ European Championship 1992. Final Tournament (ингл.). RSSSF. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2011. Архивировано 14 февраль 2012 года.
- ↑ European Championship 2008. Final Tournament (ингл.). RSSSF. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2011. Архивировано 14 февраль 2012 года.
Әҙәбиәт
- Великие сборные: Франция. Приложение к еженедельнику «Футбол».. Выпуск № 6 (42). 2009 год