ФИФА
Халыҡ-ара футбол федерацияһы (франц. Fédération Internationale de Football Association, ҡыҫҡаса — FIFA, урыҫ транслитерацияһында — ФИФА́) — футбол, футзал һәм пляж футболы буйынса ҙур халыҡ-ара идара итеү ойошмаһы.
ФИФА эгидаһы аҫтында бөтә донъя әһәмиәтендәге футбол турнирҙары: ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр, үҫмерҙәр араһында футбол буйынса донъя чемпионаты һәм клубтар араһында донъя кубоктары үткәрелә.
Тарихы
XX быуат башында халыҡ-ара футбол ярыштарының һаны һәм популярлығы артыуы сәбәпле, бөтә донъя футболы менән идара итеүсе берҙәм ойошма кәрәклеге асыҡлана. Бөйөк Британияның дүрт футбол ассоциацияһы уның кәрәклегенә шикләнеп ҡарай, ахыр сиктә ФИФА-ға Европаның ете иле (Франция, Бельгия, Дания, Испания, Нидерланд, Швейцария, Швеция) вәкилдәре нигеҙ һала. ФИФА Парижда 1904 йылдың 21 майында ойошторола; йыш ҡулланылған тулы һәм ҡыҫҡартылған исемдәренең француз телендә булыуы уның урынлашҡан урыны сәбәбсе булып тора. ФИФА-ның беренсе президенты — француз Робер Герен.
ФИФА эгидаһы аҫтында тәүге ярыштар 1906 йылда үткәрелә, әммә ярыштарҙы ойоштороуҙа ҙур уңышҡа өлгәшә алмай. Шуға күрә Герен президент вазифаһында китә һәм уны ул ассоциация ағзаһы булған инглиз Дэниэл Вулфолл алмаштыра. Лондонда үткән 1908 йылғы йәйге Олимпия уйындарындағы футбол турниры уңышлыраҡ була, әммә профессиональ футболсыларҙың Олимпия уйындарында ҡатнашыуы менән бәйле ҡайһы бер проблемалар тыуа.
1909 йылда Көньяҡ Африка футбол ассоциацияһы, 1912 йылда Аргентина футбол ассоциацияһы һәм 1913 йылда АҠШ футбол федерацияһы ҡабул ителгәс, ФИФА тик Европа эсендәге ойошма булыуҙан туҡтай.
Беренсе донъя һуғышы ваҡытында ФИФА етди ауырлыҡтар кисерә, сөнки күп уйынсылар фронтҡа китә һәм турнирҙарҙы халыҡ-ара кимәлдә үткәреү мөмкинлеге ныҡ сикләнә. Һуғыштан һуң ФИФА башлығы итеп голланд Карл Хиршман һайлана (ул президент булмай, әммә ФИФА секретары һәм почетлы казначей вазифаһын башҡара, ысынында башҡарма комитетты етәкләй)[1].
Икенсе донъя һуғышынан һуң ФИФА-ның яңы этабы башлана. Бөтә ҡитғаларҙа ла футбол конфедерациялары булдырыла, Бөйөк Британия ФИФА-ға кире ҡайта, СССР ҡушылырға риза була.
Футболдың планетала таралыуына телевидение трапшырыуҙары ла ҙур өлөш индерә. Әлеге ваҡытта ФИФА глобаль футбол берләшмәһенә әйләнгән, уның составында ағзалар БМО-ға ҡарағанда күберәк. Ойошманың килеме телевизион футбол баҙарын либерализациялау, әүҙем маркетинг сәйәсәте һәм төрлө футбол продукцияһын һәм атрибутикаһын һатыу арҡаһында һиҙелерлек арта. Табыш рекорды 2018—2022 йылдар циклында ҡуйылған һәм 7 миллиард доллар тәшкил иткән[2].
Президенттар
| Исеме | Ил | Мәҙҙәт | |
|---|---|---|---|
| 1 | Робер Герен | 1904—1906 | |
| 2 | Дэниэл Вулфолл | 1906—1918 | |
| 3 | Жюль Риме | 1921—1954 | |
| 4 | Рудольф Селдрейерс | 1954—1955 | |
| 5 | Артур Дрюри | 1955—1961 | |
| 6 | Стэнли Роуз | 1961—1974 | |
| 7 | Жоао Авеланж | 1974—1998 | |
| 8 | Зепп Блаттер | 1998—2015 | |
| — | Исса Хаяту (вазифа башҡарыусы) | 2015—2016 | |
| 9 | Джанни Инфантино | 2016 йылдан |
Футбол буйынса донъя чемпионаты
Жюль Риме 1921 йылда ФИФА-ның өсөнсө президенты итеп һайлана, уның етәкселегендә ике Олимпия турниры уңышлы үткәрелә, әммә етешһеҙлеге — Англия һәм Шотландия командаларының булмауы. Был ярыштарҙың уңышлы үтеүе һәм уйындың популярлығы артыуы ФИФА-ға донъя чемпионатын үткәреү мәсьәләһенә етди ҡарарға мөмкинлек бирә. Чемпионаттарҙы үткәреү мәсьәләһе беренсе тапҡыр 1928 йылда күтәрелә һәм беренсе донъя чемпионаты 1930 йылда үткәрелә. Ул Уругвайҙа үтә һәм уны хужалар еңә. Иҡтисади көрсөк һәм юлдың алыҫ булыуы арҡаһында Европаның алдынғы командалары ҡатнаша алмай, шуға ҡарамаҫтан турнир уңышлы үтә, һәм донъя чемпионаттарын даими рәүештә үткәрергә ҡарар ителә.
Икенсе донъя һуғышы арҡаһында тәнәфестән башҡа, 1930 йылдан алып футбол буйынса донъя чемпионаты дүрт йылға бер үткәрелә, һуңғы турнир 2022 йылда Катарҙа үтә, унда Аргентина еңә. 2026 йылғы донъя чемпионаты АҠШ-та, Канадала һәм Мексикала үтәсәк.
Турнирҙар
Футбол буйынса донъя чемпионаты һәм Олимпия турнирҙарынан тыш, ФИФА 17 йәшкә тиклемгеләр һәм йәштәр араһында донъя чемпионаты үткәрә. Бынан тыш, күптән түгел Конфедерациялар кубогы тип аталған яңы турнир булдырыла, унда дүрт йыл һайын төбәк чемпионаттарында еңеп сыҡҡандар, донъя чемпиондары һәм турнирҙы ойоштороусылар ярыша.
Ҡатын-ҡыҙҙар футболы үҫешкәс, ФИФА ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъя чемпионатын үткәрә башлай. 1991 йылда бындай тәүге турнир ойошторола. Бынан тыш, 2002 йылдан алып ҡатын-ҡыҙҙар араһында йәштәр араһында донъя чемпионаты үтә.
ФИФА шулай уҡ футбол нигеҙендә булдырылған спорттың бер нисә уйын төрө буйынса турнирҙар үткәреү менән етәкселек итә, атап әйткәндә, пляж футболы (ҡара: пляж футболы буйынса донъя чемпионаты) һәм мини — футбол (мини-футбол буйынса донъя чемпионаты) буйынса.
Структураһы
Ойошманың иң юғары органы булып ФИФА конгресы тора, уға ассоциацияның һәр футбол федерацияһы инә. 1904 йылда союз ойошторолғандан алып ФИФА конгрестарының ни бары 66 ултырышы үткәрелһә, хәҙер, ҡағиҙә булараҡ, улар йылына бер тапҡыр үткәрелә, бынан тыш, 1998 йылдан конгрестың сираттан тыш ултырыштары үткәрелә башланы. Съездарҙың ҡарарҙары уставтарға, уларҙы ҡулланыуға һәм ФИФА-ның етәксе вазифаларына тығыҙ бәйле. Конгресс ҡына ФИФА уставтарына үҙгәрештәр индерә ала, шулай уҡ сессияларҙа йыллыҡ отчеттар раҫлана, яңы милли берләшмәләрҙе ҡабул итеү тураһында ҡарарҙар ҡабул ителә һәм һайлауҙар үткәрелә. Конгреста киләһе бер нисә йылға ФИФА президенты, уның генераль секретары һәм ойошма башҡарма комитетының башҡа вәкилдәре һайлана. Ул шулай уҡ буласаҡ донъя чемпионаттары өсөн майҙансыҡтарҙы һайлай[3]. Һәр милли футбол берләшмәһенә, ҙурлығына йәки футболға йоғонтоһона ҡарамаҫтан, бер генә тауыш бирелә.
Президент һәм генераль секретарь — ФИФА-ның төп етәкселәре, улар ойошманың эше өсөн яуаплы, уны генераль секретарь һәм уның 280 ағзаһы берлектә башҡара.
Төбәк берләшмәләре исемлеге түбәндәгесә:
- АФК — Азия футбол конфедерацияһы — Азия һәм Австралия[4].
- КАФ — Африка футбол конфедерацияһы — Африка.
- КОНКАКАФ — Төньяҡ, Үҙәк Америка һәм Кариб диңгеҙе футболы конфедерацияһы — Төньяҡ Америка һәм Үҙәк Америка.
- КОНМЕБОЛ — Төньяҡ Америка футбол конфедерацияһы — Көньяҡ Америка.
- OФК — Океания футбол конфедерацияһы — Океания (Австралиянан башҡа[4])
- УЕФА — Европа футбол ассоциациялары союзы — Европа.
Европала ла, Азияла ла биләмәләре булған илдәр ниндәй конфедерацияға ҡушылыуҙы үҙҙәре хәл итә. Шуға күрә Әзербайжан, Грузия, Рәсәй, Төркиә һәм Ҡаҙағстан (ул 2001 йылға тиклем АФК составында була) УЕФА ағзалары булып тора. Шулай уҡ географик яҡтан тулыһынса Азия илдәре: Кипр һәм Әрмәнстан инә. Израиль шулай уҡ 1994 йылда Яҡын Көнсығыштағы күршеләренең оҙайлы ҡаршылығынан һуң УЕФА ағзаһы булып китә. УЕФА-ға ҡушылған иң һуңғы илдәр — Черногория (2007), Гибралтар (2013), Косово (2016).
Гайана һәм Суринам географик яҡтан Көньяҡ Америкала урынлашыуына ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт КОНКАКАФ ағзаһы булып тора.
Австралияға 2006 йылда ОФК урынына АФК ағзаһы булыу рөхсәт ителгән.
Дөйөм алғанда, ФИФА-ла 211 милли федерация иҫәпләнә (Ҡара: Футбол буйынса ир-егеттәр йыйылма командалары исемлеге). Шуларҙан 185-е БМО ағзаһы дәүләттәрен, дүртәүһе (Англия, Төньяҡ Ирландия, Уэльс һәм Шотландия) Бөйөк Британия һәм Төньяҡ Ирландия Берләшкән короллегенең тарихи биләмәләрен, тағы ла 22-һе төрлө статустағы территорияларҙы тәшкил итә.
ФИФА командалары рейтингы ай һайын командаларҙың бөтә кимәлдәге халыҡ-ара ярыштарҙа, шулай уҡ дуҫтарса матчтарҙа күрһәткестәренә ҡарап яңыртыла. Ошондай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы рейтингы бар, ул квартал һайын яңыртыла.
ФИФА иҡтисады
Тәүге егерме ете йылда ФИФА бер нисә ирекмәндән тора, үҙенең штаб-квартираһы булмай, һәм уның эгидаһы аҫтында матчтар үткәрелмәй. Милли йыйылма командалар 50 француз франкы күләмендә ағзалыҡ взностары түләй.
1966 йылда Англияла үткән донъя чемпионатында ФИФА тәүге тапҡыр 12 миллион фунт килем ала[5]. 1971 йылда, Жоао Авеланж ФИФА президенты итеп һайланғас[5], футбол коммерциялаштырыла башлай, һәм 1990-сы йылдар аҙағында ул күп миллиард килем алған күңел асыу индустрияһына әүерелә[6].
ФИФА йылына уртаса 30 миллион евро эшләй, был ойошманың дөйөм табышының 10 процентын ғына тәшкил итә. Ҡалған сумма уға ингән федерациялар араһында бүленә[5]. Федерация һалымдан азат ителгән[7].
ФИФА отчеты буйынса, ойошма 2007—2010 йылдарҙа 631 миллион доллар табыш алған. Сығымдар — 3,558 миллиард, килемдәр — 4,189 миллиард АҠШ доллары. Резерв фонды — 1,28 миллиард доллар[8]. 2010 йылда ФИФА-ның рекламанан килемдәре 2006 йылғы донъя чемпионаты менән сағыштырғанда ике тапҡырға артҡан һәм 3,2 миллиард доллар тәшкил итә. Был сумма ҡайһы бер илдәрҙең эске тулайым продуктынан күберәк[9].
Иҫкәрмәләр
- ↑ FIFA General Secretaries over the years. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2014. Архивировано из оригинала 3 март 2016 года.
- ↑ Джанни Инфантино анонсировал рекорд. Коммерсантъ (16 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2022.
- ↑ FIFA Congress, FIFA (27 май 2011). 31 ғинуар 2013 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Австралия йыйылма командаһы әлеге ваҡытта Азия футбол конфедерацияһы ағзаһы булып тора
- ↑ 1 2 3 ЧМ-2014: Бразилия платит, ФИФА зарабатывает? Архивная копия от 10 август 2016 на Wayback Machine / NEWSru.com
- ↑ По-другому уже не МОК Архивная копия от 30 май 2015 на Wayback Machine / Esquire
- ↑ ФИФА и УЕФА не будут платить налоги 2015 йылдың 30 май көнөндә архивланған. / iSport.ua
- ↑ ФИФА заработала 631 миллион долларов за 4 года Архивная копия от 29 май 2015 на Wayback Machine / Lenta.ru
- ↑ Доходы ФИФА от рекламы удвоились по сравнению с ЧМ-2006 / И превзошли ВВП многих африканских стран 2015 йылдың 29 май көнөндә архивланған. / Рамблер