Мини-футбол

Ми́ни-футбо́л — команда спорты төрө, футбол төрҙәренең береһе, уның буйынса ярыштар ФИФА эгидаһы аҫтында үткәрелә. Башҡа шундай уҡ спорт төрө-залдағы футбол, йәки футзал.

Тарихы

Футзалға оҡшаш уйынды беренсе булып бразилиялылар 1920-се йылдарҙа уйнай башлай[1]. 1958 йылда Швецияла үткән футбол буйынса донъя чемпионатында Австрия йыйылма командаһы етәкселәренең береһе Йозеф Аргауэр бразилиялыларҙың спорт залында күнекмәләр үткәреүен күҙәтә. Уға зал футболы бик оҡшай, һәм тиҙҙән ул тыуған илендә бер нисә футзал матчы ойоштора. Яңы спорт төрө тиҙҙән Нидерландтарға, Испанияға һәм Италияға ла тарала. 1968—69 йылдарҙа голландтар беренсе булып үҙҙәренең милли чемпионатын үткәрә һәм «Scagha’66» клубы еңә.

1970-се йылдар уртаһында футзал айырым һәм ойошҡан спорт төрө булараҡ үҫешә башлай[2]. 1974 йылдың 19 июлендә Римдә йыйылма командалар араһында беренсе матч үтә: итальяндар ливиялыларҙы 9:2 иҫәбе менән еңә. Донъя чемпионатының беренсе прототип турниры Будапештта 1986 йылда үтә, 8 команда араһында иң көслөһө Венгрия командаһы була, ул финалда Голландия командаһын еңә. 1989 йылда Голландияла беренсе рәсми футбол буйынса донъя чемпионаты үтә, бразилиялылар чемпион була.

Уйын ҡағиҙәләре һәм үҙенсәлектәре

Уйын оҙонлоғо 25—42 м, киңлеге 16—25 м булған майҙансыҡта үткәрелә. Халыҡ-ара матчтар үткәреү өсөн майҙансыҡтың ҙурлығы: оҙонлоғо 38-42 м, киңлеге 20-25 м матчтың оҙайлығы 20 минутлыҡ 2 тайм таҙа ваҡыт (Рәсәй чемпионатында 2009/2010 йылдар миҙгеленән ФИФА менән килешелгән эксперимент үткәрелә, уға ярашлы матчтың оҙайлығы 25 минуттан 2 тайм тәшкил итә). Ҡулланылған туп үлән футболында ҡулланылған туптан бәләкәйерәк. Бынан тыш, туптың физик үҙенсәлектәре бер аҙ айырыла: атап әйткәндә, туп «ҙур» футболда ҡулланылған тупҡа ҡарағанда һиҙелерлек тәпәшерәк һикерә. 2 команда 4 ялан уйынсыһы һәм ҡапҡасы уйнай. Алмаштырыуҙар матч барышында үткәрелә, һәм, футболдан айырмалы рәүештә, уларҙың һаны сикләнмәй. Шулай уҡ офсайдтар ҙа юҡ. Ялан уйынсыларына ҡулдарҙан башҡа тәндең теләһә ҡайһы өлөшө менән уйнау рөхсәт ителә. Маҡсат — ҡаршы яҡтың ҡапҡаһына гол индереү. ҡапҡаның ҙурлығы — 3-2 м.

Футболдан иң ҙур айырмаһы — уйын тактикаһында[3]. Майҙансыҡтың бәләкәйерәк ҙурлығы һәм уйынсылар һаны сикләнгән булыуы уйын тактикаһын алдан билдәләй, улар башҡа ябыҡ спорт төрҙәренең (мәҫәлән, баскетбол һәм гандбол) тактикаһына оҡшашыраҡ. Күпселек осраҡта һәр ялан уйынсыһы ҡаршы команда уйынсыһының хәрәкәттәрен контролдә тота. Шулай уҡ һәр уйынсы һөжүмдә лә, һаҡта ла ҡатнаша. Һуңғы фактор ҙур футбол уйынсыларының футзалға яраҡлаша алмауының сәбәбе булып тора. Йәғни һөжүм итеүселәр һаҡҡа ҡайтмай ә һаҡсылар һөжүмгә һәр ваҡыт ваҡытында ҡушылмай. Шулай уҡ кире миҫалдар ҙа бар: атап әйткәндә, Алексей Степанов[4] Ленинградтың "Зенит"ы составында футбол буйынса СССР чемпионы ла, Дина составында футзал буйынса БДБ һәм Рәсәй чемпионы ла була.

ФИФА-ның футзал ярыштары

Аргентина һәм Бразилия йыйылма командалары уйыны

Рәсәй ярыштары

  • Мини-футбол буйынса Рәсәй чемпионаты
  • Мини-футбол буйынса Рәсәй суперкубогы
  • Юғары мини-футбол лигаһы кубогы
  • Мини-футбол буйынса Рәсәй кубогы

Халыҡ-ара ярыштар

  • Мини-футбол буйынса Донъя чемпионаты
  • Мини-футбол буйынса Европа чемпионаты
  • Мини-футбол буйынса Йәштәр командалары араһында Европа чемпионаты
  • Мини-футбол буйынса Көньяҡ Америка Чемпионаты
  • Мини-футбол буйынса КОНКАКАФ чемпионаты
  • Мини-футбол буйынса Азия Чемпионаты
  • Мини-футбол буйынса Африка Чемпионаты
  • Мини-футбол буйынса Океания Чемпионаты

Тема буйынса өҫтәмә