КОНКАКАФ

КОНКАКАФ (ингл. CONCACAF, СОnfederation of North, Central America and Caribbean Association Football) — Төньяҡ һәм Үҙәк Америка һәм Кариб бассейны илдәренең футбол конфедерацияһы; төбәктә футбол структуралары менән идара итеүсе һәм уларҙы контролдә тотоусы ойошма. Ойошмаға төбәк илдәренән тыш Көньяҡ Американың өс иле: Гайана, Суринам һәм Гвиана инә.

Ойошма 1961 йылдың 18 сентябрендә НАФК һәм КККФ-тың берләшеүе һөҙөмтәһендә ойошторола. Төбәктә йыйылма командалар араһында турнирҙар һәм донъя чемпионатына һайлап алыу ярыштары үткәрә. ФИФА-ның алты континенталь конфедерацияһының береһе булып тора.

АҠШ йыйылма командаһы ҡатын-ҡыҙҙар футболында донъяла иң уңышлы команда булып тора, ҡатын-ҡыҙҙар футболында донъя чемпионатында (4, донъяла иң күп), Олимпия уйындарында (4, донъяла иң күп) һәм Алгарве кубогында (10, донъяла иң күп) еңеү яулаған берҙән-бер КОНКАКАФ ағзаһы.

Идаралыҡ

КОНКАКАФ-ты генераль секретарь, башҡарма комитет, конгресс һәм бер нисә даими комитет етәкләй. Башҡарма комитет һигеҙ ағзанан тора — бер президент, өс вице-президент, өс вәкил һәм бер ҡатын-ҡыҙ[1].

Иҫкәрмәләр

  1. Executive Committee. web.archive.org (20 ғинуар 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2023.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә