Үҙәк Америка

Үҙәк Америка (рус. Центра́льная Аме́рика, исп. América Central, ингл. Central America) — Төньяҡ Америка өлкәһе менән Көньяҡ Америка араһында урынлашҡан, геологик һәм географик яҡтан Төньяҡ Америка ҡитғаһына ҡараған төбәк.

Үҙәк Америкала төп тел — испан теле, шулай уҡ Белиз инглиз теле айырылып тора. Үҙәк Американың халҡы ерле халыҡтан — индеецтарҙан, шулай уҡ европалыларҙан (башлыса испандарҙан) һәм улар алып килгән Африка ҡолдарынан таралған.

Географияһы

Сәйәси географияла

БМО-ның Америка макрорегиондары. Үҙәк Америка йәшел төҫтә
Үҙәк Америка илдәре баш ҡалалары менән

Сәйәси географияла Үҙәк Америка түбәндәге дәүләттәрҙән тора:

Белиз Белиз
Гватемала Гватемала
Гондурас Гондурас
Коста-Рика Коста-Рика
Никарагуа Никарагуа
Панама Панама
Сальвадор Сальвадор

Халҡы 2016 йылда 44 миллион кеше, дөйөм майҙаны 521 876 км² тәшкил итә.

Үҙәк Американы Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының макрорегионы тип билдәләү буйынса, үрҙә телгә алынған илдәрҙән тыш, төбәккә Мексика ла инә[1].

Физик географияла

1798 Cassini Map of Florida, Louisiana, Cuba, and Central America - Geographicus - MessicoFlorida-cassini-1798.jpg

Физик географияла Үҙәк Америка тип йыш ҡына Төньяҡ Америка континентының Теуантепек муйынынан Панама муйынына тиклемге өлөшөн атайҙар (ҡайһы берҙә территория төрлө сәбәптәр арҡаһында ике муйындан да ары һуҙыла — мәҫәлән, төньяҡ сикте Неотропик зона сиге буйлап үткәрәләр).

Рельефы

undefined

Үҙәк Америка ярҙары буйлап урман менән ҡапланған уйһыулыҡтар, тигеҙлектәр һәм һаҙлыҡтар урынлашҡан. Төбәкте йылғалар һәм тау һырттары киҫеп үтә. Үҙәк Американың күп өлөшөн Кордильер тау системаһына ингән урта бейеклектәге тауҙар биләй (Көньяҡ Сьерра-Мадре, Сьерра-Мадре-де-Чьяпас һ.б.). Мексика сигендә Үҙәк Американың иң бейек түбәһе — Тажумулько вулканы (бейеклеге 4217 м) урынлашҡан, Панаманың көнбайышында, Тымыҡ океан яғында, уларға бик күп әүҙем вулкандар булған Вулкан һырты, шул иҫәптән тарихи дәүерҙәрҙә барлыҡҡа килгәндәр (Санта-Мария, Атитлан, Санта-Ана, Косигуина, Поас, Ирасу һ.б.) ҡушыла. Ҙур уйһыулыҡтар төньяҡта ғына урынлашҡан — Табаско, Москиттар яры һәм Юкатан ярымутрауы.

Файҙалы ҡаҙылмалары

Үҙәк Америкалағы файҙалы ҡаҙылмаларҙан алтын һәм көмөш мәғдәндәре бар. Теуантепек муйынының тоҙ көмбәҙҙәрендә нефть һәм газ ятҡылыҡтары урынлашҡан.

Климаты

Төбәктә климат эҫе һәм дымлы, температура һирәк осраҡта 24°С-тан түбән төшә. Яр буйында климат эҫе, ә тауҙарҙа һәм яҫытаулыҡтарҙа һалҡыныраҡ. Июндән сентябргә тиклем ҡайһы бер өлкәләрҙә яуым-төшөм айына 300 мм-дан ашыу тәшкил итә.

Үҙәк Америка тропик (Никарагуа Республикаһы уйпатлығына тиклем) һәм субэкваториаль климат бүлкәттәрендә ята. Төньяҡ-көнсығыш, ел күп булған (Мексика ҡултығынан һәм Кариб диңгеҙенән килгән сауҙа елдәренә ҡарата) битләүҙәрҙә климат һәр саҡ дымлы, яуым-төшөм төньяҡта йылына 100—200 мм-ҙан 300 мм-ға тиклем (ҡайһы бер урындарҙа 700 мм-ға тиклем) етә. Ҡыш, ғәҙәттә, ҡоро була, йылына 100—180 мм яуым-төшөм яуа.

Халҡы

Үҙәк Американың хәҙерге халҡының күпселеге ҡатнаш, башлыса һинд-испан сығышлы. Уларҙың күпселеге Белизда, Сальвадорҙа, Никарагуала, Гондураста һәм Панамала йәшәй. Гватемалала халыҡтың яртыһы самаһы үҙ телдәрендә һөйләшеүсе индеецтар тәшкил итә. Коста-Рикала испан колонистарының нәҫелдәре урындағы индеецтар менән ҡатнаған тиерлек. Панамаға негрҙар — 12-15 %.

XVI быуатта был ерҙәрҙе бында алтын эҙләүсе испандар баҫып ала. Быға тиклем төрлө һинд ҡәбиләләре, шул иҫәптән майялар йәшәгән, улар бында 300-ҙән 900-гә тиклем хакимлыҡ иткән. Тәүге Европа күскенселәре Африка ҡолдарын һатып ала, уларҙың нәҫелдәре әле лә Никарагуа, Белиз һәм Панамала йәшәй. Белизда инглиз теле рәсми тел булһа ла, бөтә төбәктә испан теле таралған. Шулай уҡ күптәр урындағы индеецтар телдәрендә һөйләшә.

Дине

Халыҡтың күпселеге католик динен тота, әммә уларҙың дини байрамдары йыш ҡына милли төҫкә эйә. Мәҫәлән, Гватемалала Бөтә Изгеләр көнө (1 ноябрь) шау-шыулы ат сабыштары менән билдәләнә.

Иҡтисады

Ауыл хужалығы

Халыҡтың күпселеге ауыл хужалығы менән шөғөлләнә. Бейек таулыҡтарҙа эре мөгөҙлө мал үрсетәләр, экспортҡа банан, шәкәр ҡамышы, мамыҡ үҫтерәләр. Үҙәк Америкала донъялағы кофеның ундан бер өлөшө самаһы етештерелә. Һағыҙҙы саподилла ағасынан алынған чикле ағасының һөтлө һутынан эшләйҙәр. Төбәктә шоколад эшләү өсөн сеймал булған какао борсағы үҫтерәләр. Кукуруз, борсаҡ, арыш — урындағы халыҡтың төп аҙыҡ-түлеге.

Сәнәғәте

Сәнәғәт насар үҫешкән, уның нигеҙен кейем-һалым, аяҡ кейеме һәм башҡа көнкүреш тауарҙары етештереүсе бәләкәй заводтар тәшкил итә. Туристарға ҡулдан эшләнгән көршәк, йөн келәм, күн әйберҙәр, баш кейемдәре һатыла.

Тарихы

Халыҡтың күсеп ултырыуы

undefined

Үҙәк Америкала европалылар килгәнгә тиклем үк төрлө мәҙәниәт вәкилдәре йәшәгән. Кеше Төньяҡ Америкаға Азиянан йәки Полинезия утрауҙарынан яҡынса 15 мең йыл элек күсеп килә башлаған тип иҫәпләнә.

Ольмектар (б.э.т. 1150—800 йылдар)

Үҙәге Ла-Вентала урынлашҡан боронғо ольмек мәҙәниәте хәҙерге Веракрус һәм Табаско штаттарында сәскә ата. Ольмектарҙың үҙҙәренең яҙмаһы һәм иҫәпләү системаһы һәм календары була. Ла-Вентала ғәйәт ҙур таш баштар табылған, улар юлбашсыларҙы һүрәтләүе мөмкин. Һәр баштың үҙ шлемы бар, ә Колумбҡа тиклемге Америкала баш кейеме кеше статусын күрһәтә.

Майя цивилизацияһының үҫеше

Хәҙерге Мексика, Гватемала, Гондурас һәм Үҙәк Американың көнбайыш өлөшөндә йәшәгән майяларҙың иероглиф яҙмаһы булған. Ул яҙма өлөшләтә генә асыҡланған. Иероглифтар ольмек мәҙәниәте вариҫы булып тора, уларҙың сәскә атыуы беҙҙең эраға тиклем 1200 йылдар тирәһенә тура килә. Майя цивилизацияһының иң боронғо эҙҙәре беҙҙең эраға тиклем 200—300 йылдарға ҡарай; артабан Теотиуакандың хәрби экспансияһы башлана, һәм оҙаҡ ваҡыт майялар тураһында хәбәр булмай; һуңынан майялар яңынан күренә, һәм, тропик урмандың насар геофизик шарттарына ҡарамаҫтан, уларҙың мәҙәниәте ярайһы уҡ юғары кимәлгә етә. Беҙҙең эраның 750 йылына майяларҙа дүрт ҙур ҡала үҙәге (Тикаль, Копан, Паленке һәм Калакмул) була, улар тирәһендә күп кенә бәләкәй ауылдар һәм ҡасабалар барлыҡҡа килә.

Билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында (иң дөрөҫө баҫып алыу һәм дини низағтар булыуы мөмкин) 800 һәм 900 йылдар араһында халыҡ ҡалаларҙы ташлап китә. Бынан һуң майя мәҙәниәте Юкатан ярымутрауында туплана, унда беҙҙең эраның 900—1200 йылдарында күп ҡала үҙәктәре барлыҡҡа килә. Уларҙың береһен, Чичен-Ицаны, тольтектарҙың (ацтектарҙың элгәрҙәре) яулап алыуы ихтимал.

Ацтектар (1428—1521)

Ацтектар төньяҡ-көнбайыштан килә һәм Мехика үҙәнендә үҙҙәренең баш ҡалаһы — Теночтитланды төҙөй. Был ҙур ҡала һарайҙарының һәм ғибәҙәтханаларының мөһабәтлеге менән хайран ҡалдыра. Улар Үҙәк Америкала иң үҫешкән мәҙәниәт булдыра. Дин уларҙың тормошоноң һәр өлкәһенә ҡағыла. Улар 120-нән ашыу илаһҡа табына. Иң хөрмәтлеһе — Уицилопочтли, уның хөрмәтенә йыл һайын меңәрләгән кеше ҡорбан ителә.

Колонизация

Колумбтың асыштарынан һуң Америкаға испандар күпләп килә башлай. 1519 йылда Кортес Эрнан ацтектарҙың баш ҡалаһын баҫып ала һәм уны емерә. Быға тиклем Европаға билдәһеҙ булған донъяның иң бай илдәренең береһе Испания провинцияһына әйләнә.

Республика дәүере

undefined

XIX быуатта Үҙәк Американың Берләшкән провинциялары тип аталған дәүләт була, ул хәҙерге Гватемала, Гондурас, Сальвадор, Никарагуа һәм Коста-Рика территорияларын (ул саҡта Панаманың бер өлөшө) һәм хәҙерге Мексиканың Чьяпас штатының бер өлөшөн үҙ эсенә ала.

Галерея

Сан-Сальвадор
Панама
Тегусигальпа

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. UNSD — Methodology. unstats.un.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июнь 2020.

Әҙәбиәт

  • Гельбиг К. В стране у Карибского моря: Путешествие по Центральной Америке / Карл Гельбиг; Пер. с нем. А. Б. Шмелёва; Предисл. В. Окуневой; Книга просмотрена и прокомментирована Е. Н. Лукашовой (физическая география) и Л. А. Файнбергом (этнография); Художник В. И. Суриков. — М.: Географгиз, 1963. — 304, [16] с. — (Путешествия и приключения). — 85 000 экз. (обл.)

Категориялар