Көньяҡ-Көнсығыш Азия

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Көньяҡ-Көнсығыш Азия йәшел төҫкә буялған

Көньяҡ-Көнсығыш Азия (ККА) — Ҡытай, Һиндостан һәм Австралия араһындағы континенталь һәм утрау территорияларын биләгән макрорегион. Һинд-Ҡытай ярымутрауын һәм Малай архипелагын үҙ эсенә ала; Азия-Тымыҡ океан төбәгенең бер өлөшө булып тора.

Артабанғы 11 илде үҙ эсенә ала[1]:

Тауисирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Малакка ярымутрауының көньяҡ өлөшөн һәм Калимантан утрауының төньяҡ өлөшөн Малайзия биләй. Малай архипелагында Бруней, Индонезия, Көнсығыш Тимор, Сингапур һәм Филиппин илдәре урынлашҡан. Вьетнам, Камбоджа, Лаос, Мьянма һәм Таиланд башлыса, өлөшләтә йәки тулыһынса Һинд-Ҡытай ярымутрауында урынлашҡандар. Төбәк төньяҡтан көньяҡҡа 3,2 мең км-ға һәм көнбайыштан көнсығышҡа 5,6 мең км-ға һуҙылған.

Төбәк илдәренең бөтәһе тиерлек (Көнсығыш Тиморҙан башҡа) Көньяҡ-Көнсығыш Азия дәүләттәре берләшмәһенә (АСЕАН) инә[1].

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төбәктә төрлө телдә аралашыусы һәм төрлө дин тотоусы йөҙгә яҡын милләт вәкилдәре йәшәй. Халҡы 599 млн кеше, йәғни Ер халҡының 8 % тәшкил итә. Ява донъялағы халыҡ тығыҙлығы иң юғары булған утрау тип иҫәпләнә.

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 russland_vostok_28_03_12(ed.) 2014 йылдың 16 ғинуар көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Берзин Э. О. Юго-Восточная Азия в 13-16 вв. — М., 1982.
  • Литвинов Н. Н. Стратегический менеджмент на примере Азиатско-Тихоокеанского региона. Монография. — Соликамск: Типограф, 2010. — 200 [10] с. — (Strategic Management in the Asian-Pacific) — ISBN 978-5-91252-029-7
  • Народы Юго-Восточной Азии. — М., 1966.
  • Погадаев Виктор. Юго-Восточная Азия // Энциклопедия для детей. Том 1. Всемирная история. — М.: Аванта+, 1996. — с. 451—457.
  • Погадаев В. А. Культура Юго-Восточной Азии: активный обмен с внешним миром при сохранении традиционной цивилизационной общности" // в сб.: «Тихоокеанское обозрение 2006—2007». — М.: Ключ-С, 2007. — С. 106—120.
  • Региональная и историческая адаптация культур в Юго-Восточной Азии. МИИ. Вып. II. — М.: Моск. фил. Геогр. Общ-ва СССР, 1982. — 127 с. Рец.: H. Steinhauer // BKI. 1983, d. 139.
  • Холл Д. История Юго-Восточной Азии. — М., 1958.
  • Шпажников С. А. Религия стран Юго-Восточной Азии. — М., 1980.
  • Юго-Восточная Азия в мировой истории. — М., 1977.
  • Юго-Восточная Азия: проблемы региональной общности. — М., 1977.