Урта Азия

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Урта Азия
Файл:Map of Central Asia.svg
Донъя ҡитғаһы Азия

Урта Азия (ҡаҙ. Орта Азия, ҡарағалп. Orta Aziya, ҡырғ. Орто Азия, фарс. آسیای میانه; таж. Осиёи Миёна, төркм. Оrta Aziýa, үзб. Oʻrta Osiyo) — Азияның көнбайышындағы Евразия төбәгендәге тарихи-географик регионы.

Урта Азия — географик төшөнсә, ул уҙған быуат революцияһына тиклем урыҫтыҡы тип аталған Көнбайыш Төркөстанға ҡарата ҡулланылған. Шуның сиктәрендә совет осоронда дүрт союздаш республика — Үзбәк ССР-ы, Ҡырғыҙ ССР-ы, Тажик ССР-ы, Төркмән ССР-ы төҙөлә, улар СССР-ҙың Урта Азия иҡтисади районына инә. Совет осоронан һуң был регионда Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Төркмәнстан бойондороҡһоҙ дәүләттәре иғлан ителде. 1992 йылда Ҡаҙағстан президенты Нурсолтан Назарбаев Урта Азия дәүләттәренең «Урта Азия һәм Ҡаҙағстан» саммитында, ошо регионда ҡоролған советтан һуңғы дәүләттәр биләмәһен «Үҙәк Азия» тип атауға күсергә тәҡдим яһаны. «Үҙәк Азия» атамаһы киң мәғлүмәт сараларында хәҙер ярайһы йыш ҡулланыла, әммә география күҙлегенән Үҙәк Азия — күпкә киңерәк регион, ул Урта Азия һәм Ҡаҙағстандан тыш, Монголияны, Ҡытайҙың көнбайышын һәм Көньяҡ Себерҙе үҙ эсенә ала; ЮНЕСКО ла ошо уҡ фекерҙә.

Физик география һәм климатологияға бәйле уның составына Устюрт яйлаһы, Туран уйһыулығы һәм өлөшләтә: Копетдаг, Памиро-Алай, Тянь-Шань, Жуңғар Алатауы, Саур һәм Тарбағатай тауҙары инә.

Совет Урта Азияһы

Тәбиғәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урта Азия тәбиғәте ҡоро климатлы. Ҙур өлөшөн сүл һәм ярымсүлдәр биләй.

Климатология күҙлегенән Урта Азияны 4 бүлкәткә (поясҡа) бүлеп була:

  • Тигеҙлектәр: Төркмәнстан һәм Үзбәкстан, Тажикстан һәм Ҡырғыҙстан уйһыулыҡтары йылы субтропик ҡышлы, ҡар һирәк яуа, яуһа ла бер нисә көндә ирей, яҙҙар — ямығырлы, йәйҙәр — бик эҫе һәм ҡоро. (июндән сентябргә тиклем бөтөнләй яумай тиерлек). Максимум яуым-төшөм — апрель-майҙа. Үҫемлектәр: көньяҡ эфемероид сүллек үҫемлектәре, ҡомло урындарҙа аҡ саҡсауыл урмандары осрай.
  • Таулыҡтар: бейек түбәле Тянь-Шань һәм Памир — Тажикстанда, Ҡырғыҙстанда һәм Үзбәкстанда.

Урта Азияла 12 мең тирәһе йылға. 10 меңдән ашыуы таулы райондарҙа. Тик ҙур йылғалар ғына сүлле территориялар аша аға. Урта Азияның төп йылғалары — Амударья һәм Һырдарья, икеһе лә Арал диңгеҙенә ҡоя. Урта Азияла йылғалар төрлө ерҙә төрлөсә миҡдарҙа. Территориһының 70 % -ына еткән тигеҙлектәрендә её һыу сығанаҡтары һәм йылғалар әҙ. Тауҙарҙа йылғалар күбәйә. Был климат үҙенсәлектәре менән бәйле.

Урта Азияла күлдәр сағыштырмаса әҙ. Иң ҙурҙары — Арал күле (диңгеҙе), Эҫе-Күл (Иссык), Балхаш, Ҡаракүл. Улар тектоник күлдәр. Үҙәндәрҙә йышыраҡ дельталарҙа һәм һыу баҫҡан урындарҙа барлыҡҡа килгән.

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көньяҡ-көнбайыш климаты эҫе, ҡоро. Ҡараҡомда уртаса температураһы — 36,8 °C, ғәҙәттә максималь 40 — 44 °C, иң юғары +53,2 °C. Ҡыҙылҡомда уртаса температура +37 °C, ғәҙәти максималь температура 40 — 43 °C иң юғары температура 54 °C Навоила

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урта Азияның дөйөм халыҡ иҫәбе — яҡынса 52,5 млн кеше (2017). Уларҙың 32,3 миллионы Үзбәкстанда, 8,7 млн Тажикстанда, 6 млн Ҡырғыҙстанда, яҡынса 5,5 млн Төркмәнстанда йәшәй.

Урта Азия халҡының күпселеге — төрки (тел)ле халыҡтар: үзбәктәр, ҡырғыҙҙар, төркмәндәр, ҡараҡалпаҡтар, ҡаҙаҡтар. Тажиктар, шулай уҡ памир халыҡтары фарсы теленә яҡын һөйләшә. Тажик теле фарсы диалекты тип тә һаналғылай. Төрлө ваҡытта күсеп килгән халыҡтарҙан: урыҫтар, уйғырҙар, дунгандар, украиндар, татарҙар, корейҙар, төрөктәр, немецтар, әрмәндәр, әзербайжандар, башҡорттар һәм башҡа халыҡтар.

Урта Азияның ерле халыҡтары үзбәктәр, тажиктар, ҡырғыҙҙар, төркмәндәр, ҡараҡалпаҡтар, ҡаҙаҡтар, Урта Азия ғәрәптәре, Урта Азия фарсылары, памир халыҡтары, Бохара йәһүдтәре. Хәҙерге ваҡытта Урта Азияның барлыҡ халҡы ла ултыраҡ тормош рәүеше алып бара.

Урта Азия халҡының күбеһе Ислам дине тота. Башлыса хәнәфи, сөнни мосолмандар. Бер аҙ шиғыйҙар бар. Икенсе урында — нәсрани дин вәкилдәре. Күпселеге православие тарафлы, бер аҙ католик, протестант һәм башҡа йүнәлештәр осрай. Бик аҙ ғына Буддизм, индуизм, зороастризм һәм бахаизм да бар. Бохара йәһүдтәре һәм башҡа йәһүдтәр йәһүди дин тота.


Хужалығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урта Азияла ауыл хужалығы һәм ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу менән шөғөлләнеү өҫтөнлөк итә. Нарын һәм Вахш йылғалары буйындағылар гидроэнергетикала эшләйҙәр.

Оҙайлы эҫе йәй баҡсасылыҡ, мамыҡ үҫтереү, ебәкселек менән шөғөлләнергә яҡшы мөмкинлектәр тыуҙыра. Һарыҡ, һыйыр, ат, дөйә, тауҙарҙа як аҫрайҙар. Ҡаҙағстандың төньяғында игенселек менән мәшғүлдәр.

Ҡаҙылма байлыҡтарҙан нефть һәм тәбиғи газ мөһим урын тота. Шулай уҡ ҡара, төҫлө һәм аҫыл металдар, уран, терегөмөш, һөрмә сығарыла.

Транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тимер юлдар Урта Азия дәүләттәрен һәм Рәсәйҙе үҙ-ара бәйләй. Каспий диңгеҙендә, шулай уҡ Амударьяла һәм Һырдарьяла суднолар йөрөй.

Көньяҡтан һәм көнсығыштан Урта Азия тауҙар менән сикләнгән, шуға күрә Иран, Афғанстан һәм Ҡытай араһында юлдар бәйләнеше лә сикле. Пакистан һәм Һиндостан, Һинд океанына уңайлы сығыу юлдары юҡ.

1991 йылда Афғанстан һәм Үзбәкстан (2011) араһында Термез-Хайратон-Мазори-Шариф тимер юлы һалынды. Киләсәктә Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан араһында тимер юл һалыу күҙаллана. 1996 йылда Иран менән Төркмәнстан араһында (Теджен-Серахс-Мешхед) тимер юлы асылды. Элекке колеялар менән хәҙергеләренең киңлеге тап килмәүе етди ҡыйынлыҡ тыуҙыра (1524 мм — элекке СССР-ҙа, 1435 мм — Ҡытайҙа һәм Иранда, 1676 мм Һиндостанда һәм Пакистанда).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Стивен Фредерик Старр. Утраченное Просвещение: золотой век Центральной Азии от арабского завоевания до времен Тамерлана = S. Frederick Starr: "Lost Enlightenment: Central Asia’s Golden Age from the Arab Conquest to Tamerlane". — Альпина Паблишер, 2016. — 574 p. — ISBN 978-5-9614-5303-4.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]