Кордильер тауҙары
Кордильер тауҙары (рус. Кордилье́ры, исп. Cordilleras, ингл. American Cordillera) — оҙонлоғо буйынса Ер шарының иң ҙур тау системаһы, Төньяҡ һәм Көньяҡ Американың көнбайыш ситтәрендә һуҙылған, 66° төньяҡ киңлектән (Аляска) көньяҡ-көнсығыштан 56° көньяҡ киңлеккә (Утлы Ер) тиклем.
Бөтә Кордильер тауҙары системаһы ике өлөшкә бүленә — Төньяҡ Американың Кордильер тауҙары һәм Көньяҡ Американың Кордильер тауҙары, йышыраҡ Анд тауҙары тип атала. Үҙәк Америкала тауҙар икегә бүленә; бер тармағы Антиль утрауҙары буйлап үтә, икенсеһе Панама муйыны аша Көньяҡ Америка территорияһына үтеп инә[1].
Оҙонлоғо 18 мең км ашыу, киңлеге Төньяҡ Америкала 1600 км тиклем, Көньяҡ Америкала 900 км тиклем. Кордильер тауҙары Канада, АҠШ, Мексика, Үҙәк Америка илдәре, Венесуэла, Колумбия, Эквадор, Перу, Боливия, Аргентина һәм Чили территорияһында урынлашҡан. Бөтә оҙонлоғонда тиерлек Атлантик һәм Тымыҡ океан бассейндары араһында һыу айырғыс бүлкәте, шулай уҡ ҡырҡа климат сиге булып тора[1].
Бейеклеге буйынса Кордильер тауҙары Гималай һәм Урта Азияның тау системаларынан ҡала икенсе урында. Иң бейек түбәләре: Төньяҡ Америкала — Денали тауы (элек Мак-Кинли; 6190 м), Көньяҡ Америкала — Аконкагуа тауы (6961 м[2])[1].
Кордильерҙар Американың бөтә географик бүлкәттәрендә ята (антарктик һәм субантарктиктан башҡа) һәм ландшафттарҙың күп төрлөлөгө һәм бейеклек бүлкәттәре менән айырыла. Аляскала ҡар һыҙаты 600 метр бейеклектә, Утлы Ерҙә — 500—700 метр, Боливияла һәм Перуның көньяғында 6000—6500 метрға тиклем күтәрелә. Төньяҡ Американың Кордильер тауҙарының төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә һәм Анд тауҙарының көньяҡ-көнсығышында боҙлоҡтар океан кимәленә тиклем төшә; эҫе зонала улар иң бейек түбәләрҙе генә ҡаплай. Боҙлоҡтарҙың дөйөм майҙаны яҡынса 90 мең км² (Төньяҡ Америка Кордильерҙарында — 67 мең км², Андтарҙа — яҡынса 20 мең км²)[1].
Барлыҡҡа килеү теорияһы
Кордильер тауҙарының барлыҡҡа килтереү процестары Төньяҡ Америкала Юра осоро осоронда, Көньяҡ Америкала Аҡбур осоро аҙағында башлана һәм башҡа ҡитғаларҙа тау системаларының барлыҡҡа килеүе менән тығыҙ бәйләнештә бара. Тауҙарҙың формалашыуы әлегә тулыһынса тамамланмаған, был хаҡта йыш ҡына ер тетрәүҙәре һәм көслө вулканизм (80-дән ашыу әүҙем вулкан) дәлилләй. Кордильера рельефының барлыҡҡа килеүенә шулай уҡ дүртенсе боҙланыу йоғонто яһай ш[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 БСЭ, 1973
- ↑ Informe científico que estudia el Aconcagua: el Coloso de América mide 6.960,8 metros. Scientific Report on Aconcagua, the Colossus of America measures 6960,8 m (исп.). Национальный университет Куйо (4 сентябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2017. Архивировано 8 сентябрь 2012 года.
Әҙәбиәт
- Кордильеры / Г. М. Игнатьев // Конда — Кун. — М. : Советская энциклопедия, 1973. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 13).
- Агибалова В. В., Виленкин В. Л. Кордильеры / Худож. Е. А. Османов. — М.: Географгиз, 1958. — 48, [8] с. — (Рассказы о природе). — 30 000 экз.