Рәсми тел
Рәсми тел — дәүләттә йәки халыҡ-ара ойошмала өҫтөнлөклө статусҡа эйә тел. Ғәҙәттә, дәүләт теле, тип йөрөтөлә, әммә ҡайһы бер дәүләттәр башлыҡтары һәм хөкүмәт институттары был ике төшөнсәне айырыуҙы талап итә.
Дәүләт теле — тәү сиратта ошо дәүләттең төп законында нығытылған тел, шуға күрә конституцияға эйә булмаған дәүләттәрҙең дәүләт теле юҡ, тиергә була[1]. Бик йыш дәүләт (рәсми) тел булып ошо дәүләттең күп һанлы халҡының (этник төркөм) теле тора. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер дәүләттәрҙең ҡануниәте рәсми документтар башҡа телдәрҙә лә сығарыла ала тип билдәләнелә.
Дәүләт теле йәки рәсми тел?
ЮНЕСКО эксперттары 1953 йылда «дәүләт теле» һәм «рәсми тел» төшөнсәһен сикләргә тәҡдим итә:
- Дәүләт теле — айырым бер дәүләттә сәйәси, социаль, мәҙәни өлкәләрҙә берләштереүсе функцияһын башҡарған тел, ошо дәүләттең символы булып тора.
- Рәсми тел — дәүләттең идара итеү, ҡануниәт, суд эшмәкәрлеге теле.
Был ике төшөнсә аңлатма-тәҡдим рәүешендә ҡабул ителә һәм һәр ил өсөн мотлаҡ түгел[2].
Дәүләт (рәсми) телен һәм балаларҙы мәктәптә уҡытыу алып барылған һәм эштә ҡулланылған (мәҫәлән, Италияла сардин теле) милли аҙсылыҡтың йәки төбәктең телен айырырға кәрәк.
Донъяла 178 дәүләт дәүләт һәм/йәки рәсми телгә эйә. Ҡайһы берҙәрендә (мәҫәлән, Албания, Франция, Украина, Германия, Латвия йәки Швецияда) дәүләт теле берҙән-бер. Башҡаларында (мәҫәлән, Афғанстан, Белоруссия, Бельгия, Боливия, Һиндостан, Парагвай, Финляндия, Швейцария, КАР-ҙа, ошоға тиклем Израилдә) дәүләт теле берҙән күберәк.
Ирак, Италия, Испания, Ҡытай һәм Рәсәй кеүек илдәрҙә бөтә ил өсөн бер дәүләт теле һәм айырым төбәктәр өсөн төбәк телдәре бар (мәҫәлән, Башҡортостанда — башҡорт теле, Татарстанда — татар теле, Сыуашстанда сыуаш теле һ.б.). АҠШ, Бөйөк Британия, Япония, Австралия, элегерәк Швеция кеүек илдәр тотош территория өсөн берҙәм дәүләт теленә эйә түгел. Күпселек ошондай осраҡта фактик рәүештә ниндәйҙер бер төп тел ҡулланыла, шулай уҡ теге йәки был телде ҡулланыу өлкәһе билдәләнгән рәсми документтар бар. Шул уҡ ваҡытта бик йыш айырым төбәктәр дәүләт телен булдырыуы мөмкин.
Колониаль үткәне мираҫы итеп ҡайһы бер илдәр дәүләт теле һәм белем алыу теле итеп (нигеҙҙә инглиз, француз йәки португал телдәре) ошо илдәр халҡының милли теле булмаған, әммә күпселек халыҡ һөйләшкән телде ала.
Ә бына Ирландия халҡының өстән бер өлөшө һөйләшкән ирланд теле милли тел илдең беренсе дәүләт теле булып тора. Күпселек халҡы һөйләшкән инглиз теле Ирландия Конституцияһында ни бары икенсе дәүләт теле тип билдәләнгән.
Ҡайһы бер илдәрҙә теге йәки был хеҙмәтләндереү өлкәһендә ниндәй тел ҡулланырға тигән һорау етди сәйәси мәсьәләгә әйләнә. Хәҙерге тарихта ул элекке СССР территорияһында рус телен ҡулланыуға ҡағыла. Был ошо дәүләттәрҙең элитаһының суверениттарын һәм көнбайыш дәүләте йүнәлешен нығытыу маҡсатында Рәсәйҙән һәм рус телле мәҙәниәттән алыҫлашырға теләүенә бәйле.
Ҡағиҙә булараҡ, телдең өҫтөнлөклө дәүләт (рәсми) статусы уның ҡанунда яҙылған осраҡтарҙа ҡулланылыу зарурлығын аңлата, әммә башҡа телдәрҙе һәм ҡабул ителгән яҙма графикаһын ҡулланыуҙы тыймай.
Юридик яҡтан телдең дәүләт статусы һәр ваҡытта ла уның рәсми эш алып барыуҙа киң ҡулланылыуын аңлатмай. Мәҫәлән донъяның күпселек илдәрендә фактик рәүештә рәсми кимәлдә ярҙамсы булараҡ инглиз теле ҡулланыла. Францияның элекке ғәрәп телле колониялары (Марокко, Алжир, Тунис, Мавритания, Ливан) француз телен, уның рәсми даирәлә киң ҡулланылыуына ҡарамаҫтан, рәсми рәүештә дәүләт йәки рәсми тел тип һанамай. Икенсе яҡтан, 11 рәсми телле Көньяҡ Африка Республикаһында йәки 37 дәүләт телле Боливияла бик аҙ телдәр генә рәсми кимәлдә ҡулланыла. Элекке СССР-ҙың ҡайһы бер төбәктәрендә (Молдавия, Украина, Әрмәнстан, Әзербайжан, Үзбәкстан, Тажикистан, Төркмәнстан) рәсми кимәлдә киң ҡулланылыуына (ҡайһы берҙә өҫтөнлөклө булыуына) ҡарамаҫтан, рус теле дәүләт теле түгел, киреһенсә, рәсми кимәлдә бөтөнләй ҡулланылмаған да ла (Белорусия, Рәсәй Федерацияһы республикалары һәм Рәсәй яҡлы танылмаған дәүләттәр) урындағы телдәр дәүләт статусына эйә (дәүләт теле — рус теле).
Канада, Бельгия һәм Швейцарияла рәсми тел федерация субъекты йәки муниципалитет кимәлендә федераль кимәлдә рәсми статусҡа эйә булмаҫҡа мөмкин, өҫтәүенә уларҙа уны ҡулланыу сикләнә (Француз теле хартияһы, Бельгияның административ бүленеше). Финляндияла ике дәүләт теле булһа ла, административ берәмектәр фин телле, швед телле һәм ике теллегә (фин-швед, фин-саам) бүленә.
Рәсәй Федерацияһының дәүләт телдәре
Рәсәй ҡануниәтендә дәүләт теле — дәүләт теле тураһында ҡанун (ҡанундар) менән билдәләнгән осраҡтарҙа телде билдәләүсе юридик категория. Рәсәй Федерацияһында дәүләт телдәренең хоҡуҡи статусы 2005 йылдың 1 июнендәге «Рәсәй Федерацияһының дәүләт телдәре тураһында» 53-ФЗ Федераль закон менән билдәләнгән. Был ҡанун, Рәсәй Федерацияһының дәүләт теле булып рус теле тороуын; РФ субъекттары өҫтәмә рәүештә үҙҙәренең дәүләт телдәрен булдыра алыуын; шулай уҡ «Рәсәй Федерацияһының дәүләт теленең мотлаҡ ҡулланылышы Рәсәй Федерацияһы составында булған һәм Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тарафынан республикаларҙың дәүләт телдәрен ҡулланыу хоҡуғын инҡар итеүҙе йәки уны кәметеүҙе аңлатмай». Ҡанун үҙенең ҡулланылыу сиктәрен аныҡ билдәләй (дәүләт власы органдары эшмәкәрлегендә; уларҙың атамаһында; суд эшмәкәрлегендә (конституция, енәйәт, граждан һәм административ), юл күрһәткестәрендә, дәүләт телендә РФ-ның кодекстары, ҡанундары һәм башҡа ярҙамсы закон акттары сығырға тейеш; һайлауҙар һәм референдумдар үткәргәндә, РФ-ның халыҡ-ара договорҙарында һәм килешеүҙәрендә; РФ граждандарының эске рәсми документтарында; федераль ҡанун билдәләгән башҡа өлкәләрҙә). Ҡанун ярҙам сараларын (мәҫәлән, судтарҙа тәржемәселәр бирә), граждандарҙың хоҡуғын яҡлауҙы, ҡанунды үтәмәгән өсөн яуаплылыҡ булдыра. Федераль ҡанун дәүләт аралашыуы өсөн бары тик әҙәби рус телен ҡулланырға рөхсәт итә. Рәсми документтарҙа жаргондар һәм сит телдәр ҡулланыу ярамай. Рус телендә алмаштырырҙай һүҙ булмаған сит тел һүҙҙәрен генә ҡулланыуға ташлама бар[3].
Дәүләт теле өлкәһен регламентлаған икенсе ҡанун — 1991 йылдың 25 октябрендә ҡабул ителгән «РСФСР халыҡтары телдәре тураһында» 1807-1 РСФСР Законы тора (1998 йылда уның атамаһы «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» РФ Законы тип үҙгәртелә[4]).
Карелиянан башҡа Рәсәй Федерацияһы составына ингән барлыҡ республикалар ҙа өҫтәмә рәүештә үҙҙәренең дәүләт телдәрен булдыра. Шуныһы ҡыҙыҡлы: карел теленә дәүләт статусын биреүҙе ғәҙәти процедура аша (республика Конституцияһына ябай үҙгәртеү индереп) башҡарыу мөмкин түгел, сөнки ул латиница нигеҙендәге яҙманы ҡуллана, һәм уны рәсми индереү өсөн айырым федераль ҡанун кәрәк[5].
Төп халыҡ-ара ойошмаларҙың рәсми теле
- БМО — инглиз, рус, француз, испан, ғәрәп, ҡытай (ҡарағыҙ БМО-ның рәсми телдәре).
- Европа берлеге — инглиз, француз.
- БДБ — рус.
- ОДКБ — рус.
- ГУАМ — инглиз, рус.
- ШОС — рус, ҡытай.
- НАТО — инглиз, француз.
- Бөтә донъя банкы — инглиз.
- Интерпол — инглиз, француз, испан, ғәрәп.
- Африка берлеге — инглиз, француз, ғәрәп, суахили, португал.
- Стандартлаштырыу буйынса халыҡ-ара ойошма — инглиз, француз, рус.
- Халыҡ-ара олимпия комитеты — инглиз, француз.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Официальный язык. Энциклопедия Всемирная история. w.histrf.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ноябрь 2025. Архивировано 26 май 2019 года.
- ↑ Дьячков М. В. Русский язык в российском законодательстве. Миноритарные языки в полиэтнических (многонациональных) государствах. — М., 1996. — С. 85.Архивная копия от 23 октябрь 2023 на Wayback Machine
- ↑ Юридическая энциклопедия. Статьи на букву "О" (часть 7, "ОТК"-"ОЭС"). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ноябрь 2025.
- ↑ Федеральный закон от 24.07.1998 г. № 126-ФЗ. Президент России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ноябрь 2025.
- ↑ Федеральный закон от 11.12.2002 г. № 165-ФЗ. Президент России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ноябрь 2025.
Әҙәбиәт
- «Аналитический вестник» Выпуск 14 Государственный язык Российской Федерации: вопросы законодательного обеспечения (часть I) // Серия: Внешняя политика. М.: Аналитическое управление и Комитет по культуре и туризму Государственной Думы, 2002
Һылтанмалар
- Модельный закон СНГ «О языках» Архивная копия от 7 июнь 2011 на Wayback Machine
- Languages by country Архивная копия от 7 март 2014 на Wayback Machine in The World Factbook (инг.)