Океания футбол конфедерацияһы
Океания футбол конфедерацияһы (рус. Конфедерация футбола Океании, ингл. Oceania Football Confederation (OFC)) — футбол буйынса алты континенталь конфедерацияһының береһе. Ул төбәктә футбол үҫешен контролдә тота һәм идара итә һәм ойошманың ағза илдәре араһында донъя чемпионатында ҡатнашыуға һайлап алыу турнирҙары үткәрә.
Конфедерациялар араһында иң көсһөҙө: иң көслө тип иҫәпләнгән Австралия командаһы 2006 йылда АФК-ға күсә. 2021 йылдың октябренә ҡарата уның иң көслө Яңы Зеландия командаһы ФИФА рейтингында 121-се урынды биләй, киләһе командаһы — Соломон утрауҙары 140-сы урында, ә ҡайһы бер командалары иң түбәнгеләр араһында тора.
ОФК командаларының донъя чемпионатында иң яҡшы ҡаҙанышы — 2006 йылда Австралия 1/8 финалда ҡатнаша.
Тарихы
Конфедерация 1966 йылда ойошторола, нигеҙ һалыусы ағзалары — Австралия, Яңы Зеландия федерациялары һәм Фиджи футбол ассоциацияһы. 1996 йылда ОФК-ның тулы хоҡуҡлы конфедерация статусы билдәләнә, һәм уға ФИФА комитетында урын бирелә.
1998 йылда ОФК яңы эмблема һәм рәсми баҫма булдыра. 2004 йылдың 4 майында конфедерацияға ун икенсе ағза — Яңы Каледония футбол федерацияһы ҡабул ителә. Ә 2006 йылдың 1 ғинуарында Австралия конфедерациянан сыға һәм Азия конфедерацияһына инә.
Хәҙер ОФК составына ингән федерацияларҙан 1982 һәм 2010 йылдарҙағы донъя чемпионатында Яңы Зеландия ғына ҡатнашҡан.
1996 йылдан ОФК ике йылға бер тапҡыр төбәк беренселеген үткәрә. Бынан тыш, клуб турниры ойоштора, уның еңеүсеһе донъя клубтары чемпионатында ҡатнаша.
Донъя чемпионаттарында ҡатнашыу
Океания донъя чемпионаттарында дүрт тапҡыр сығыш яһай: 1982 һәм 2010 йылдарҙа — Яңы Зеландия, 1974 һәм 2006 йылдарҙа — Австралия, тик 2006 йылда ғына төркөм этабын үтә ала.
ОФК — донъя чемпионатына гарантиялы квотаһы булмаған берҙән-бер конфедерация. 1966—1982 йылдарҙа һайлап алыу турниры Азия турниры менән берләштерелә. 1986 йылдан алып донъя чемпионатына үтеү өсөн Океанияла һайлап алыу турнирында еңеүсеһе башҡа конфедерация командаһына ҡаршы уйнарға тура килә.
| Чемпионат | Квалификацияны үтеүселәр | Иҫкәрмәләр |
|---|---|---|
| 1930-1962 | Юҡ | Океания командалары ҡатнашмай |
| 1966 | Азия квалификацияһы менән берлектә үтә; Австралия КНДРҙан еңелә | |
| 1970 | Азия квалификацияһы менән берлектә үтә; Австралия Израилдән еңелә | |
| 1974 | Австралия | Азия квалификацияһы менән берлектә үтә; Австралия Корея Республикаһын еңә |
| 1978 | Юҡ | Азия квалификацияһы менән берлектә үтә |
| 1982 | Новая Зеландия | Азия квалификацияһы менән берлектә үтә; Яңы Зеландия Ҡытайҙы еңә |
| 1986 | Юҡ | Австралия Шотландиянан еңелә |
| 1990 | Израиль (Океания зонаһында сәйәси сәбәптәр арҡаһында уйнай) Колумбиянан еңелә | |
| 1994 | Австралия Канаданы еңә, аҙаҡтан Аргентинанан еңелә | |
| 1998 | Австралия Ирандан еңелә | |
| 2002 | Австралия Уругвайҙан еңелә | |
| 2006 | Австралия | Австралия Уругвайҙы еңә |
| 2010 | Яңы Зеландия | Яңы Зеландия Бахрейнды еңә |
| 2014 | Нет | Яңы Зеландия Мексиканан еңелә |
| 2018 | Новая Зеландия Перунан еңелә | |
| 2022 | Яңы Зеландия ҡаршы матчтарҙа Коста-Риканан еңелә |