УЕФА чемпиондары лигаһы
УЕФА чемпиондары лигаһы (рус. Ли́га чемпио́нов УЕФА́, ингл. UEFA Champions League; 1955—1992 йылдарҙа — Европа чемпиондары кубогы (ингл. European Champion Clubs' Cup)) — Европаның футбол буйынса иң ҙур клуб турниры, йыл һайын юғары дивизиондар командалары араһында Европа футбол ассоциациялары союзы (УЕФА) эгидаһы аҫтында үткәрелә. Донъялағы иң абруйлы футбол ярыштарының береһе.
Финалды үткәреү урыны УЕФА тарафынан алдан билдәләнә. Матч нейтраль стадионда үтә, ул УЕФА-ның футбол матчтарын ойоштороу буйынса турнир регламентында яҙылған талаптарына тап килә[1].
Чемпиондар лигаһы еңеүсеһе киләһе йылда чемпиондар лигаһында, УЕФА суперкубогында һәм ФМФА-ңың клубтар араһында донъя чемпионатында (2005 йылға тиклем Континенттар араһындағы кубок) ҡатнашыу хоҡуғына эйә[2].
Турнирҙа ҡатнашыусылар өсөн аҡсалата приздар ҙа ҡаралған. Мәҫәлән, 2023 йылда финалсыларға €15,5 млн эләгә. Чемпиондар лигаһы кубогын яулаусы 2022/23 инглиз клубы «Манчестер Сити» өҫтәмә рәүештә €4,5 млн ала[3].
Турнир тарихында беренсе еңеүсе булып Испанияның «Реал Мадрид» клубы тора. Ул — иң титуллы клуб: турнир тарихында иң ҡәҙерле трофей «Реал»ға 14 тапҡыр эләгә, бынан тыш, формат үҙгәргәндән һуң[4] команда өс миҙгел рәттән еңеү яулай (2015/16, 2016/17, 2017/18).
2023 йылға ҡарата чемпиондар лигаһында еңеүсе 23 клуб иҫәпләнә, уларҙың 12-һе футбол ярыштарында бер тапҡырҙан ашыу еңеү яулай. Кубок йыш ҡына Испанияла була: командалары 19 тапҡыр еңеү яулай.
Тарихы
Француз спорт журналисы һәм «Экип» гәзите мөхәррире Габриэль Ано 1955 йылда Европа чемпиондары кубогын булдырырға тәҡдим итә[5]. 1955 йылдың ғинуарында беренсе Европа чемпиондары кубогы үтә.
Кубоктың тәүге миҙгеле (1955/56) төшөп ҡалыу турниры була, командалар һәр раундта ике матч (өйҙә һәм ситтә) уҙғара. Бөтәһе 16 клуб вәкиле ҡатнаша. Билдәле клубтарҙың тәүге исемлегенә 18 команда инә, әммә Чехословакия һәм СССР вәкилдәре — «Спарта» һәм Мәскәүҙең «Динамо»һы уйындан төшөп ҡала[6]. Квалификация раунды системаһы түбән коэффициентлы илдәрҙең чемпиондары төркөм этабы башланыр алдынан бер йәки бер нисә квалификация этабында ҡатнаша, ә юғары коэффициентлы илдәрҙең командалары һуңыраҡ ҡушыла алырлыҡ итеп үҙгәртелә.
1992 йылға тиклем ярышта ил чемпиондары һәм Европа чемпиондары кубогының һуңғы еңеүсеһе ҡатнаша. 1991/92 йылдар миҙгелендә турнир форматы үҙгәрә: 1/8 финал этабынан һуң төркөм турнирҙары үткәрелә башлай[4]. Шул уҡ ваҡытта эмблема һәм гимн барлыҡҡа килә. 1992 йылда Кубок исемен үҙгәртә. Бынан һуң төркөмдәр структураһына һәм квалификация этаптарына үҙгәрештәр индерелә. 1997/98 йылдар миҙгелендә турнирҙа бер нисә илдә икенсе урын алған командалар ҡатнаша башлай (УЕФА коэффициенттары таблицаһына ярашлы).
2022 йылдың яҙында УЕФА еврокубок турнирҙарын үткәреүҙең яңы форматын раҫлай, ул 2003 йылдан ғәмәлдәге 32 команда ҡатнашлығындағы төркөм этабының традицион форматын һәм плей-оффҡа сығыу тәртибен алмаштыра. 2024/25 йылдар миҙгеленән чемпиондар лигаһында 36 команда ҡатнаша, улар берҙәм таблицаға урынлаштырыла, ә дәғүәселәр миҙгел алды рейтинг позициялары нигеҙендә билдәләнә. Һәр команда 8 уйын үткәрә. Иң яҡшы һигеҙ команда автоматик рәүештә 1/8 финалға сығыуҙы гарантиялай, киләһе 16 команда өҫтәмә раундта был стадияға эләгеү өсөн көрәшә[7][8]. Бер топ-лиганың максималь квотаһы — алты команда[9].
Чемпиондар лигаһының 70 йыллыҡ тарихында СССР һәм Рәсәйҙән «Спартак», ЦСКА, «Динамо», «Зенит», «Локомотив», «Рубин», «Ростов», «Краснодар», «Торпедо», «Алания» командалары ҡатнаша[10].
Рәсәй клубтары өсөн иң яҡшы миҙгелдәр түбәндәгеләр:
- 1995/96 — «Спартак»: сирек финал
- 2000/01 — «Спартак»: икенсе төркөм этабы
- 2002/03 — «Локомотив»: икенсе төркөм этабы
- 2009/10 — ЦСКА: сирек финал
- 2011/12 — ЦСКА һәм «Зенит»: 1/8 финал
Этаптар
Хәҙерге УЕФА чемпиондары лигаһы дүрт этапта үтә:
- квалификация раунды;
- төркөм этабы;
- плей-офф;
- финал[11].
Статистика һәм рекордтар
| Клуб | Титулдар | Финалдар | Еңеү йылдары | Финал йылдары |
|---|---|---|---|---|
| 15 | 3 | 1956, 1957, 1958, 1959, 1960, 1966, 1998, 2000, 2002, 2014, 2016, 2017, 2018, 2022, 2024 |
1962, 1964, 1981 | |
| 7 | 4 | 1963, 1969, 1989, 1990, 1994, 2003, 2007 | 1958, 1993, 1995, 2005 | |
| 6 | 5 | 2020 | 1982, 1987, 1999, 2010, 2012 | |
| 4| | 1977, 1978, 1981, 1984, 2005, 2019 | 1985, 2007, 2018, 2022 | ||
| 5 | 3 | 1992, 2006, 2009, 2011, 2015 | 1961, 1986, 1994 | |
| 4 | 2 | 1971, 1972, 1973, 1995 | 1969, 1996 | |
| 3 | 4 | 1964, 1965, 2010 | 1967, 1972, 2023, 2025 | |
| 3 | 2 | 1968, 1999, 2008 | 2009, 2011 | |
| 2 | 7 | 1985, 1996 | 1973, 1983, 1997, 1998, 2003, 2015, 2017 | |
| 2 | 5 | 1961, 1962 | 1963, 1965, 1968, 1988, 1990 | |
| 2 | 1 | 2012, 2021 | 2008 | |
| 2 | 0 | 1979, 1980 | ||
| 2 | 0 | 1987, 2004 | ||
| 1 | 2 | 1997 | 2013, 2024 | |
| 1 | 1 | 1967 | 1970 | |
| 1 | 1 | 1983 | 1980 | |
| 1 | 1 | 1986 | 1989 | |
| 1 | 1 | 1993 | 1991 | |
| 1 | 1 | 2023 | 2021 | |
| 1 | 1 | 2025 | 2020 | |
| 1 | 0 | 1970 | ||
| 1 | 0 | 1982 | ||
| 1 | 0 | 1988 | ||
| 1 | 0 | 1991 | ||
| 0 | 3 | 1974, 2014, 2016 | ||
| 0 | 2 | 1956, 1959 | ||
| 0 | 2 | 2000, 2001 | ||
| 0 | 1 | 1957 | ||
| 0 | 1 | 1960 | ||
| 0 | 1 | 1966 | ||
| 0 | 1 | 1971 | ||
| 0 | 1 | 1975 | ||
| 0 | 1 | 1976 | ||
| 0 | 1 | 1977|1977 | ||
| 0 | 1 | 1978 | ||
| 0 | 1 | 1979 | ||
| 0 | 1 | 1984 | ||
| 0 | 1 | 1992 | ||
| 0 | 1 | 2002 | ||
| 0 | 1 | 2004 | ||
| 0 | 1 | 2006 | ||
| 0 | 1 | 2019 |
- 2024 йылдың 10 декабренә ҡарата, квалификация матчтарын иҫәпкә алмағанда, чемпиондар кубогын иҫәпкә алып. 125 һәм унан күберәк матч
ҡарараҡ шрифт менән ғәмәлдәге уйынсылар билдәләнгән
Иҫкәрмәләр
- ↑ Article 29 Stadiums (ингл.). UEFA. uefa.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2023.
- ↑ История Лиги чемпионов УЕФА. Fanatfoot.ru. fanatfoot.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2023.
- ↑ УЕФА утвердил призовые на новый сезон. Участники Лиги чемпионов получат € 2 млрд. Чемпионат.com. championat.com (13 июль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2023.
- ↑ 1 2 Лига чемпионов. История. Soccer-stat.ru. soccer-stat.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2023. Архивировано 14 декабрь 2014 года.
- ↑ Matthew Spiro. Hats off to Hanot (ингл.) (недоступная ссылка — история). UEFA.com (12 май 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2023. Архивировано 17 ғинуар 2010 года.
- ↑ 50 Years European Cup (инг.) / UEFA Communications and Public Affairs Division. — [S. l.], 2004. — 12 p.
- ↑ Жеребьёвка групп Лиги чемпионов и награждение лучших футболистов пройдут в Монако. ТАСС. tass.ru (31 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2023.
- ↑ Шитик И. УЕФА объявил об изменениях в формате еврокубков с 2024 года. Спорт-экспресс. sport-express.ru (10 май 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2023.
- ↑ Куимова П. Какой будет новая Лига чемпионов? УЕФА одобрил реформу турнира. Чемпионат.com. championat.com (19 апрель 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2023.
- ↑ Российские клубы в Лиге чемпионов УЕФА — Кубке европейских чемпионов. Fanatfoot.ru. fanatfoot.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2023.
- ↑ Лига чемпионов — 2023/24: матчи, жеребьёвки, финал. UEFA. uefa.com (10 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2023.
Һылтанмалар
- Лига чемпионов УЕФА. УЕФА. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2023. Архивировано 23 август 2011 года. (рус.)
- История Лиги чемпионов УЕФА. УЕФА. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2023. Архивировано 23 август 2011 года. (рус.)
- Кубок европейских чемпионов и Лига чемпионов УЕФА. RSSSF. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2023. Архивировано 23 август 2011 года. (инг.)
Ҡалып:Сезоны Лиги чемпионов УЕФА Ҡалып:Составы команд розыгрышей Лиги чемпионов УЕФА