Локомотив (футбол клубы, Мәскәү)
«Локомотив» — Рәсәйҙең Мәскәү ҡалаһы футбол клубы. 1922 йылдың 23 июлендә ойошторола[2]. Рәсәйҙең иң боронғо футбол клубтарының береһе, уның тарихы Мәскәү—Ҡазан тимер юлында «Казанка» командаһы ойошторолоуға бәйле, артабан ул бер нисә тапҡыр исемен үҙгәртә.
Өс тапҡыр Футбол буйынса Рәсәй чемпионаты чемпионы, ун бер тапҡыр ил кубогында: ике тапҡыр СССР кубогы һәм туғыҙ тапҡыр Рәсәй кубогы, өс тапҡыр Рәсәй суперкубогы еңеүсе. Ике тапҡыр Кубок яулаусылар кубогының ярымфиналсыһы.
Клубтың үҙ стадионы «РЖД Арена» (УЕФА һәм ФИФА матчтары ваҡытында «Локомотив» тип атала[3]), Мәскәүҙең Преображенское районында Оло Черкизовская урамында урынлашҡан һәм 27 320 тамашасы һыйҙырышлы. Клубтың генераль бағыусыһы — «Рәсәй тимер юлдары» акционерҙар йәмғиәте.
Тарихы
Совет осоро (1922—1991)
"Локомотив"тан алда 1922 йылда барлыҡҡа килгән "Мәскәү — Ҡазан тимер юлы"ның «Казанка» (2022 йылдың апрелендә команда һәм «Рәсәй тимер юлдары» клубтың ойошторолоу датаһын аныҡ билдәләү өсөн тарихсыларҙы йәлеп итергә ҡарар итә[4])[5], 1922—1930 йылдарҙа уйнаған Октябрь революцияһы клубы һәм йәнә 1931—1935 йылдарҙа уйнаған «Казанка» клубтары була. 1922 йылғы Мәскәү футбол календары-белешмәһенә һылтанып яҙылған А. В. Савиндың «Мәскәү футболы» китабында баш ҡала чемпионатының «В» һәм «С» төркөмдәре составы тураһында мәғлүмәт бирелә. Унда 1922 йылда барлыҡҡа килгән «Ҡазан юлы футболсылары түңәрәге» (ҡыҫҡартылып «Казанка») исеме аҫтында сығыш яһаған Ҡазан тимер юлының Мәскәү-пассажир тимер юл депоһы эшселәре командаһы тураһында тәүге телгә алыуҙарҙы осратырға мөмкин[6]. Ысынында иһә, «Локомотив» көйәрмәндәре араһында команданың тыуған көнө йылына ике тапҡыр билдәләнә, сөнки 12 август август айының тәүге йәкшәмбеһендә билдәләнгән Тимер юл хеҙмәткәрҙәре көнөнә яҡын[7][8].
1950 йылдарҙың икенсе яртыһында "Локомотив"тың составы иң көслөләрҙән була. Был тимер юл министры Борис Бещевҡа бәйле[9]. 1953 йылда ул командаға ул ваҡыттағы билдәле совет тренеры, «Динамо (футбол клубы, Мәскәү)» һәм «КДСА» менән алты тапҡыр СССР чемпионы һәм «КДСА» менән өс тапҡыр милли кубок еңеүсеһе булған Борис Аркадьевты тренер итеп ҡуя[10]. Уның етәкселегендә команда 1957 йылда икенсе тапҡыр СССР кубогы еңеүсеһе була.
1992—2005 йылдар
Союз чемпионаттары тарҡалыу һәм баҙар иҡтисады мөнәсәбәттәренә күсеү менән "Локомотив"тың иң уңышлы яңы дәүере башлана, һәм 2005 йылда Юрий Сёмин клубтан киткәнсе дауам итә. Клуб ил футболы элитаһында ныҡлы урын ала, чемпионатта һәм халыҡ-ара аренала яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.
Күп тә үтмәй, «Локомотив» үҙ Рәсәй тарихында беренсе миҙал — 1994 йылғы Рәсәй чемпионатында бронза яулай.
Киләһе йылда «Локомотив» тағы бер урынға күтәрелә — клуб көмөш миҙал яулауға өлгәшә.
2002 йылда команданың тәү тапҡыр чемпион титулын яулай. «Локомотив» миҙгелде яҡшы башлай һәм етенсе турға таблицала беренсе урынға сыға. Тәнәфестән һуң «Локомотив» ЦСКА (футбол клубы, Мәскәү|ЦСКА) менән беренсе урын өсөн уйнай, командалар беренселекте бер үк һөҙөмтә менән тамамлай. «Алтын матч» билдәләнә, унда «Локомотив» еңеүгә өлгәшә.
Шул уҡ йылда (2002) «Локомотив» футбол стадионы асыла.
2004 йылда «тимер юлсылар» алдағы ике йылдағы уңышын ҡабатлай.
2018 йылдың 5 майында 29-сы тур матчында үҙ майҙанында "Зенит"ты еңгәндән һуң, «Локомотив» өсөнсө тапҡыр Рәсәй чемпионы була[11].
Символика һәм формаһы
Клубтың төҫтәре
| Ҡыҙыл | Йәшел | Аҡ |
Клубтың эмблемаһы
1936 йылда тимер юл эшселәре клубы логотибына ҙур «Л» хәрефе яҙылып, уның артынан сығып килеүсе паровоз һүрәте төшөрөлә[12].
Ваҡыт үтеү менән, техник прогресс пар двигателен алмаштыра — эмблема өҫтөндә йәшел ТЭ3 дизель локомотивының ябайлаштырылған һүрәте барлыҡҡа килә; ҡыҙыл «Л» хәрефе менән бергә улар клуб төҫтәренә әүерелә. Композицияның аҫҡы өлөшөндә Рәсәй тимер юлдары символы – ҡанатлы тәгәрмәс барлыҡҡа килә[13].
1996 йылда паровоз менән тәгәрмәс араһына футбол тубы урынлаштырыла[13].
Клуб гимны
«Реактив» фан-төркөмө лидеры Август Крепак яҙған «Локомотив» гимны 2005 йылдың 10 февралендә Мәскәүҙәге «Олимпия» спорт комплексында «Локомотивтың алтын йылы» премияһын тапшырыу тантанаһы ваҡытында халыҡҡа тәҡдим ителә. Әле «РЖД Арена»ла «Локомотив»тың һәр өй уйыны алдынан гимн яңғырай. Гимнды яҙҙырыуҙа Валерий Полянский һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Алексей Мартынов етәкселегендә Рәсәй дәүләт академия симфоник капеллаһы ҡатнаша[14].
Формаһы
«Локомотив»тан алда булған «Октябрь революцияһы» клубы клуб эмблемаһына ярашлы, аҡ шортик менән асыҡ күк төҫтәге футболкаларҙа уйнаны. 1936 йылда «Локомотив» Бөтә Союз спорт йәмғиәте эгидаһы аҫтында оҫталар командаһы ойошторолғас, команданың төп төҫтәре ҡыҙыл һәм аҡ төҫтәргә әйләнә. Кейем дизайны күп тапҡырҙар үҙгәрә, төп төҫтәр үҙгәрешһеҙ ҡала[15][16][17].
2013/2014 йылдар миҙгелендә клуб формаһы өс комплектта тәҡдим ителә: өйҙәге, ҡунаҡта уйындар өсөн һәм резерв[18].
Ҡаҙаныштары
- Чемпион (3): 2002, 2004, 2018
- Көмөш призер (6): 1995, 1999, 2000, 2001, 2019, 2020 йылдарҙа
- Бронза призер (6): 1994, 1998, 2005, 2006, 2014, 2021 йылдарҙа
Футбол буйынса Рәсәй кубогы (9)
- Еңеүсе (9): 1996, 1997, 2000, 2001, 2007, 2015, 2017, 2019, 2021 йылдарҙа
- Финалсы: 1998
Футбол буйынса Рәсәй суперкубогы
- Еңеүсе (3): 2003, 2005, 2019
Футбол буйынса СССР чемпионаты
- Көмөш призёр: 1959
- Еңеүсе (2): 1936, 1957
- Финалсы: 1990
Футбол буйынса беренсе лига (СССР)
- Еңеүсе (3): 1947, 1964, 1974
- Көмөш призёр (2): 1971, 1987
- Бронза призёр (3): 1951, 1973, 1981
Европа кубоктары
- 1/8 финал: 2003/04
- 1/8 финал: 2017/18
- Ярымфинал (2): 1997/98, 1998/99
Стадиондары
Тәүге стадиондары
1922 йылда Казанка командаһы тәүҙә Сокольники ҡалаһындағы яланды ҡуртымға ала[19]. Октябрь революцияһы клубының тәүге стадионы 1923 йылда төҙөлгән. Унда, 1923 йылдың 12 авгусында, дебют уйыны үткәрелә[19]. Һуңыраҡ «Локомотив» Үҙәк стадионында Мәскәү чемпионаты, СССР чемпионаты, СССР кубогы, иптәштәрсә осрашыуҙар үтә[20].
«РЖД Арена»
Клуб капитандары
Рәсәй беренселегендә капитандары.
| Осор | Капитан |
|---|---|
| 1992—1993 | |
| 1994—1997 | |
| 1998—2001 | |
| 2002—2007 | |
| 2007—2009 | |
| 2009 | |
| 2010 | |
| 2010—2012 | |
| 2012 | |
| 2013—2015 | |
| 2015—2017 | |
| 2017—2019 | |
| 2019—2021 | |
| 2021—2022 | |
| 2022—х. в. |
Клуб рекордсмендары
2020 йылдың 29 ноябренә ҡарата
|
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Рәсәй осоронда рекордсмендар
|
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Клубтың Европа кубоктарында рекордсмендар
|
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Миҙгелдәрҙә клубтың иң яҡшы бомбардирҙары
| Миҙгел | Бомбардир | Чемпионатта голдар | Кубокта голдар | Европ кубоктарында голдар | Бөтәһе |
|---|---|---|---|---|---|
| 1992 | 7 | - | - | 7 | |
| 1993 | 9 | 2 | - | 11 | |
| 1994 | 20 | 2 | - | 22 | |
| 1995 | 13 | 1 | - | 14 | |
| 1996 | 10 | 4 | 1 | 15 | |
| 1997 | 9 | 4 | - | 13 | |
| 1998 | 8 | 2 | 3 | 13 | |
| 1999 | 14 | - | 3 | 17 | |
| 2000 | 15 | 4 | 1 | 20 | |
| 2001 | 14 | - | - | 14 | |
| 2002 | 7 | - | 3 | 10 | |
| 2003 | 14 | 2 | 2 | 18 | |
| 2004 | 15 | 2 | - | 17 | |
| 2005 | 8 | - | - | 8 | |
| 6 | - | 2 | 8 | ||
| 2006 | 13 | 3 | 1 | 17 | |
| 2007 | 11 | - | 1 | 12 | |
| 2008 | 10 | - | - | 10 | |
| 2009 | 13 | - | - | 13 | |
| 2010 | 14 | - | 1 | 15 | |
| 2011/2012 | 11 | - | 3 | 14 | |
| 2012/2013 | 10 | - | - | 10 | |
| 2013/2014 | 13 | - | - | 13 | |
| 2014/2015 | 7 | - | - | 7 | |
| 2015/2016 | 9 | - | 5 | 14 | |
| 2016/2017 | 7 | 2 | - | 9 | |
| 2017/2018 | 7 | 1 | 6 | 14 | |
| 10 | - | 4 | 14 | ||
| 2018/2019 | 11 | 4 | 1 | 16 | |
| 2019/2020 | 12 | 2 | 2 | 16 | |
| 2020/2021 | 9 | 2 | - | 11 | |
| 7 | 4 | - | 11 | ||
| 2021/2022 | 9 | - | - | 9 |
2021/22 йылғы миҙгелгә ҡарата
Баш тренерҙар
Клубтың президенттары һәм генераль директорҙары
Леонид Пивоваров (1989—1991)
Валерий Филатов (1992—2006)
Юрий Сёмин (2006—2007)
Николай Наумов (2007—2010)
Ольга Смородская (2010—2016)
Илья Геркус (2016—2018)
Василий Кикнадзе (2018—2020)
Владимир Леонченко (2020 йылдан)
Результаты по сезонам



1922—1935 йылдарҙа «Локомотив»ҡа тиклемге «Казанка» һәм «КОР» футбол буйынса Мәскәү чемпионатында сығыш яһай. 1936 йылдан «Локомотив» СССР һәм Рәсәй чемпионаттарында 81 миҙгел үткәрә, шуларҙың 65-е юғары дивизиондарҙа була, ә 16 миҙгел икенсе кимәлдәге дивизиондарҙа була (бөтәһе лә совет осоронда).[24][25].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Иван Шитик. Новый главный тренер «Локомотива» выбрал Баринова капитаном команды. «Спорт-Экспресс» (17 июль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июль 2022.
- ↑ История ФК «Локомотив». www.fclm.ru. ФК «Локомотив». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2019. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ «РЖД Арена» | ФК Локомотив. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2017. Архивировано 8 август 2017 года.
- ↑ «Локомотив» привлечет историков для определения даты основания клуба. Есть сомнения, что он основан в 1922-м (29 апрель 2022).
- ↑ C Новым годом?! (8 ғинуар 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 август 2014. Архивировано 2 апрель 2015 года.
- ↑ Так 1936 или 1923, или другой год? Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ғинуар 2011. Архивировано 15 ғинуар 2014 года.
- ↑ Основная информация о клубе. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2009. Архивировано из оригинала 4 июнь 2009 года.
- ↑ Профиль на официальном сайте РФПЛ; годом основания указан 1923. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 февраль 2010. Архивировано из оригинала 11 февраль 2010 года.
- ↑ Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Профиль на сайте «Сборная России по футболу». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 ноябрь 2012. Архивировано 11 июнь 2013 года.
- ↑ «Локомотив» — чемпион! | ФК Локомотив. www.fclm.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 май 2018. Архивировано 5 май 2018 года.
- ↑ Логотип клуба | ФК Локомотив. www.fclm.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2020. Архивировано 27 июнь 2020 года.
- ↑ 1 2 История эмблемы, с которой «Локомотив» играл против Ювентуса 26 лет назад. Sports.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2020. Архивировано 1 июль 2020 года.
- ↑ Клубный гимн. ФК «Локомотив». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2019. Архивировано 28 июль 2019 года.
- ↑ [1] Архивная копия от 5 ноябрь 2012 на Wayback Machine История формы Локомотива
- ↑ Фоторепортаж: Кубок РЖД. Финал. Локомотив — Севилья. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 ноябрь 2012. Архивировано 14 октябрь 2012 года.
- ↑ Атлетик Бильбао — Локомотив Москва 1-0. Обзор прессы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 ноябрь 2012. Архивировано 29 май 2012 года.
- ↑ Новая форма «Локо» на сезон-2013/14!(недоступная ссылка)
- ↑ 1 2 А.В. Савин. Москва футбольная. Полная история в лицах, событиях, цифрах и фактах. — М.: Спорт, 2016. — 832 с. — ISBN 978-5-906839-16-9.
- ↑ Старый, старый стадион. lokomotiv.info. Lokomotiv.INFO. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2019. Архивировано 16 октябрь 2018 года.
- ↑ Бында һәм артабан чемпионаттарҙа һәм кубогында илдең (юғары кимәлдә), һәм Европа кубогтарында
- ↑ 1 2 С учётом гола «Рубину» в 24-м туре чемпионата России 2009 года, забитого Питером Оденмвингие, но приписанного РФПЛ Сычёву. Видеообзор матча на Чемпионат.тв Архивная копия от 7 октябрь 2009 на Wayback Machine
- ↑ 2001 йылдың 22 авгусында Тироль менән туҡтатылған осрашыуҙы иҫәпкә алып
- ↑ Локомотив Москва (Россия). wildstat.ru. WildSoft. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 апрель 2019. Архивировано 16 апрель 2019 года.
- ↑ Локомотив Москва (СССР). wildstat.ru. WildSoft. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 апрель 2019. Архивировано 14 апрель 2019 года.
Һылтанмалар
- Официальный сайт клуба ФК «Локомотив» Москва. fclm.ru. ФК «Локомотив» Москва. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2019.
Ҡалып:Состав ФК Локомотив Москва Ҡалып:Тренеры ФК Локомотив Москва Ҡалып:ФК «Локомотив» Москва Ҡалып:Сезоны ФК «Локомотив» Москва Ҡалып:Матчи ФК «Локомотив» Москва
Ҡалып:Обладатели Кубка России по футболу Ҡалып:Обладатели Суперкубка России по футболу Ҡалып:Обладатели Кубка СССР по футболу Ҡалып:Кубок Содружества
