Август
Байрамдар, тантаналар
- 1 август (урағай) — Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Тыл хеҙмәте көнө
- 2 август (урағай) — Һауа-Десант ғәскәрҙәре көнө
- 4 август (урағай) — Тимер юлсылар көнө
- 10 август (урағай) — Физкультурниктар көнө
- 11 август (урағай) — Төҙөүселәр көнө, Умартасылар көнө
- 12 август (урағай) — Хәрби-Һауа көстәре көнө
- 18 август (урағай) — Рәсәйҙең Һауа көстәре көнө
- 22 август (урағай) — Рәсәйҙең Дәүләт флагы көнө
- 23 август (урағай) — Курск һуғышында совет ғәскәрҙәре немец-фашист илбаҫарҙарын ҡыйратҡан көн
- 25 август (урағай) — Шахтерҙар көнө
- 27 август (урағай) — Кино көнө
10 — Башҡортостан умартасылары көнө
Һынамыштар
- Августа аяҙ булһа, көҙ бысраҡ килер.
- Августа ураҡ ҡыҙа, һыу һыуына.
- Ашлыҡ урғанда һалам шыртлап һынһа, ямғыр булыр.
- 🌻 1 августа ямғыр яуһа – көҙ илаҡ, ҡоро булһа – көҙ тыйнаҡ.
- 🌻 2 августа көн ҡоро булһа, алты аҙна буйы шул һауа торошо һаҡланыр. Әгәр ямғыр яуһа – алты аҙна тоташ ямғырға.
- 🌻 3 августа көнө буйы йәшенләп ямғыр яуһа, боҙборсаҡ та көтөгөҙ.
- 🌻 4 августа киске томан ер өҫтөнә йәйелһә, көндәр эҫе торасаҡ.
- 🌻 Бишендә күктә ҡаурый һымаҡ болоттар күренһә, көндәр һалҡынайта.
- 🌻 Алтыһында кәкүк түбәндән осһа – ямғырға. күктә ҡаурый һымаҡ болоттар күренһә, көндәр һалҡынайта.
- 🌻 Етеһендә иртә һыуыҡ булһа, ҡыш та шундай булыр.
- 🌻 Һигеҙендә имән сәтләүеге күп булһа, йыл уңышлы килер.
- 🌻 Туғыҙында тиреҫ ҡуңыҙы аҫтан осһа, көндәр матур торор.
- 🌻 Унында ҡырмыҫҡалар ояһын ҙурайта башлағанын тап итһәгеҙ, тимәк, ҡыш иртә һәм һыуыҡ килер.
- 🌻 11 августа өлгөргән һоло икенсегә йәшелләнһә, көҙ ямғырлы булыр.
- 🌻 Ун икеһендә һауа бөркөү, томра торһа, себен-серәкәй әсе тешләшһә – ямғырға.
- 🌻 13 августа ямғыр алдынан йәйғор ҡалҡһа, көн оҙаҡҡа боҙолор.
- 🌻 14 август ниндәй булһа, 28-ҙе лә шундай булыр.
- 🌻 Ун бишендә ел төшкә ҡәҙәр ҡояш ыңғайына әйләнеп, төштән һуң киреһенсә боролһа – аяҙ көндәргә ишара.
- 🌻 16 август ниндәй – 19 декабрь шундай.
- 🌻 17 августа ниндәй һауа торошо торор – ноябрь ҙә шундай булыр.
- 🌻 18 августа көндөҙ аяҙ булып, кискә табан болоттар ҡуйырһа, һауа торошо боҙолор.
- 🌻 19 августа көн нисек – 14 октябрь һәм ғинуар шулай килер.
- 🌻 20 августа иртән күтәрелгән томан ҡояш ҡалҡҡас таралып бөтһә, көндәр яҡшы торор.
- 🌻 Егерме берендә көслө ел ҡалҡһа, аҙна-ун көн тирәһе елле булыр.
- 🌻 Егерме икеһендә августа ысыҡ ни тиклем күп төшһә, иртәгәһенә шул ҡәҙәр эҫе булыр.
- 🌻 23 августа йылға-күлдәр өҫтө тыныс торһа, ҡыш буранһыҙ килер. Көн уртаһында тулҡын күренһә, ҡыш һыуыҡ булыр.
- 🌻 24 августа ҡояш ҡалҡҡанда ямғыр яуһа, ул бер нисә көнгә һуҙылыр.
- 🌻 Егерме бишендә ямғыр яуһа, әбейҙәр сыуағы ҡыҫҡа булыр. Йылы һәм аяҙ булһа – аҡ бәшмәк уңыр.
- 🌻 26 августа төнө буйы ябалаҡ ҡысҡырһа, һауа торошо үҙгәрә.
- 🌻 27 августа йомшаҡ ел иҫһә – аяҙ көнгә. Ел көслө булһа, сентябрь һалҡын һәм ямғырлы килер.
- 🌻 28 августа көн матур торһа, 13-21 сентябрҙә ямғырлы булыр.
- 🌻 29 августа торналар йылы яҡҡа китеп бөтһә, 14 октябргә һалҡын булыр.
- 🌻 30 августа сәтләүек уңышы мул булһа, киләһе йыл арыш уңар.