30 август
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- «Каберне Совиньон» шарабы көнө.
- Зубровка байрамы.
- Электр саң һурғысының тыуған көнө.
- Компакт-кассетаның тыуған көнө.
Төбәк байрамдары
Ҡырғыҙстан:
- Архивсы көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Алыҫ араларға йөрөүсе водителдәр көнө (августың һуңғы шәмбеһе).
Тарихи ваҡиғалар
- 1846 йыл: Ырымбурҙа башлыса башҡорттар иҫәбенә төҙөлгән Каруанһарай тарихи-архитектура комплексы асыла.
- 1873 йыл: Франц-Иосиф Ере асыла.
тулы исемлек
- 1901 йыл: Хьюберт Сесил Бут (Hubert Cecil Booth) электр саң һурғысына патент ала.
- 1917 йыл: 2-се Бөтә башҡорт ҡоролтайында һайланған Башҡорт мәркәз шураһының яңы составтағы беренсе ултырышы була.
- 1918 йыл: «Башҡорт тауышы» гәзитенең тәүге һаны сыға.
- 1926 йыл: Преображенский заводы ҡасабаһының атамаһы Йылайырға үҙгәртелә.
- 1939 йыл: Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты хөкүмәт ҡарарҙарын мотлаҡ рәүештә ике дәүләт телендә — башҡорт һәм урыҫ телдәрендә сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1974 йыл: Хәҙерге Нефтекама ҡалаһына ҡараған Әмзә ауылында урта дөйөм белем биреү мәктәбе асыла.
- 1996 йыл: Башҡортостанда Сергей Аксаков исемендәге Бөтә Рәсәй әҙәби премияһы булдырыла.
Был көндә тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Осипов Александр Ильич (1910—?), урындағы башҡарма орган һәм сәнәғәт тармағы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1943 йылдан Стәрлетамаҡ район советы башҡарма комитеты рәйесе, 1946—1952 йылдарҙа Стәрлетамаҡ сода заводының (хәҙер «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте) директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының өсөнсө (1951—1955) һәм дүртенсе (1955—1959) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Булатов Фәһим Нәбиәхмәт улы (1940), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1968—1997 йылдарҙа Кушнаренко районы «Кушнаренко» совхозы механизаторы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
тулы исемлек
- Ситдиҡов Әлфир Хәлим улы (1950), инженер-механик, йәмәғәтсе. 1981—2010 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районы «Бүләк» колхозы рәйесе, «Агромастер» ауыл хужалығы предприятиеһы директоры. Бер нисә саҡырылыш район советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Харисов Фәрит Әкрәм улы (1960), музыкант, педагог. Октябрьский ҡалаһы музыка колледжының баян класы уҡытыусыһы, колледждың симфоник оркестрын ойоштороусы һәм уның етәксеһе, бер үк ваҡытта 2004 йылдан — ҡала мәҙәниәт йортоноң халыҡ тынлы оркестрының художество етәксеһе һәм дирижёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Евдокимова Елена Викторовна (1965), тел белгесе-ғалим, йәмәғәтсе. 1985 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Филология факультетының «Таусень» рус халыҡ фольклор ансамблен ойоштороусы һәм уның художество естәксеһе. Филология фәндәре кандидаты (1995), хәҙерге рус тел белеме кафедраһы доценты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2016).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Фәтҡуллин Хикмәт Нәбиулла улы (1901—21.06.1963), ғалим-селекционер. 1934 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты ҡарамағындағы ауыл хужалығы культуралары селекцияһы һәм орлоҡсолоғо бүлегенең (Шишмә) өлкән ғилми хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы фәндәе кандидаты (1946). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Иҫке Бүздәк ауылынан.
- Истомин Николай Николаевич (1941), хеҙмәт ветераны, инженер-технолог. 1960—2001 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1997 йылдан — генераль директорҙың беренсе урынбаҫары — техник директор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1987), СССР Нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы министрлығының иң яҡшы рационализаторы (1987). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Грачёвка районы Кузьминовка ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Кадильников Иван Прокофьевич (1927—26.09.1977?), ғалим-географ. 1952—1977 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1973—1977 йылдарҙа физик география кафедраһы мөдире. География фәндәре докторы, доцент.
- Злищев Борис Андреевич (1942), инженер-металлург. 1970 йылдан Баймаҡ ҡойоу-механика заводы ремонт-төҙөлөш цехының инженер-технологы, баш инженеры, цех начальнигы, 2001—2009 йылдарҙа — ҡойоу цехы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы (2005). Сығышы менән хәҙерге Ҡырғыҙстандың Мырҙа-Аҡа ауылынан.
тулы исемлек
- Буренин Владимир Алексеевич (1947), ғалим]]-механик, математик. 1972 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000—2012 йылдарҙа хисаплау техникаһы һәм инженер кибернетикаһы кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1994), профессор (1997). Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтехимигы (1998). Сығышы менән Вологда ҡалаһынан.
- Солонина Тамара Анатольевна (1947), педагог. Сибай ҡалаһының хәҙерге 9-сы лицейының элекке директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Фәйзуллина Галина Павловна (1947), китапханасы. 1974—2003 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының үҫмерҙәр филиалы мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Знаменский Сергей Евгеньевич (1957), ғалим-геолог. 1979 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Геология институтының ғилми хеҙмәткәре, 1989 йылдан өлкән, 2008 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Геология-минералогия фәндәре докторы (2008). Сығышы менән хәҙерге Липецк өлкәһенең Лебедянь ҡалаһынан.
- Жеряков Андрей Васильевич (1962), режиссёр. Белорет ҡалаһының «Дефицит» театр-студияһын (хәҙер муниципаль театр) ойоштороусы һәм уның режиссёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Хужәхмәтов Азамат Шәриф улы (1962—30.06.2021), кинорежиссёр, сценарист, рәссам. 2012—2018 йылдарҙа «Башҡортостан» киностудияһы директоры. 1997 йылдан Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы. Евразия Телевидение һәм радио академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәйҙең Кинорежиссерҙар гильдияһы ағзаһы, Халыҡ-ара 2-се асыҡ «Мәңгелек ут» телефестивале лауреаты.
- Хәйруллин Рәмил Мәғҙинур улы (1962), ғалим-үҫемлектәр физиологы, биохимик. 1984 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, 2002—2010 йылдарҙа БДАУ-ҙың фәнни белем биреү үҙәге мөдире. 1989 йылдан (өҙөклөк менән) Биология һәм генетика институтының ғилми хеҙмәткәре, 1994 йылдан лаборатория мөдире, 2010 йылдан — директор урынбаҫары, 2013 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Биология фәндәре докторы (2002), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Красивая Поляна ауылынан.
- Фомичёв Константин Николаевич (1977), спортсы. 1995—2009 йылдарҙа байдарка һәм каноэла ишеү буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2004). Дүртәр тапҡыр донъя һәм Европа, күп тапҡыр Рәсәй чемпионы. Рәсәйҙең халыҡ ара класлы (1996) һәм атҡаҙанған (2000) спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Александр Тюлькин (1888—18.03.1980), СССР рәссамы, педагог. Башҡортостанда һынлы сәнғәткә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1934 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың (1960) һәм БАССР‑ҙың (1944) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР‑ының халыҡ рәссамы (1955) һәм Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты (1975). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
- Сәйфуллин Баян Авзал улы (1928—16.03.2018), партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, 1967—1987 йылдарҙа Бәләбәй район Советы башҡарма комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш (1971–1975) Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ 1973) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордендары (1966, 1971) кавалеры. Бәләбәй ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йәрмәкәй районының Атамкүл ауылынан.
тулы исемлек
- Үтәбай-Кәрими (1933—4.03.2005), уҡытыусы, ислам белгесе, шәрҡиәтсе. 1988—1992 йылдарҙа Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Шәреҡ ғалимдары хеҙмәттәрен башҡорт, урыҫ һәм татар телдәренә тәржемә итеүсе.
- Демидова Зоя Ивановна (1943—2011), малсылыҡ ветераны, 1961—1998 йылдарҙа Хәйбулла районының Матрай совхозы һауынсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Барлыбаев Әҙеһәм Әғзәм улы (1958), иҡтисадсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2006), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ғәләүетдинова Светлана Ишбулды ҡыҙы (1949), психолог-ғалим. Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, психология факультетының элекке деканы. Психология фәндәре кандидаты (1983), доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
- Карпов Владимир Григорьевич (1949—29.08.2009), инженер‑механик-ғалим. 1982—2009 йылдарҙа «Сода» йәмғиәтенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2004—2006 йылдарҙа — генераль директор, баш инженер һәм техник директор. Техник фәндәр кандидаты (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1997), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2007). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Морозов Александр Герасимович (1949), дәүләт органы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесенең элекке ярҙамсыһы һәм Секретариат етәксеһенең элекке урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Алкин ауылынан.
- Колобов Николай Дмитриевич (1959), төҙөлөш материалдары етештереү тармағы хеҙмәткәре. Мәләүез тимер-бетон конструкциялары заводының элекке эшсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Мостафин Рәсим Мирғәсим улы (1959—12.06.2002), юрист. 1998—2002 йылдарҙа Өфө транспорт прокуратураһы прокуроры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан.
- Мостафин Рәшит Мирғәсим улы (1959), социаль гигиенист-ғалим, йәмәғәтсе. «Салют» шифахана-һауыҡтырыу лагеры директоры. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре докторы (2007). Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (1998) атҡаҙанған табибы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан.
- Солтанов Шамил Хәниф улы (1974), (1974), тау инженеры‑геолог-ғалим. 2009 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты Нефть һәм газ технологиялары һәм яңы материалдар үҙәгенең лаборатория мөдире Техник фәндәр докторы (2009). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы профессоры (2016). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Камалова Алиса Атлас ҡыҙы (1979), табип-ғалим. 2006 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының Терапевтар ассоциацияһы ағзаһы. Медицина фәндәре кандидаты (2006), доцент.
Дөйөм исемлек
- 1860 йыл: Исаак Левитан, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1871 йыл: Эрнест Резерфорд, Бөйөк Британия физигы, Нобель премияһы лауреаты (1908).
тулы исемлек
- 1954 йыл: Александр Лукашенко, Беларусь Президенты.
Был көндә вафат булғандар
- 1935 йыл: Анри Барбюс, Франция яҙыусыһы.
- 2006 йыл: Нәғиб Мәхфүз, Мысырҙың романсы-яҙыусыһы, драматург, сценарист.
тулы исемлек
- 2011 йыл: Йәүҙәт Ғиләжетдинов, Рәсәй Социология фәндәре академияһы академигы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- 2012 йыл: Игорь Кваша, СССР һәм Рәсәй актёры, театр һәм кино режиссёры, телетапшырыуҙар алып барыусы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.