Тюлькин Александр Эрастович
Тюлькин Александр Эрастович (рус. Александр Эрастович Тюлькин; 1888 йылдың 30 авгусы, Өфө, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы — 1980 йылдың 18 марты, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — совет рәссамы, педагог. Башҡортостанда һынлы сәнғәткә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1934 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы[1].
Биографияһы
А. Э. Тюлькин 1888 йылдың 19 (30) авгусында Өфөлә крәҫтиән ғаиләһендә, Порфирий Ананьевич Соколов һәм Варвара Андреева ғаиләһендә тыуған. 1901 йылдың ғинуарында буласаҡ рәссамды Эраст Елизарьевич Тюлькин уллыҡҡа ала. Рәссам тәүге һүрәт төшөрөү дәрестәрен атаһынан ала. 1912—1918 йылдарҙа Ҡазан художество мәктәбендә (хәҙерге Н. И. Фешин исемендәге Ҡазан сәнғәт техникумы) рәсем сәнғәтен өйрәнә. Тюлькиндың педагогтары Н. И. Фешин, П. П. Беньков (1879—1949) була. Мәктәпте тамамлағас, Тюлькин Өфөгә ҡайта.
Ул «аналитик импрессионизм» менән мауыға, Өфөлә рәссам Д. Д. Бурлюктың сәнғәт түңәрәге ағзаһы була.
20-се йылдарҙа Юғары дәүләт художество-техник оҫтаханаларының Өфө филиалын ойоштора, Башҡортостан райондары буйлап сәйәхәт итә, унда башҡорттарҙың көнкүрешен һәм мәҙәниәтен өйрәнә, Өфө Көнсығыш халыҡтары музейы өсөн экспонаттар алыу маҡсатында Урта Азияға экспедицияла ҡатнаша. 30-сы йылдар башында Уралдың сәнәғәт үҙәктәренә (Белорет, Магнитогорск, Златоуст), Башҡортостандың нефть промыслаһы районына (Ишембай), «Красная Башкирия» совхозына ижади заданиелар буйынса бара.
Мольбертта һүрәт төшөрөүҙән тыш, Тюлькин монументаль һүрәт төшөрөү менән дә шөғөлләнә. Өфө сәнғәт һөйөүселәр йәмғиәте күргәҙмәләрендә ҡатнаша (1917—1918). Революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһының Өфө филиалын ойоштороусыларҙың береһе һәм беренсе рәйесе (1925), Юғары художество‑техник оҫтахананың Өфө филиалын ойоштороусыларҙың береһе һәм уның уҡытыусыһы (1920 йылдар). 1916 йылдан алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
«Яратҡан эшкә бағышланған тормош ҡына һиңә бәхет һәм мәғәнә бирә»
А. Э. Тюлькин, 1950 й.
Өфөнөң төрлө уҡыу йорттарында, 1933—41 йылдарҙа һәм 1945—50 йылдарҙа Башҡорт театр‑художество училищеһында уҡыта. 1937-1944 йылдарҙа БАССР Рәссамдар Союзы идараһы рәйесе..
Ул башҡорт рәссамдарының тотош бер быуынына остазлыҡ иткән. Улар араһында Б. Домашников, А. Пантелеев, Ф. Кащеев, М. Назаров, А. Лотфуллин, П. Салмасов, А. Кудрявцев, М. Кузнецов[2][3].
1950—1960 йылдарҙа уның уҡыусылары СССР-ҙа танылған «Өфө рәсем сәнғәте стилен» булдыра[4].
А. Э. Тюлькин 1980 йылдың 18 мартында Өфөлә вафат булған, Көнъяҡ зыяратта ерләнгән[1].
Ижады
Уның әҫәрендә ҡала, башҡорт төбәге, Урал образы өҫтөнлөклө тема булып тора: «Дачалағы ихата» (1919), «Гортензиялар» (1920), «Гөллө тәҙрәләр» (1924), «Голубец» (1942), «Нестеровтың тыуған яғында» (1946), «Тынлыҡ» (1946), «Карусель» (1923), «Кәмәләр» (1927), «Яр ситендәге өйҙәр» (1928, бөтәһе лә Дәүләт Рус музейында), «Ағас мәсет интерьеры», «Көршәксе магазины», «Тирмә» (өсөһө лә 1921 йылда), «Шайтансыҡ» (1925).
Тимер юл идаралығы бинаһы һәм Тимер юл эшселәре мәҙәниәт йорто өсөн паннолар эшләй (1930 йылдар). Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә павильонды проектлауҙа ҡатнаша (1939; А. П. Лежнев һәм И. И. Урядов менән берлектә).
Шәхси күргәҙмәләре Өфөлә (1943, 1966, 1975, 2009), Мәскәү (1945, 1975) ҡалаларында үтә. Картиналары Башҡорт дәүләт художество музейында, Мәскәүҙә Третьяков галереяһында, Санкт-Петербургта Рус музейы коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә музейҙар, галереялар һәм шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана[1].
Ғәиләһе
А. Э. Тюлькин ике тапҡыр өйләнгән. Тәүге ҡатыны Мария Мартемьян ҡыҙы Агишева (яҡынса 1878—1946 йылдар), икенсе ҡатыны Антонина Николаевна Михайлова (1909—2003) була.
А. Э. Тюлькиндың ейәне Тюлькин Владимир Ерастович (1951 йылда тыуған), диңгеҙ рәссамы һәм диңгеҙ офицеры.
Хәтер
1995 йылдан алып Өфөлә халыҡ рәссамы А. Е. Тюлькиндың Мемориаль йорт-музейы эшләй. Был йортта 1920—80 йылдарҙа А. Э. Тюлькин йәшәгән[5].
Өфөлә шулай уҡ 1963 йылда А. Е. Тюлькин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе асыла[6].
Өфөнөң Глумилино биҫтәһендәге бульварға Тюлькин исеме бирелгән.
Башҡортостандың Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы тарафынан ойошторолған (Өфө ҡалаһының 2-се балалар сәнғәт мәктәбе башланғысы менән) А. Е. Тюлькин исемендәге асыҡ республика балалар ижады конкурсы үткәрелә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- «Почёт Билдәһе» ордены (1955);
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1960);
- Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы (1955);
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1944);
- Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты (1975)[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Йәнбухтина Ә. Ғ. Тюлькин Александр Эрастович (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июнь 2026.
- ↑ Алексей Михайлович Кудрявцев. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июнь 2026.
- ↑ Алексей Кудрявцев. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июнь 2026.
- ↑ Махмутов, Наиль. Любимые художники Башкирии. — Уфа: Лето, 2012. — С. 132. — 288 с. — ISBN 978-5-87308-038-0.
- ↑ Нәбиуллин Ф. Я. Тюлькин А. Э. йорт-музейы. Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июнь 2026.
- ↑ Страницы истории. МБУ ДО Детской художественной школы № 2 городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июнь 2026.