Бүздәк районы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бүздәк районы
Флаг
Flag of Buzdyaksky rayon.svgCoat of Arms of Buzdyak rayon (Bashkortostan).svg
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Административ үҙәк Бүздәк
Майҙаны
  • 1632,8 км²[1]
Нигеҙләү датаһы 20 август 1930
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Буздякском районе[d]
Рәсми сайт buzdyaksky.ru
Сиктәш Благовар районы
Урынлашыу картаһы
Дәүләт
Рәсем
Халыҡ һаны
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Бүздәк районы (рус. Буздякский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Республиканың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. 1930 ойошторолған. Майҙаны — 1710 км². Халыҡ һаны (мең кеше): 1979 йыл — 33,9; 1989 йыл — 30,5; 1995 йыл— 31,0; 2010 йыл—29,9. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 18 кеше. Күпселек татарҙар, башҡорттар һәм урыҫтар йәшәй. Үҙәге — Бүздәк ауылы (2010 йыл — 10.4 мең кеше), Өфөнән 112 км алыҫлыҡта ята.

Бүздәк районы Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяғында урынлашҡан, уның өҫтө йырынлы селтәр менән ҡапланған. Төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай һуҙылып, Урал алды далаһына инә. Йылға селтәре Сәрмәсән йылғаһының үрге ағымынан һәм уның ҡуш-рынан тор.

Ере — нигеҙҙә ғәҙәти ҡара тупраҡ, көньяҡ-та урыны менән һоро урман тупрағы. Урмандарында күпселек йүкә, имән, уҫаҡ, ҡайын үҫә, улар төрлө урында өйкөм-өйкөм утрауҙар хасил итә, барыһы бергә район еренең 12% тәшкил итә.

Ер аҫты ресурстары Һынны, Петропавловка, Ташлыкүл нефть ятҡылыҡтарынан, Сергеевка һәм Таулар төҙөлөш материалдары өсөн сеймал, балсыҡ һәм Ҡыҙылъяр, Урал, Вознесенка ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы ятҡылыҡтарынан тора.

Район ауыл хужалығы районы. Колхоз һәм совхоздар иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтереү, һөт-ит малсылығы һәм сусҡасылыҡ буйынса махсуслашҡан. Районда элеватор, май заводы, «Еләк» кооперативы, шулай уҡ РТП һ.б. предприятиелар бар. Нефть ятҡылыҡтары «Октябрскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы тарафынан файҙаланылауылы

Ибраев Рәшит Әхмәтзыя улы (24.02.1959), ғалим-математик, океандағы физик процесстарҙы математик моделләштереү өлкәһендәге белгес, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2008), физика-математика фәндәре докторы (2002), профессор (2008). Табанлыкүл ауылынан (хәҙер Бүздәккә ҡушылған-?).
Маннапов Әлфир Ғабдулла улы (24.02.1954), ғалим-зооинженер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1999), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2013). Иҫке Боғаҙы ауылынан[3].
Мәүлитов Миҙхәт Рәхмәтулла улы (16.02.1928—8.12.2000), ғалим-тау инженеры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1995), техник фәндәр докторы (1973), профессор (1974). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1988), БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1973), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте (1978) һәм Газ сәнәғәте министрлығы отличнигы (1988), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1978). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (2000), И. М. Губкин исемендәге премия (1973, 1980) лауреаты. Почёт Билдәһе ордены кавалеры (1976). Шланлыкүл ауылынан[4].
Мәүлитова Мөнәүәрә Ғәбдрәҡип ҡыҙы (16.08.1923), ғалим-табип, балалар хирургы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1979), профессор (1980). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1963). С. Д. Терновский исемендәге премия лауреаты (2008). Урҙайбаш ауылынан[5].
Никифоров Михаил Тихонович (7.11.1918—30.10.1993), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, 1936—1954 йылдарҙа «Бүздәк» совхозының тракторсыһы, шофёры, ферма мөдире, 1954—1978 йылдарҙа бүлексә идарасыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Казанка ауылынан (хәҙер бөткән)[6].
Собханҡолова Рида Таһир ҡыҙы (20.05.1958), иҡтисадсы, дәүләт эшмәкәре. 2013 йылдан Башҡортостан Республикаһының финанс министры. Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2012). Яңы Таулар ауылынан[7].
Солтанов Хәтмулла Аҫылгәрәй улы (20.08.1924—4.03.1994), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсы, гвардия өлкән сержанты. Нефтсе. Дан орденының тулы кавалеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1969). Кәпәй-Ҡобау ауылынан.
Спивак Александр Иванович (17.11.1923—20.01.2007), тау инженеры-ғалим, юғары мәктәп эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1976—1994 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (1991), техник фәндәр докторы (1972), профессор (1972). РСФСР‑ҙың (1974) һәм БАССР‑ҙың (1967) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1980)[8]. Михайловка ауылынан.
Төхвәтуллин Яҡуп Зәйнулла улы (8.06.1923—16.08.2010), энергетик, 1938—1984 йылдарҙа «Башкирэнерго» район энергетика идаралығының Өфөләге 2‑се ТЭЦ‑ы өлкән электромонтёры, 1957 йылдан — өлкән мастеры, 1968 йылдан — электр цехы начальнигы урынбаҫары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). СССР‑ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы (1983). Шланлыкүл ауылынан[9].
Шәүәлиев Рәүил Рәшит улы (3.02.1958), ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2005. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998). Табанлыкүл ауылынан[10].
Чанбарисов Шәйхулла Хәбибулла улы (9.05.1916—4.10.1996), совет һәм Рәсәй ғалимы, фән һәм мәғарифты ойоштороусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт дәүләт университетының беренсе ректоры. Тарих фәндәре докторы (1975), профессор (1975). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Бүздәк ауылынан.

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 51 032 [11][12]
1959 37 354 [13][12]
1970 38 688 [14][12]
1979 33 904 [15][12]
1989 30 515 [16][12]
Йыл Халыҡ һаны
2002 31 178 [17][12]
2008 30 589 [18]
2009 30 413 [19]
2010 30 688 [20]
2012 29 926 [21]
Йыл Халыҡ һаны
2013 29 414 [22]
2014 28 817 [23]
2015 28 263 [24]
2016 27 760 [25]
2017 27 337 [26]
Йыл Халыҡ һаны
2018 27 034 [27]
2019 26 582 [28]
2021 26 284 [2]

Районды көнсығыштан көнбайышҡа ҡарай Шишмә—Ульяновск тимер юлы һәм Өфө—Октябрский автомобиль юлы, ә төньяҡтан көньяҡҡа Саҡмағош—Бүздәк— Дәүләкән автомобиль юлы киҫеп үтә.

Районда 55 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 21 урта мәктәп, Ҡаран ПУ, 28 китапхана, 53 клуб, 3 дауахана бар.

Урыҫ һәм татар телдәрендә «Буздякские новости» гәзите сыға.

  1. http://www.gks.ru/dbscripts/munst/munst80/DBInet.cgi?pl=8006001
  2. 1 2 https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  3. Башҡорт энциклопедияһы — Маннапов Әлфир Ғабдулла улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2019)
  4. Башҡорт энциклопедияһы — Мәүлитов Миҙхәт Рәхмәтулла улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2018)
  5. Башҡортостан энциклопедияһы — Мәүлитова Мөнәүәрә Ғәбдрәҡип ҡыҙы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 13 август 2018)
  6. Башҡортостан энциклопедияһы — Никифоров Михаил Тихонович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 4 ноябрь 2018)
  7. Справочно-информационный ресурс «Кто есть кто в Республике Башкортостан». Субханкулова Рида Тагировна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 апрель 2018)
  8. Башҡортостан энциклопедияһы — Спивак Александр Иванович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 4 ноябрь 2018)
  9. Башҡорт энциклопедияһы — Төхвәтуллин Яҡуп Зәйнулла улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 4 май 2018)
  10. Шавалеев Равиль Рашитович 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 ғинуар 2018)
  11. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1939)
  12. 1 2 3 4 5 6 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — бит 448.
  13. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1959)
  14. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1970)
  15. 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  16. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1989)
  17. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  18. http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/88ec76804db875b29208d3356f373569/4+%D1%80%D0%B0%D0%B7%D0%B4%D0%B5%D0%BB.pdf
  19. https://web.archive.org/web/20150518102941/http://www.gks.ru/bgd/regl/B09_109/IssWWW.exe/Stg/d01/tabl-21-09.xls
  20. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  21. https://web.archive.org/web/20130516092833/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2012/bul_dr/mun_obr2012.rar
  22. https://web.archive.org/web/20131012013314/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2013/bul_dr/mun_obr2013.rar
  23. https://web.archive.org/web/20140810202114/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2014/bul_dr/mun_obr2014.rar
  24. https://web.archive.org/web/20150923180801/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2015/bul_dr/mun_obr2015.rar
  25. http://web.archive.org/web/20210508043701/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2016/bul_dr/mun_obr2016.rar
  26. http://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  27. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  28. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — бит 62.