Туймазы районы

Туймазы районы (рус. Туймазинский район) — Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район.

Административ үҙәге — Туймазы ҡалаһы.

Географияһы

undefined

Башҡортостандың көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡта — Шаран, көнсығышта — Бүздәк, көньяҡта — Бәләбәй һәм Йәрмәкәй райондары, көнбайышта — Татарстан Республикаһы һәм Октябрьский ҡала округы биләмәләре менән сиктәш.

Район Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының үҙәк өлөшөн алып тора. Нефть (Туймазы, Серафимовка, Кәпәй-Ҡыбау, Троицк һ. б.), ҡомташ (Ғәфүр, Ҡандра), гипс (Мәҡсүт), кирбес сеймалы (Түбәнкүл, Туҡмаҡ-Ҡаран), агрономик рудалар (Балтай, Ҡарамалы-Ғөбәй, Кәлшәле һ. б.) ятҡылыҡтары асылған.

Райондың көнбайышында — Ыҡ, көньяғында — Ҡыйҙаш, үҙәк өлөшөндә һәм төньяҡ-көнбайышында Өҫән йылғалары аға. Район йылы һәм ҡоро агроклиматлы регионға, Өҫән йылғаһының түбәнге ағымындағы типик ҡара тупраҡлы ерҙәр Урал алды дала зонаһына инә. Ҡалҡыу өлөшөндәге ҙур ғына майҙандада — йүкә, саған, имән ағастарынан торған киң япраҡлы урмандар, ә көньяҡ-көнсығышында ҡайын һәм уҫаҡ урмандары һаҡланған. Туймазы урман хужалығы эрозияға дусар булған текә битләүҙәрҙә ағас ултыртыу менән шөғөлләнә. Урмандар 62,5 мең га (Район территоряһының 26,5 %) майҙаны биләп тора, ауыл хужалығы ерҙәре 135,9 мең га, шул иҫәптән 96,6 мең га — һөрөнтө ерҙәр, 6,9 мең га — сабынлыҡтар, 32,2 мең га — көтөүлектәр.

Ҡандракүлде уратҡан «Ҡандракүл» дәүләт милли тәбиғәт паркы, Мәҡсүт ауылы яҡын Ыҡ йылғаһы ярындағы мәмерйә, Ҡандра тимер юл станцияһы буйында ултыртылған ҡарағайҙар, Үрге Троицк лесничествоһындағы ҡарағастар һаҡлана торған территориаль һәм тәбиғәт ҡомартҡылары булып һанала.

undefined

Тарихы

Райондың барлыҡ торама пункттары элекке ҡыр-йылан, ҡаңлы, ҡырғыҙ, ҡобау һәм байлар башҡорт ҡәбиләләре ерҙәрендә урынлашҡандар. Идара итеүҙең кантон системаһы осоронда был ерҙәр 12-се башҡорт кантоны составында була.

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 йылдың 53 846 [2][3]
1959 йылдың 99 218 [4][3]
1970 йылдың 48 533 [5][3]
1979 йылдың 39 273 [6][3]
1989 йылдың 30 654 [7][3]
Йыл Халыҡ һаны
2002 йылдың 30 923 [8][3]
2008 йылдың 129 993 [9]
2009 йылдың 130 548 [10]
2010 йылдың 131 225 [11]
2012 йылдың 130 942 [12]
Йыл Халыҡ һаны
2013 йылдың 131 147 [13]
2014 йылдың 132 053 [14]
2015 йылдың 132 129 [15]
2016 йылдың 132 349 [16]
2017 йылдың 132 463 [17]
Йыл Халыҡ һаны
2018 йылдың 132 448 [18]
2019 йылдың 132 337 [19]
2021 йылдың 131 728 [20]
Урбанизация

Ҡала шарттарында (Туймазы ҡалаһы) район халҡының 51.89 % йәшәй.

Милли составы

2010 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы: татарҙар — 38,5 %, башҡорттар — 33,7 %, урыҫтар — 22,8 %, сыуаштар — 1,5 %, мариҙар — 1,4 %, башҡа милләт вәкилдәре — 2,1 %[21].

Билдәле шәхестәре

Административ-территориаль бүленеше

Район территорияһында Октябрьский ҡалаһы һәм 113 ауыл урынлашҡан.

Торама пункттар буйынса халыҡ һаны
Туймазы 68 349[1]
Ҡандра 10 138[1]
Серафимов 8954[1]
Собханғол 5595[1]
Түбәнге Троицк 3555[1]
Дуҫлыҡ 2145[27]
Иҫке Туймазы 1247[27]
Ҡарамалы-Ғөбәй 1120[27]
Ғәфүр 1083[27]
Төмәнәк 1070[27]
Илсембәт 1067[27]
Беренсе Май 983[27]
Райман 970[27]
Нөркәй 888[27]
Үрге Троицк 816[27]
Иҫке Собханғол 784[27]
Кәкребаш 774[27]
Япрыҡ 755[27]
Түбәнге Бишенде 744[27]
Үрге Бишенде 725[27]
Николаевка 724[27]
Татар-Олҡан 691[27]
Сәйрән 688[27]
Бишҡурай 680[27]
Туҡтағол 658[27]
Йәрмөхәмәт 651[27]
Ҡандра-Ҡотой 651[27]
Әгертамак 610[27]
Уяҙытамаҡ 593[27]
Туҡай Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).
Ҡандракүл 547[27]
Кәлшәле 525[27]
Кендектамак Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).
Мәтәүтамак 457[27]
Үрге Сәрҙек 406[27]
Соҡаҙытамаҡ 398[27]
Балтай 377[27]
Соҡаҙыбаш Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).
Ярмунса 340[27]
Аблай 315[27]
Үрмәкәй 315[27]
Иҫке Ҡандра 308[27]
Никитинка 303[27]
Горный 292[27]
Егетәк 279[27]
Яңы Бишенде 274[27]
Ҡарат 267[27]
Булат 266[27]
Аҙнағол 258[27]
Алексеевка 257[27]
Фрунзе Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).
Воздвиженка 232[27]
Түбәнге Сәрҙек 209[27]
Серафимовка 209[27]
Төпкилде 209[27]
Исмаил 197[27]
Тәрәнйылға 189[27]
Ҡаран-Бишенде 168[27]
Яңы Нарыш 168[27]
Сыуаш-Олхан 158[27]
Яңы Арыҫланбәк 150[27]
Бәтке 146[27]
Покровка 143[27]
Константиновка 140[27]
Дарвин Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).
Ҡандра-Төмәкәй 135[27]
Иманғол 133[27]
Тимер 132[27]
Имәнкүпер 123[27]
Ҡайынйылға 119[27]
Иҫке Арыҫланбәк 119[27]
Туҡмак-Ҡаран 119[27]
Бикмәт 109[27]
Бәйрәкәтүбә 101[27]
Раевка 101[27]
Яҡшай 85[27]
Йүкәле Шишмә 84[27]
Ҡараттамаҡ 78[27]
Казнаковка 77[27]
Әйтәктамаҡ 76[27]
Ҡыҙылбүләк 76[27]
Самсыҡ Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).
Мостафа 73[27]
Ҡыҫҡайылға 71[27]
Александровка 62[27]
Чапаево 56[27]
Ташкисеү 53[27]
Балағаскүл 48[27]
Майский 48[27]
Арҙат 47[27]
Мәҡсүт 45[27]
Көйөктамаҡ 42[27]
Нескәбуләк 41[27]
Мулла-Ҡамыш 40[27]
Әтек 37[27]
Нур 31[27]
Ҡамыштау 29[27]
Ҡыҙылташ 26[27]
Кожай-Андреев 25[27]
Леонидовка 25[27]
Түбәнге Ҡаранйылға 19[27]
Яңы Арыҫлан 19[27]
Яңы Һыуыҡҡул 18[27]
Бөресклет хужалығы 15[27]
Кесе Бикмәт 14[27]
Ҡайынйылға 9[27]
Баҡсаһарай 8[27]
Ольховка 8[27]
Ҡарамалы 7[27]
Үрнәк 7[27]
Знаменка 0[27]
Бәләкәй Туҡмаҡ-Ҡаран 0[27]
Һалҡыншишмә 0[27]
Япрыҡ янғын һүндереү депоһы 0[27]

Иҡтисад

Район сәнәғәт һәм ауыл хужалығы йүнәлешле. Нефть ятҡылыҡтарын «Туймазынефть» һәм «Октябрьскнефть» НГДУ-ры үҙләштерә. Сәнәғәт предприятиелары Октябрьский һәм Туймазы ҡалаһы, шулай уҡ Серафимовка ҡасабаһында (автоматика һәм телемеханика ҡулланмаларын сығарыусы тәжрибә заводы, мамыҡ-ҡауырһын әйберҙәре һәм тегеү фабрикалары), Түбәнге Троицкиҙа (Башҡортостан буҫтау комбинаты), Собханғолда (консерва заводы), Ҡандрала (Туймазы быраулау эштәре идаралығы, иген ҡабул итеү предприятиеһы, ҡатнаш мал аҙығы заводы) урынлашҡан. Ауыл хужалығы предприятиеларынан — Туймазы ҡошсолоҡ фабрикаһы, Ҡандра мөгөҙлө эре мал үрсетеү һәм һимертеү совхозы, Туймазы тоҡомсолоҡ совхозы, ҡошсолоҡ инкубатор станцияһы, «Башнефть» АНК-һының ярҙамсы хужалыҡтарыры: «1 Май», «Нарыштау» һәм «Төҙөүсе» совхоздарыздары эшләй.

Район баҫыусылыҡта — игенселек, шәкәр сөгөлдөрө, картуф, йәшелсә үҫтереү, малсылыҡта һөт-ит йүнәлешендәге мал үрсетеү, сусҡасылыҡ, ҡошсолоҡ буйынса махсуслаша. Район территорияһы буйлап Ульяновск—Шишмә тимер юлы, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлы үтә.

Районда 48 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 22 урта мәктәп, 35 дөйөм китапхана, 54 клуб учреждениеһы, ауыл участка дауаханаһы бар. Ҡандракүлдең тирә-яғында Октябрьский, Туймазы ҡалаһы предприятиеларының ял итеү базалары, профилакторийҙары урынлашҡан. Татар һәм урыҫ телдәрендә «Туймазы хәбәрләре» — «Туймазинский вестник» гәзите сыға.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года. На 1 октября 2021 года. Том 1. Численность и размещения населения (XLSX). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2022. Архивировано 1 сентябрь 2022 года.
  2. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1939)
  3. 1 2 3 4 5 6 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — бит 448.
  4. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1959)
  5. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1970)
  6. 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  7. СССР-ҙа халыҡ иҫәбен алыу (1989)
  8. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  9. http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/88ec76804db875b29208d3356f373569/4+%D1%80%D0%B0%D0%B7%D0%B4%D0%B5%D0%BB.pdf
  10. http://www.gks.ru/dbscripts/munst/munst80/DBInet.cgi?pl=8112027
  11. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  12. https://web.archive.org/web/20130516092833/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2012/bul_dr/mun_obr2012.rar
  13. https://web.archive.org/web/20131012013314/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2013/bul_dr/mun_obr2013.rar
  14. https://web.archive.org/web/20140810202114/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2014/bul_dr/mun_obr2014.rar
  15. https://web.archive.org/web/20150923180801/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2015/bul_dr/mun_obr2015.rar
  16. http://web.archive.org/web/20210508043701/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2016/bul_dr/mun_obr2016.rar
  17. http://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  18. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  19. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — бит 62.
  20. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  21. Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)
  22. Башҡорт энциклопедияһы — Вәлиуллин Ренат Абдулла улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 18 сентябрь 2017)
  23. Башҡорт энциклопедияһы — Ишморатова Наилә Мәүлитйән ҡыҙы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 24 сентябрь 2018)
  24. Ветер истории по-прежнему в его парусах. Газета «Вечерняя Уфа». Официальный сайт. 2013, 28 мая (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 май 2018)
  25. Башҡорт энциклопедияһы — Төхвәтуллин Расфар Мөхлис улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 4 май 2018)
  26. Башҡорт энциклопедияһы — Хәлиуллин Айрат Нәсибулла улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 13 май 2019)
  27. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31 32 33 34 35 36 37 38 39 40 41 42 43 44 45 46 47 48 49 50 51 52 53 54 55 56 57 58 59 60 61 62 63 64 65 66 67 68 69 70 71 72 73 74 75 76 77 78 79 80 81 82 83 84 85 86 87 88 89 90 91 92 93 94 95 96 97 98 99 100 101 102 103 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә