Ҡандра-Ҡотой

Ҡандра-Ҡотой (рус. Кандры-Кутуй) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 713 кеше[2]. Почта индексы — 452765, ОКАТО коды — 80251827003.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 34 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡандра): 5 км

Ауыл тарихы

Ҡандра- Ҡотой-Ҡандракүл буйында урынлашҡан ауыл. Ауылға 1795 һәм 1816 йылдар араһында Бәләбәй өйәҙе Ҡаңлы улусы Ҡандракүл ауылы башҡорттары үҙ ерҙәрендә бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе лә билдәле. Ул- Ҡотой Көҙәймәтов. 1865 йылда 48 йортта 272 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 1906 йылда мәсет (1887 йылда төҙөлгән), бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ауыл халҡы балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән. Халҡы: 1906—580 кеше; 1920—804; 1939—847; 1959—669; 1989—718; 2002—704; 2010—651 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ҡандра урта мәктәбе № 1 филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылдың билдәле шәхестәре: Р. М. Буранғолова, Р. М.Ғәйфуллина.[3].

Билдәле шәхестәре

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар